Ҡатын-ҡыҙ ҡурсалауға мохтаж

Ҡатын-ҡыҙ ҡурсалауға мохтажӨфөгә абруйлы ҡунаҡтар – Хорватия Журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач –Боркович, Рәсәй Журналистар Союзы идараһы секретарҙары Надежда Ажгихикина, Лариса Шамикова Һәм Леонид Речицкий килде. Өфөләге Матбуғат йортонда улар ҡатнашлығында йәнле һөйләшеү булды. Әңгәмәлә журналыбыҙҙың баш мөхәррире Йомабикә Ильясова һәм уның коллегалары – Башҡортостан Журналистар союзы идараһы рәйесе,“Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Республика Башкортостан”гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева һәм “Уфа” журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова ҡатнашты.

Журналистарҙың Халыҡ-ара Федерацияһының Гендер советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге гендер тиңлеге буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, “Гендер тикшеренеүҙәре” һәм “Гендер һәм киң мәғлүмәт саралары” тигән халыҡ-ара журналдарҙың мөхәрририәт ағзаһы Надежда Ажгикихина Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының бөгөнгө еңел булмаған яҙмышына, уларҙың ғаиләләге хәленә айырым туҡталды.

Надежда Ильинична билдәләүенсә, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙы йәберләүҙән ҡурсалау, уның иркен яҡлауға йөҙ алыу тойомлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмәлдә закон һаман юҡ. Дәүләт тарафынан ғаиләгә ярҙам күрһәтеү сараларының яңынан-яңы төрҙәре эшләнһә лә, шәфҡәтһеҙлеккә сик ҡуйыуға тейешле иғтибар һаман да юҡ. РФ Дәүләт Думаһына “Ғаиләлә йәберләүҙе һәм көс ҡулланыуҙы булдырмау хаҡында”ғы закон проекты ике тапҡыр тәҡдим ителеп, икеһендә лә кире ҡағылды.
Ҡатын-ҡыҙ ҡурсалауға мохтаж
Ә донъя тәжрибәһенә күҙ һалғанда, күп илдәрҙә гүзәл заттың хоҡуҡтарын сикләү, уның ғүмеренә, хәүефһеҙлегенә янауҙы енәйәт тип баһалаған закондар бар.

Хорватия Журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Боркович иһә Башҡортостанда үҙен ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булған яҡты социализм осорона ҡайтҡандай тойоуын белдерҙе. Түңәрәк һөйләшеүҙә күтәрелгән бөтә проблемалар был илгә лә хас икән. Ғаиләлә көс ҡулланыу айырыуса һуңғы йылдарҙа, ир-аттың һуғыштан ҡайтыуы менән бәйле, артҡан. Һуғыш аяуһыҙлығынан йәндәре имгәнгән күп ирҙәр ҡатындарының, балаларының тормошон мәхшәргә әйләндерә. Улар ҡулынан һәләк булған ҡатындар байтаҡ. Был яугирҙәр араһында үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа юҡ түгел.

Башҡортостаныбыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау йәһәтенән өлгө итеп күрһәтерлек эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйындырыусы кризис үҙәктәре, бигерәк тә Өфө ҡалаһындағы “Изгелек” үҙәге тәжрибәһе киң таратыуға лайыҡ.

Рәсәйҙә ғаилә һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сыҡҡан журналдар форумын яҡын киләсәктә тап Өфөлә уҙғарыу теләге лә осраҡлы ғына тыуманы. Уларҙа Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалау эшмәкәрелеген сағылдырыу күҙаллана.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook