Гөлләмәгә тулһын көҙҙәр

Гөлләмәгә тулһын көҙҙәр Йылы көндәр менән хушлашырға ашыҡмайыҡ! Оҙаҡламай сағыулығы менән күңелде иркәләр әбейҙәр сыуағы етәсәк. Әйткәндәй, күптәр тап көҙ башында Ҡара диңгеҙ буйында ял итеүҙе хуп күрә. Бәрхәт миҙгелдең тәмен татып, гүзәллегенә хайран ҡалып, йәненә лә, тәненә лә сихәт ала. Етмәһә, сентябрь айы – гөрләп туйҙар үткән осор. Күреүегеҙсә, зауыҡлы еңел күлдәк кейеү мөмкинлеге бар әле. Шуға куртка менән ҡалын кофталарҙы ситкәрәк ҡуйып тороп, үҙебеҙ өсөн килешле кейем хәстәрләйек.

Селтәр башлыҡ
Гөлләмәгә тулһын көҙҙәр

Ялға йыйынғандар өсөн ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрле башлыҡ бәйләү өлгөһө тәҡдим итәбеҙ. Көҙөн бындай уңайлы баш кейеме үҙегеҙ һәм бәләкәсегеҙ өсөн алмаштырғыһыҙ. Иң мөһиме: уларҙы бәйләү әллә ни ҡатмарлы түгел. Башлыҡ өсөн асыҡ төҫтәге еп һайлаһағыҙ ҙа була. Сөнки киләһе йәйҙә лә уны рәхәтләнеп кейергә тура киләсәк.

Талап ителә: аҡ һәм алһыу төҫтәге еп (ирис), 1,5–1,25-се һанлы ырғаҡлы энә.
Башлыҡтың диаметры = 28,5 сантиметр.
Эш барышы: 8 буш күҙ йыйып, түңәрәк яһайбыҙ.
1-се рәт: бер салыулы 15 бағана;
2-се рәт: бер салыулы 15 бағана, уларҙың араһында икешәр буш күҙ;
3-сө – 19-сы рәттәр һыҙма буйынса бәйләнә.
Кәрәкле
диаметрға еткәс, бер рәт бағаналар өҫтәмәйенсә бәйләйбеҙ. Артабан бағаналарҙы кәметә барабыҙ.
Рәттә 4 бағана ҡалғансы бәйләгәс, уратып ҡырпыуын бәйләйбеҙ. 1,25-се һанлы ырғаҡҡа алмаштырабыҙ һәм алдағы рәттәге бағаналарға берәр салыулы бағана өҫтәйбеҙ. Ошолай 3-4 рәт бәйләйбеҙ. Бәйләмде
тамамлайбыҙ.

Нәфис комбинезон
Гөлләмәгә тулһын көҙҙәр

Тәүҙә сағыуыраҡ төҫтәге туҡыма һайлап алайыҡ. Миләүшә, күксин йәки шафталы төҫтәре иң уңышлыһы булыр, моғайын да. Быйыл комбинезондар модала. Заманса ла, ҡупшы ла күренер өсөн ҡыҫҡа ыштанлы комбинезон тегәбеҙ.
Һүрәттә 46–48-се үлсәм өлгөһө һәм 2-3 йәшлек ҡыҙ бала өсөн һыҙма күрһәтелгән. Әйҙә, әсәһен ҡабатларға яратҡан ҡыҙсыҡ та ҡыуанһын! Һоҡландырғыс кейемдәрҙе күпереп торған сәскәләр менән биҙәйек! Бындай кейем менән ижади кисәлә лә, әхирәттәр менән осрашыуҙа ла, диңгеҙ буйындағы кафела ла матур һәм нәфис күренәсәкһегеҙ.

Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Ирина АБДУЛЛИНА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook