Йондоҙҙар тормошонан

Йондоҙҙар тормошонанБала табыу йортонда уҡ табиптар сабыйҙарҙы бутау арҡаһында тормошо мажаралы башланып киткән Альбина Килдейәрованың сәхнәгә урау-урау юлдар аша килгәнен барыһы ла белә. Мәғдән ҡойоу заводында ла, кейем тегеү фабрикаһында ла эшләп өлгөрә ул. Ярай әле, беҙҙең бәхеткә, йырсы булыу теләге бойомға ашып, халыҡ яратҡан артисткаға әйләнеп китә. Әйткәндәй, хәләл ефете юморист Илнур Юламанов Мәскәүҙә Максим Галкиндың шоуында уңышлы сығыш яһағандан һуң, улар, инде икәүләшеп, саҡырыуҙар буйынса илдең төрлө төбәктәрендә үткән көлкө оҫталарының фестивалдәрендә лә уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Хәҙер, шул фестивалдәрҙә кеше көлдөрөп кенә йөрөмәйек, парлашып йырлап та халыҡты “аһ” иттерәйек, тип ҡайһы бер йырҙарын урыҫ теленә ауҙарып, репетициялар эшләү менән мәшғүл икән йондоҙло ғаилә. Альбина менән Илнурҙы үҙәк каналдар күрһәткән тамашаларҙа күреп ҡалһағыҙ, аптырамағыҙ, тип әйтмәксебеҙ инде һеҙгә.
Иң сибәр йырсы ҡыҙҙарҙың береһе Лиана Хәбибуллина быйыл йәй, күп егеттәрҙе уфтандырып, эстрадала МС “Алаҡан” исеме аҫтында билдәле Динис атлы егеткә кейәүгә сыҡты. Иң ҡыҙығы – туй ике өлөштән торған.Тәүгеһе Өфөлә романтик юҫыҡта була. Лиана һәм уның бөтә әхирәттәре, әкиәттәрҙәге һымаҡ, баштарына таж кейә, алһыу күлдәктәрҙә була, Динис ҡалым түләргә күк атҡа атланып килә һәм кәләшенә гєүћєр ҡашлы алтын балдаҡ бүләк итә. Туйға килгән ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһына, көймә рәүешендәге ҡаптарға һалып, “Dinis & Liana” тип яҙылған, Америкала, M&M‘s компанияһында, махсус эшләтеп алған кәнфиттәр тараталар. Ейәнсура районы Самаҙы ауылында үткән байрамдың икенсе өлөшө боронғо башҡорт йолалары буйынса уҙа. Кейәү менән кәләш иҫ киткес матур милли кейемдәрҙә була. “Килен ҡаршылау, һыу юлы башлау, һандыҡ һатыу кеүек күренештәр күңелебеҙгә шул тиклем оҡшаны”, – ти Лиана. Йәштәр аяҡҡа баҫҡансы Америкала йәшәп, шунда хеҙмәт юлын дауам итергә уйлай. Хәтерләһәгеҙ, сит илдә университетта белем алған йырсыбыҙ “Эсте Лаудер”, “Лэруаль” кеүек билдәле фирмаларҙа модель булып та эшләй. Ә Динистең компьютер программалары эшләй белеүе океан аръяғында бик ярап ҡалған, ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән. Әле йәштәр туй сәйәхәтенә Гавай утрауҙарына осорға йыйына. Ижади парға бары тик уңыштар ғына теләргә ҡала инде.
Йондоҙҙар тормошонан
Ә бына эстрадабыҙҙың яңғырауыҡ тауышлы биҙәге Гөлсинә Мөхәмәҙиева әсәй булыу бәхетенә ирешкән. “Был турала күптән хыяллана инем, әммә һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер инде. Баланы тәүләп ҡулыма алғанда, мин уны әллә ҡасандан беләм һымаҡ тойолдо. Беҙ баланы тәрбиәләйбеҙ, ул – беҙҙе. Элек иптәшем менән иртән оҙаҡ йоҡларға яратһаҡ, хәҙер таңдан аяҡ өҫтөндәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, улыбыҙ бейетеп кенә тота беҙҙе. Улымды дауахананан алып ҡайтҡан мәлдәрҙә мин үҙемде ҡарсығаға оҡшаттым, ҡанаттарымды йәйеп, береһен дә сабыйға яҡын ебәргем килмәне. Әллә күптән көтөп алғанға микән... Башта саҡ ҡына илаһа ла, ҡушылып илай инем, хәҙер әҙерәк өйрәндем. Иптәшемә, дуҫтарыма рәхмәт инде, мин бәпескә өйрәнеп киткәнсе гел генә эргәмдә булдылар”, – тип оло шатлығы менән бүлеште бәхетле әсә.
Рәсәй йондоҙҙарына килгәндә, уларҙың шәхси тормоштарындағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп өлгөрөүе ауыр. Билдәле актриса һәм телевидениела авторлыҡ тапшырыуҙарын алып барыусы Оксана Пушкина йүгереү менән бик әүҙем шөғөлләнә һәм үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейы алдынан 30 саҡрымлыҡ марафон үткәрергә йыйына икән. Һылыу ҡатындың шәхси тормошонда ла үҙгәрештәр булырға тора, интернет селтәре аша танышып, дуҫлашып киткән Америка бизнесмены, уға тәҡдим яһап, алтын балдаҡ бүләк иткән. Ғашиҡтар бергәләп ҡайҙа ғүмер итәсәктәре хаҡында уртаҡ фекергә килмәгән әле.
Рәсәй йондоҙҙары араһында ҡырҡты үткән ханымдарҙың балаға ғүмер биреү осраҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнде. Сибәр һәм талантлы киноактриса Ольга Кабо ла 44 йәшендә икенсегә әсәй булыу бәхетенә өлгәште, уның 13 йәшлек ҡыҙы был яңылыҡты тәүҙә бик ауыр ҡабул итһә лә, ҡустыһы тыуғас, сабыйҙы ҡарашыуҙа әсәһенең уң ҡулына әйләнгән.
Ә бына олигарх Виктор Батуриндан айырылып, фигурист Евгений Плющенкоға кейәүгә сыҡҡан продюсер Яна Рудковская, ауырлы икәнен белгәс, ике улыма иптәшкә ҡыҙ булһа ярар ине, тип юрап йөрөгәндә, УЗИ аппараты йәнә малай күрһәткәс, кәйефһеҙләнеп алған. Сөнки иренең дә беренсе никахынан Егор исемле улы үҫеп килә. Уның ҡарауы, Плющенко ҡыуанып бөтә алмай, дүрт малайыбыҙ менән мәж киләсәкмен тип, уларҙы ла спортҡа ылыҡтырыу хаҡында хыяллана икән.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook