Балаңды кем тәрбиәләй?

Балаңды кем тәрбиәләй?1 сентябрҙән “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау тураһында” Федераль закон ғәмәлгә инде. Ул матбуғат баҫмаларына, телевидение тапшырыуҙарына, интернет селтәрендәге контентҡа йәш буйынса сикләүҙәр ҡуйыуҙы күҙҙә тота. Закон 18 йәшкә тиклемге балаларҙы наркотик, тәмәке һәм алкоголь ҡулланыуға, зинасылыҡҡа, берәҙәклеккә, теләнселәүгә этәреүсе, көс ҡулланыуҙы һәм яуызлыҡты аҡлаусы мәғлүмәттән, һүгенеү һүҙҙәренән һаҡларға тейеш. Ошо айҙан башлап гәзит-журналдарға, телевидение тапшырыуҙарына уларҙы нисә йәштәгеләргә ҡулланыу мөмкинлеген күрһәткән билдәләр ҡуйыла. Был сара балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләһенең торған һайын ҡырҡыулаша барыуына бәйле.
Демократик йәмғиәттә көн итә башлағандан бирле әхлаҡ тигән төшөнсәнең абруйы ла, кәрәге лә бөттө. Шунлыҡтан матбуғат баҫмаларында һәм телевидениела балалар күҙенә бөтөнләй салынмаҫҡа тейешле нәмәләр үтә күбәйҙе. Ғалим булмаһаҡ та, яҡшы беләбеҙ (тормош өйрәтте): әхлаҡ нығыраҡ ҡаҡшаған һайын, ғаиләнең әһәмиәте һәм ҡәҙере шул тиклем үк кәмей бара; йәмғиәт тотҡаһы булған ғаилә тарҡалғас, ил дә көсһөҙләнә. Үҙебеҙ шаһит: үҙ аллы, көслө илдәрҙе теҙләндерер өсөн ҡайҙа ҡорал, ҡайҙа хәйлә менән “демократия урынлаштырыла”. Ә демократия урынлашып алһа, бар аламаға юл асыла. Шунан ул демократиянан нисек ҡотолорға белмәйһең. Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәне ошо була инде. Тик ғәҙелһеҙлеккә, хәүефле күренештәргә ҡаршы тәҡдим ителгән сараларҙың күбеһе мәйеткә йылытҡыс ҡуйғандай ғына тойола. Аҡса күпселектең табыныр аллаһына әйләнгәс, кемгә кәрәк һинең балаңдың тәүфиҡлы-тәртипле булып үҫеүе?
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттары тағы бер закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте, уны Федерация Советы ла раҫланы. “Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлү­мәттән һаҡлау тураһында” Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” тип аталған был документ тыйылған сайттарҙың “ҡара исемлеген” булдырыуҙы күҙҙә тота. Быны интернет-ресурстарҙың хужалары цензура индереү, һүҙ азатлығын сикләү тип баһаларға ашыҡты. Ҡайһылары хатта забастовкалар иғ­лан итте. Wikipedia интернет-энциклопедияһы 10 июлгә ҡаршы төндә эшен туҡтатты, уны “Йәнле журнал” блогхостингы, “ВКонтакте” социаль селтәренең етәксеһе Павел Дуров (тәҙрәһенән 5 меңлек аҡсалар ырғы­тып, кешенең талашҡанын ҡарап ултырған бай – иҫегеҙгә төштөмө?) күтәреп алды. “Гугл” менән “Яндекс” эҙләү системалары ла ситтә ҡалманы. Тыйыуҙар, ябыуҙар уларҙы ҙур аҡса ағымдарынан яҙҙырасаҡ. Дума ултырышында сығыш яһап, Мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Нарусова һуңғы ун йылда балалар порнографияһына бағышланған сайттарҙың 25 тапҡырға артыуы тураһында мәғлүмәт килтерҙе һәм: “Балалар порнографияһы менән бәйле бизнес табышлылығы буйынса, ҡорал сауҙаһы һәм наркотик һа­тыуҙан ҡала, өсөнсө урынды биләй”, – тине. Ҙур бизнес тирәһендә ундай аҡса ағымынан баш тартырлыҡ ҡаһармандар бармы икән ул? Ҙур аҡса байҙарҙың бик ҙур проблемаларын да бик еңел хәл иттерә. Шунлыҡтан балаларҙы яҡ­ларға тейешле закондарҙың да тулы ҡеүәтенә эш­ләренә шик ҙур, әлбиттә. Ләкин әхлаҡ, тәрбиә мәсьә­ләләре үҙ ағышына ебәрелгән йәмғиәттә ыңғай һөҙөм­тәләргә йү­нәлтелгән саралар күрелә башлауы яҡшыға бәләкәс кенә булһа ла өмөт тыуҙыра.
Бөгөн һуңғы сирек быуат эсендә тәрбиә алған быуын, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү йәшенә етте. Телевидение һәм матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған тәрбиә сәйәсәте емештәре бөтә “гүзәллегендә” кәүҙәләнә лә башланы инде. Кемеһе үҙ балаһын тәҙрә аша бәрә, кемеһе – кеше балаһын, йыш ҡына әсә – улды, ата ҡыҙҙы белмәй. Әҙәм балаһын бөгөн йәшәп ҡалырға, тормоштоң бар рәхәтен бөгөн татырға өгөтләй торғас, ысынлап та, тик бөгөнгө менән йәшәүселәр күбәйҙе, ғаилә, балалар алдында яуаплылыҡ тойғоһо кисереүселәр торған һайын кәмей. Совет осорондағы дөрөҫ тәрбиәне алып үҫкәндәргә хәҙерге хаяһыҙлыҡ айырыуса яҡшы күренә.
Балаларға бәләкәйҙән үк бик ҙур йоғонто яһау көсөнә эйә булған йәнһүрәттәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Элек балалар изге йөкмәткеле совет йәнһүрәттәрендә тәрбиәләнде. Уларҙа яҡшылыҡ насарлыҡты еңә, дуҫлыҡ, татыулыҡ тураһында матур йырҙар яңғырай. Иҫ киткес һөйкөмлө, ярҙамсыл йәнлектәр балаларға һәйбәт өлгө күрһәтә. Ул мультиктарҙа үлтерешкә, ҡан ҡойошҡа, һуғышҡа урын юҡ. Бөгөн экрандарҙы кешелеккә ҡаршы идеология менән һуғарылған көнбайыш йәнһүрәттәре биләп алды. Шыҡһыҙ ерлектә механик монстрҙар бер-береһе артынан ҡыуыша, убырҙар, ғифриттәр, яуыз сихырсылар менән мәкерле тылсымсылар, ҡурҡыныс роботтар баҫтырыша, һуғыша, атыша, шартлата, бер-береһен мыҫҡыллай, үсекләй, әсир ала. Бындай фильмдар балалар араһында дошманлыҡ хисе тәр­биәләй, хатта балалар һәм ата-әсәләрҙе ҡапма-ҡаршы лагерҙарға ҡуя. Был бигерәк тә “Симпсондар”, “Гриффиндар” тигән йәнһүрәттәргә хас. Балағыҙ, уны тыңлатам тип, арт һанына эләктергәнегеҙ йә еңмешләнеп таптырған нәмәһен алып бир­мәгәнегеҙ өсөн һеҙҙең өҫтән тейешле органдарға ялыу итһә (ә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары көҙ ҡарай торған закон проекттары араһында нәҡ ошо тематикаға ҡараған пакет та бар), уны тәрбиәләү бурысын йәнһүрәттәргә йөкмәткән өсөн үҙегеҙгә үпкәләргә генә ҡала. Ҡартайған көнөгөҙҙә балағыҙ һеҙҙе ҡарттар йортона тапшырырмы, әллә нисек тә үҙе тәрбиәләргә тырышырмы? Был тәңгәлдә лә уның күңеленә тәү­ге тәрбиә орлоҡтары сәскән йәнһүрәттәрҙең йөкмәткеһенә бик иғтибарлы һәм талапсан булыу кәрәктер.
Тағы ниндәй йәнһүрәттәр балала ниндәй боҙоҡлоҡ тәрбиәләй? Матур, күркәм, нәзәкәтле ҡыҙҙар төп героинялары булған мультиктарҙы алайыҡ. Элекке фильмдарҙа тышҡы матурлыҡ эске матурлыҡ менән ярашып килә торғайны. Мәҫәлән, тәлмәрйен батша ҡыҙы, “Ал сәскә”ләге Настенька һәм башҡалар – романтик юҫыҡтағы гүзәл ҡыҙҙар, шул уҡ ваҡытта улар, аҫҡы аң бағлаған өмөттө аҡлап, һәйбәт холоҡло, егәрле, изге күңелле булып сыға. Бөгөнгө “Нотр-Дам”дағы сиған ҡыҙы, йөҙөн боҙоп, яуызлыҡтар эшләргә әҙер, “Аладдин”дағы Йәсмин, “Шрек”тағы тролльша иһә ирҙәрҙән былай ҡанһыҙ итеп һуғыша. Әйткәндәй, балалар айырыуса яратып ҡараған мультиктар былар. Роботтар, мумиялар тураһындағы фантастик йәнһүрәттәрҙәге героиня ҡотһоҙ ир ҡиәфәтенә ингән ҡыҙ ғына түгел, ә иблис, йәһәннәм киҫәүе. «Шрек»та бер күренеш бар: тролльша йырлағанда, бер ҡошсоҡ шартлап үлә. Быны ҡарағанда балалар шарҡылдап көлә икән, тимәк, фильмды төшөрөүселәр – үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү юлында: баланың аңы урынынан күскән. Тимәк, унан илен, халҡын, ата-әсәһен, ғаиләһен, яҡындарын яҡлай һәм һаҡлай торған юғары әхлаҡлы, әҙәпле, тоғролоҡло, яуаплы кеше сыҡмаясаҡ. Ә беҙҙең балаларҙы ошондай продукция менән туйындырыусыларға нәҡ шул ғына кәрәк.
“Маша менән Айыу” тигән йәнһүрәттә геройҙар Том менән Джерри, Чип менән Дейл, Леопольд менән сысҡандар шикелле үҙ-ара һуғышмай. Иҫ киткес шуҡ, һөйкөмлө, тапҡыр Маша күптәрҙең күңелен яулап алды. Бала-саға был фильмдың таныш көйө ишетелеү менән экрандарға ҡаплана. Интернетта ул күп миллионлы аудиторияны ылыҡтыра. Ҡыҙлы ата-әсә араһында, эстән генә балаһының Машаға оҡшап үҫеүен теләп, ошо мультикты йыш ҡулланыусылар барҙыр. Ә ниндәй әхлаҡ тарата һуң был фильм? Һәр серияла бәләкәс кенә Маша оло айыуҙы нисек теләй, шулай борғолай. Тегеһе, баш баҫып, бының бөтә кәзектәрен үтәй. Психологтар баһалауынса, был фильм ҡыҙҙарҙа буласаҡ ирҙәре менән эш итеү моделен тәрбиәләй. Ә малайҙарҙа, киреһенсә, Маша кеүек ҡыҙҙарҙан ҡурҡыу ярала. Үрҙә әйтеп үтелгән маҡсатҡа – ғаилә нигеҙҙәрен емереүгә хеҙмәт итә торған тағы бер сара.
Төрлө яҡлап билдәле бер йүнәлештә эш итә торған күп һанлы ысулдарҙың береһе генә ул йәнһүрәттәр, экрандар аша беҙгә тағылған тапшырыуҙар. Бала тәрбиәләүҙе уларға ышанып тапшырып ҡуйыу – ата-әсә яһаған иң ҙур хаталыр. Балағыҙҙы тик үҙегеҙ тәрбиәләгеҙ.
Әлфиә АҠБУТИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook