«Уңғанлығымдан арыным»

«Уңғанлығымдан арыным»“Һаумыһығыҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре!
Байтаҡ уйланып йөрөгәндән һуң яратҡан журналыма үҙ кисерештә­ремде бәйән итергә ҡыйыулыҡ таптым. “Башҡортостан ҡыҙы”нда бик күп мәсьәләләрҙе күтәреп сығаһығыҙ. Мәҡәләләрегеҙҙе уҡып, ҡайһыларынан ғибрәт, ҡайһыларынан һабаҡ алабыҙ. Рәхмәт инде һеҙгә.
Минең кейәүгә сығып, ике бала тапҡаныма күп тә түгел – алты йылға яҡын йәшәйбеҙ. Ирем тыныс холоҡ­ло, эсмәй, тартмай, уңған – һәр ҡа­тын-ҡыҙ ундай ир менән йәшәргә теләр ине.
Ләкин һуңғы арала беҙҙең мөнә­сәбәттәр ҡатмарлаша төштө. Сәбәп иремдә түгел, сәбәп – миндә.
Бөтә бәлә үҙемдең тынғыһыҙ булыуымда. Уйҙарым, ниәттәрем менән ҡорған донъябыҙҙы бөтөнөрәк итеү маҡсаты менән йәшәйем. Ауылда эшлекле ғаиләләр береһенєн береһен уҙҙырып, матур итеп донъя көтөргә тырыша. Ҡулыма аҡса килеп эләкһә, мин дә яңы йыһазға, йорт-ҡураны төҙөклән­дереүгә, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарына тотонорға ниәт ҡора башлайым.
Ә иремде башҡаларҙың нисек йә­шәүе ҡыҙыҡһындырмай. Йәғни, донъяның матди яғына әллә ни әһә­миәт бирмәй. Ул үҙен рухи яҡтан байытыуҙы хуп күрә. Психология, йы­һан, яңы технологиялар хаҡында китаптар уҡый. Донъя яңылыҡтарын күҙәтеп бара. Минең быға асыуым ҡабара – һауала осоп йөрөйһөң, ергә төш инде, тием. Байыраҡ ауылдашы­быҙҙы миҫалға килтереп, уларҙың көнкүрешен маҡтайым. Ирем, тормош ундай ваҡ-төйәктәр менән генә сикләнмәй, ә киңерәк төшөнсәләрҙән тора, тип, дини китаптарҙан өҙөктәр уҡып ишеттерә. Мин уны тыңламайым. Эшем күп. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта гел генә ашығып йөрөгєнемде тоям. Хатта балаларҙы ашатҡанда ла, кейендергәндә лә өтәләндереп бер булам.
Ҡыҫҡаһы, һуңғы йылдарҙа холҡом ныҡ үҙгәрҙе: ҡыҙыуға әйләндем. Бары мин уйлаған, һөйләгән генә дөрөҫ һымаҡ. Күп нәмәне кеше күрһен, һоҡланһын өсөн генә эшләйем. Маҡ­тау һүҙе ишетмәһәм, күңелем кител­гәндәй була. Тиҙ генә үпкәләп барам. Үҙемдең ысынбарлыҡта бер генә әй­бергә лә ҡыҙыҡһыныуым юҡ. Мәғә­нәһеґ сериалдар ҡарап ултырырға мөмкинмен. Ғаиләлә үҙем тәүләп тауыш күтәрәм. Гел асыулы йөҙ менән йөрөйөм (яңы иғтибар иттем). Бер нәмәнән ҡәнәғәт түгелмен. Яңы әйбер алһаҡ, күңелем ва­ҡытлыса ғына шатлыҡ менән тула. Һуңынан ҡабат күңел төшөнкөлө­гөнә биреләм. Тиҙерәк ниндәйҙер әйберҙе яңыртыуҙы хәстәрләргә тотонам. Иремә мөнәсәбәтем ћалљынайґы. Ул мин әйт­кәнде эшләмәһә, асыуым килә, ҡыс­ҡырынам…
Ҡайһы берҙә ҡылыҡтарымдан үҙем оялам. Яратып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп өйләнешкәйнек. Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң әле? Һуңғы ваҡытта ирем дә ҡаты ғына итеп яуап бирә. Уның был ҡыланышын күреп, үпкәләйем, илап та алам.
Барыһы өсөн дә үҙем ғәйепле икәнен дә аңлайым. Артыҡ тынғыһыҙ­лығым, туҡтай
алмағанлығым, үпкә­селлегем
менән йәненә тейәм, күрә­һең.
Үҙ-үҙемә үкенеп, башҡа бер
сик­тән икенсеһенә
ташланмаҫҡа, тынысыраҡ булырға һүҙҙәр бирәм. Әммә
ғибрәтле халәтемә яңынан ҡайтам.
Бар нәмәгә асыуым килә,
ярһыуым ҡуба.
Ғаилә күрке булған ҡатын-ҡыҙ үҙен улай тоторға тейеш түгелдер, моғайын. Әгәр ҙә ирең менән мө­нәсәбәттәр көндән-көн һыуына барһа, уның менән тартҡылашып, яңы йыһаз алып ултыртыуҙан ни файҙа? Артабан да былай дауам итһә, балаларымды ла, үҙемде лә, иремде лә бәхетһеҙлеккә дусар итәсәкмен бит. Барыһын да аңлайым, әммә үҙемде ҡулда тота ғына алмайым. Бының сәбәптәре нимәлә икән? Минең дә бит тыныс, бәхетле, ҡыуанып донъя көткµм килә. Зинһар, кәңәш бирегеҙсе миңә”.

Клара (исеме үҙгәртеп алынды).
Илеш районы.


Хатҡа психотерапевт Гүзәл Әлмөхәмәтова яуап бирә:

Тормош көтөү, ир менән йәшәү, балалар үҫтереү әҙерлек, оҫталыҡ, маһирлыҡ талап иткән һәләт, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, – тип тә юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Бәхет – бары үҙебеҙҙең ҡулда. Һәр бер ыңғай сифатты үҫтерергә мөмкин булған һымаҡ, хис-тойғоларҙан йәйғор ҡойоу ҙа үҙебеҙҙән тора.
Әммә Клараның әлеге торошо уның сәләмәтлегенә бәйле сәбәптәр арҡаһында ла барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ул тотороҡһоҙ хәлдең ҡорбанына әйләнгән. Тиҙ ҡыҙыусанлыҡ, асыу, нәфрәт, тынғыһыҙлыҡ, үҙе һәм яҡындары менән ҡәнәғәтһеҙлек йәш ҡатындың булмышын тулыһынса ялмап алған тиерлек. Ул йәшәү мәғәнәһен, тормош шатлығын юғалтҡан. Йәшерен хәүефтән дә яфа сигә. Күңел һыҙланыуы һәм үҙеңдәге ҡапма-ҡаршылыҡтар менән йәшәүе ауыр. Мин уға, тәү сиратта, өс табипҡа: эндокринологҡа, неврологҡа һәм психолог йәки психотерапевтҡа күренергә кәңәш итер инем. Сөнки ошондай уҡ һыҙаттар ҡалҡан биҙе ауырыуы менән яфаланғанда, көсөргәнеш кисергән осраҡта йәки күңел тетрәнеүе үткәргәндән һуң була торған.
Күңел тетрәнеүе, шәхси үҙенсәлеккә бәйле булып, ситтєн љараѓанда бөтөнләй ерлекһеҙ тойолорға мөмкин. Ул селпәрәмә килгән хыялдар, емерелгән өмөттәр, һүрелгән ышаныстар һөҙөмтәһендә, үҙ-үҙең менән ҡәнәғәтһеҙлектән ярала. Ул кеше, бәлки, ҡасандыр көслө тетрәнеү
кисергәндер йәки бала сағындағы ҡайғылы ваҡиға күңеленә уйылып ҡалғандыр ҙа һиҙҙермәй генә йәшәү көсөн һуралыр.
Тормоштоң төрлө осраҡтарында һәр кеше менән шундай уҡ хәл ҡабатланыуы ихтимал. Йәғни, беҙ бөтәбеҙ ҙә ваҡыты-ваҡыты менән төшөнкө уйҙар кисерәбеҙ. Әммә бындай халєт эске донъяңды барлау, көс туплау, уй-маҡсаттарыңды көйләү, киләсәккә яңы күҙлектән ҡарау өсөн бирелә. Әгәр ҙә был торош оҙаҡҡа һуҙылып, тирә-яҡты ағыулай, балаларығыҙҙың, ирегеҙҙең иркен сикләй, бәхет тойғоларын томалай башлаһа, белгес ярҙамына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.
Заман кешеләренең күптәре яһалма тормош менән йәшәй. Беҙҙе бәләкәйҙән күршеләрҙең, таныштарҙың балалары менән сағыштырып, улар кеүек ипле, тыңлаусан, егәрле, алдынғы булырға өйрәтәләр. Кеше яйлап үҙенсәлеген юғалта бара, баҫылып, башҡалар өлгөһөнә эйәреп йәшәй башлай. Ләкин тәбиғәт шулай ҡоролған: ул яһалмалыҡтан нисек тә ҡотолдорорға тырыша. Кешеләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡтар, төшөнкөлө уйҙар, ауырыуҙар ошоға бєйле.
Нервы системаһын нығытыу өсөн үҙегеҙгә ял биреп алыу зарур. Йоҡо туйҙырығыҙ, тәбиғәткә сығып килегеҙ. Тән сәләмәтлеге, йән тыныслығы, күңел таҙалығы, тормош аҡылы теләп, доғалар уҡығыҙ. Мәсеткә барығыҙ йәки берәй мохтаж йәнгә хәйер бирегеҙ. Йоҡо­һоҙлоҡтан интекһәгеҙ, арыҫлан ҡойроғо (пустырник) кеүек тыныс­ландыра торған дарыу үләндәренең төнәтмәһе лә ярҙам итә.
Хөрмәтле Клара, һеҙ аҡыллы ҡатын, шуға ла ғаилә бәхетен һаҡлап ҡала алырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Балаларығыҙға сабыр, көләс йөҙлө, уларҙы аңлаған әсә кәрәк. Мин кәңәш иткән өс табипҡа мөрәжәғәт итеп, анализдар тапшырып, сәләмәтлегегеҙҙең дөйөм торошон тикшертеп ҡарағыҙ. Уңыштар һеҙгә!




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook