Фатима Мостафина (1913–1998)

Фатима Мостафина (1913–1998)Ибн-Фаҙлан яҙмаларында телгә алынған боронғо башҡорт ерҙәре – Һамар далаһы, Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек буйҙары – уҙған быуатта милләтебеҙ мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән күп кенә шәхестәребеҙҙең тыуған төйәге. Билдәле педагог һәм хөкүмәт эшмәкәре Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина ла – шулар иҫәбендә.
1913 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында донъяға килә ул. Бала сағы заман афәте булып, ҡырғын алып килгән 1921 – 1922 йылдарҙағы аслыҡ мәленә тура килә. Атаһы ғаилә ағзаларының ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында көньяҡҡа, Ташкентҡа, юлланырға ҡарар итә. Тик үҙе, тиф эләктереп, юлда уҡ вафат булып ҡала. Әсәләре Ғәзизә Фатима менән Әнүәрҙе ас үлемдән ҡотҡарыу өсөн балалар йортона тапшырырға мәжбүр була. Бер нисә йылдан һуң улар Башҡортостанға килеп эләгә.
1930 йылда Фатима Мостафина К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына инә. Студент йылдарында уҡ көслө ихтыяры, ҡыйыулығы һәм ойоштороу һәләттәре менән айырылып торған ҡыҙҙың хеҙмәт юлын дәүләт эшмәкәрлеге менән бәйләүе һис тә осраҡлы түгел.
ВЛКСМ Өлкә Комитетының беренсе секретары булараҡ, ун йыл дауамында (1936 – 1944) республика йәштәренә етәкселек итә. 1947 йылда Коммунистар партияһы (ВКП(б) Үҙәк Комитеты янындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһына уҡырға инә һәм 1950 йылда философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1951 йылда Өфөгә ҡайта һәм партияның Өлкә Комитетында фән һәм юғары уҡыу йорттары бүлеге етәксеһе булараҡ эшен дауам итә, һуңғараҡ мәктәптәр бүлеге мөдире итеп күсерелә. Ә инде 1955 йылдың февралендә, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы бойороғона ярашлы, республиканың мәғариф министры итеп тәғәйенләнә. Фатима Хәмит ҡыҙы, ошо вазифала 16 йыл эшләп, халҡыбыҙ өсөн бик күп әһәмиәтле ғәмәлдәр башҡара. 1960 – 70-се йылдарҙа илдең уҡытыу системаһында үткәрелгән реформаны бик уңышлы атҡарып сыға. Бигерәк тә ауыл мәктәптәрен иғтибар үҙәгендә тота. Уларҙа уҡытыусыларға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында Өфөлә, Салауатта, Сибайҙа, Күмертауҙа асылған педагогия училищелары гөрләп эшләп китә. Һәләтле ауыл балаларына юл асыу өсөн Өфөлә мәктәп-интернаттар төҙөлә. Баш ҡалабыҙҙа яңынан СССР Фәндәр академияһының филиалын астырыу, БДУ-ға әйләнгән К.А. Тимирязев исемендәге БДПИ урынына яңы педагогия институты төҙөтөү һәм башҡалар – былар барыһы ла Фатима Хәмит ҡыҙының ныҡышмаллығы һәм үткерлеге арҡаһында ниєтлєнеп, уның күҙәтеүе аҫтына бойомға аша.
Һәләтле һәм батыр йөрәкле ханымдың эшмәкәрлеге Ленин ордены һәм ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ Хеҙмәт ордены менән билдәләнгән. Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә.
Фатима Хәмит ҡыҙы тормош иптәше, заманында партия Өлкә Комитетының энергетика һәм коммуналь хужалыҡ бүлеген етәкләгән ғәҙел һәм бер һүҙле Закиров Абдулла Вәли улы менән бер балаға ғүмер бирә, шулай уҡ яңғыҙ ҡалған яҡын туғанының улын да ҡарап үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әнүәр әсәһенән алда яҡты донъянан китеп бара. Затлы нәҫел ебен өс ейәне дауам итә.
Фатима Хәмит ҡыҙы замандаш милләттәштәренең рухи таянысы була. Ҡоростай ныҡлы холоҡло етәксе, әсәләрсә хәстәрлекле ил инәһе – ошо ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың сәйер аһәңлелеге – бөйөк шәхесебеҙҙең ғәжәп булмышы шундай булған. Уны халҡыбыҙҙың егерменсе быуат Бәндәбикәһе тип атаһаҡ та, был сағыштырыуҙан һис кем хилафлыҡ эҙләргә ҡыймаҫтыр, моғайын.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook