Стихи Юмабики Ильясовой

Донъя миңә яңы яраламы,
Түңкәрелеп, ҡупҡанмы ҡиәмәт,
Селпәрәмә килә табынғаным,
Ни ҡәҙерле миңә, нимә ҡиммәт?

Саҡ көн кеүек ҡалҡҡан ят был Ергә
Бар ҡылған да Хоҙай мин – бәндәне,
Яңғыҙлыҡтан үрһәләнер сикте
Сыҡмаҫ өмөт иткән йәнемдәге.

Тирә-яғым – ожмах, төркөм ҡоштар
Алыҫтарға оса, аһ, был осош!
Ерҙә япраҡ яуа, йөрәк арбап,
Яуған япраҡ ғүмер үҙе тотош.

Көҙөн ниндәй донъя яралһын, ти,
Диуана мин, бер диуана һаман.
“Һине аңлар күңел Ерҙә бар!” – тип,
Усыма көҙ бөртөк япраҡ һалған.


Скачать стихи Юмабики Ильясовой stihi.doc [113 Kb] (cкачиваний: 75)




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook