Бәхет һәм моң тулҡынында

Бәхет һәм моң тулҡынында
“Ашҡаҙар” радиоканалының эшләй башлауына ни бары ике йыл. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңы радио, үҙ маҡсатын ғәмәлгә ашырып, меңәрләгән тыңлаусының ихтирамын һәм һөйөүен яулау бәхетенә өлгәште. Каналдың уңышлы эшмәкәрлегендә баш мөхәррир Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Ғәлиева-Йәғәфәрованың өлөшө ҙур. Йәш етәксенең киләсәккә бағлаған өмөт-хыялдары, тормош хаҡындағы уйҙары менән уртаҡлаштыҡ.

– “Ашҡаҙар” радиоһы мөхәррирен бөгөн ниндәй мәсьәләләр, уйҙар борсой? Каналдың абруйын арттырыу маҡсатында ниндәйерәк эш алымдарына мөрәжәғәт итәһегеҙ?
– Бөйөк әҙибебеҙ Мостай Кәримдең беҙҙең эшкә, ғөмүмән, ижад кеше­ләренә ҡағылыр һүҙҙәре бар: “…һәр көн таңдан алып күкрәгемдән ҡоштар осорам…” Беҙҙең маҡсат та – һәр тыңлаусыбыҙ күңеленә барып етә алыр, сәм уятыр, ғәмһеҙлектән аралар, бәхет осҡоно ҡабыҙыр ҡоштар осороу. Ә бөгөнгө заман изгелек, ышаныс, тоғролоҡ, кешелеклек кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙең барлығын һәм уларҙың яһалма, уйлап сыға­рылған, аңыбыҙға көсләп тағылған төшөнсә­ләрҙән өҫтөн булыуын иҫбат итеүҙе талап итә. Ике йыл эсендә тиҫтәләгән радиоканалдар араһында айырылырлыҡ үҙ йөҙөбөҙҙө булдырғанбыҙ, үҙ тыңлаусыбыҙҙы тап­ҡанбыҙ икән, тимәк, кешеләрҙең ижади һәм аҡыл ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дереүгә һәм күңелдәрен әсир итеүгә өлгәшә алғанбыҙ.
Республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы кимәлдә сағылдырыуҙы төп бурыс итеп алғайныҡ. Тапшырыуҙарҙы әҙәбиәт, йыр-моң, театр, ғилем донъяһы, халыҡ ижады өлкәһе белгестәренең әҙерләп алып барыуы – каналдың мөһим һәм үҙенсәлекле алымдарының береһе. Беҙҙең тәҡдимде ҡабул итеүсе, бөгөн дә канал менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе шәхестәр – Юлай Ғәйнетдиновҡа, Марсель Ҡотлоғәлләмовҡа, Гөлсирә Ғиззәтуллинаға, Нурия Ирсаеваға, Олег Хановҡа, Розалия Солтангәрәеваға, Таћир Дєүлєтљоловља рәхмәтлебеҙ.
– Тормош иптәшегеҙ Фәнүр Мөхәрәм улы Йәғәфәров “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары. Йәғни, икегеҙҙең дә эшегеҙ радио менән бәйле. Өйҙә эш хаҡында һөйләшәһе­геҙме? Һеҙҙеңсә, заман радиоһы ниндәй булырға тейеш?
– Телерадиокомпанияға, юғары уҡыу йортон тамамлап, бәйге аша үтеп килдек һәм ул беҙҙе һөнәри оҫ­талыҡҡа ғына түгел, тормош зирәклегенә лә, ныҡлыҡҡа ла һынаны. Ошонда ике тиҫтә йылға яҡын уңышлы эшләп йөрөйбөҙ икән, тимәк, тормошта дөрөҫ йүнәлеш алғанбыҙ, тип уйлайым. Бөтә күңел йылыңды, зиһе­неңде биреп башҡарған һөнәрең хаҡында, туҡта, был турала өйҙә һөй­ләшмәйек әле, тип ултырып булмай. Радио, телевидение – икебеҙҙең дә булмышыбыҙға һеңгән, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ һәм ҡәҙерле өлөшө ул. Иң мөһиме – алтын урталыҡты юғалтмау. Ғаилә – ҡәлғә, ышаныслы тыл, тирә-яҡтағы шау-шыуҙан арыныр, йән тыныслығы табыр, көс туплар урын. Өйҙә гүзәл зат барыбер, тәү нәүбәттә, хәстәрлекле әсә һәм ҡатын булып ҡала.
Һорауығыҙҙың икенсе өлөшө ҡа­сандыр “телевидение театрҙы юҡҡа сығарасаҡ” тигән фекерҙе иҫкә төшө­рөп ҡуйҙы ла, республикабыҙҙа гөр­ләп эшләгән 12 театр күҙ алдына баҫты. Эйе, заман технологиялары нығын­ған һайын яңы алымдар элеккеләрен ҡыҫырыҡлаған кеүек тойолоп китә. Әммә үҫеш юлында һәр нәмә ваҡыты-ваҡыты менән көрсөк кисерергә тейеш, күрәһең. Шунһыҙ асыштар ҙа, алға китештәр ҙә булмайҙыр.
Радионың киләсәген шик аҫтына ҡуйыр технологиялар табылһа ла, беҙҙең быуын уларҙы күрмәҫ, моға­йын. Ә бөгөнгө каналдарҙың килә­сәге, һис шикһеҙ, ћанлы техникаға бәйле. Дөйөм ҡарағанда, һәр канал үҙенең маҡсаттарынан, форматынан, эш алымдарынан сығып, киләсәккә йүнәлеш ала. Беҙгә, милли каналдар­ға, халыҡтың менталитетынан айырылыу ярамай. Сит-яттың табынғаны, бер көнлөк мәғәнәһеҙ йырҙар, еңел-елпе тапшырыуҙар ме­нән халыҡ күңеленә рухи аҙыҡ, ышаныс һалып булмай. Ғөрөф-ғәҙәттәр­ҙән, милли үҙенсәлектән ситкә тайпылмай, йә­шәү һулышын тойоп, заман менән бергә атлау зарур.
– Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы, тибеҙ. Ғаилә күркен һаҡлау, балаларҙы үҫтереү, донъяны балҡытып тотоу өсөн гүзәл заттан ихтыяр көсө, өлгөрлөк, иплелек, саялыҡ-сабырлыҡ та талап ителә бит әле…
– Үҙем алты ҡыҙ тәрбиәләнгән татыу ғаиләлә үҫтем. Атайым менән инәйемдең беҙҙе аяҡҡа баҫтырғансы күпме көс түккәнлеген үҙем әсә булғас ҡына аңлағанмындыр. Инәйем – оло йөрәкле, сабыр, әле булһа беҙҙе сабый күреп иркәләүсе, барыбыҙҙы хәстәрләүсе изге йән, ысын мәғәнә­һендә, ҙур ғаиләбеҙ тотҡаһы. Уның янында бар тормош мәшәҡәте онотола.
Ѓаиләмдә һәр кем тотҡа, терәк кеүек тойола миңә. Сөнки дүртебеҙ­ҙең берәүһе генә яныбыҙҙа булмаһа, күктәге ҡояшыбыҙ һүрелеп, донъябыҙ теүәллеген юғалтҡандай була. Улыбыҙ Айнур менән ҡыҙыбыҙ Әлиә – бәхетебеҙ күрке, яљын дуҫтарыбыҙ, ѓєзиз, љєҙерле кешелєребеҙ... Өйҙә ҡыҙым менән таҙалыҡ, бөхтәлек, тәм­ле ризыҡ, ғөмүмән, күркәмлек һәм йәм өсөн яуап бирһәк, ҡалған хәстәр – ир-егеттәребеҙ иңендә.
Улығыҙ менән ҡыҙығыҙҙы бәлә­кәй саҡтарында “Сәңгелдәк” тапшырыуында күрә торғайныҡ. Ҡала шарттарында баланы туған телендә һөйлә­шергә өйрәтеү, күңелендә тыуған ер­гә ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн үҙең дә көслө рухлы булырға тейешһеңдер.
Бәхет һәм моң тулҡынында
– Балаға: “Бына мин һине тәрбиә­ләйем. Һин фәләнсә-төгәнсә булырға тейеш”, – тип кенә булмайҙыр. Һәр ғаилә үҙенсәлекле. Шул уҡ ваҡытта быуаттан-быуатҡа күскән: “Үлтермә, урлама, зина ҡылма”, – тигән мөһим тәғлимәтте хәтерҙән сығарыу ярамай. Уларға, бәлки, заман күҙлегенән сы­ғып: “Эсмә, тартма, алдашма, һуғышма”, – тип өҫтәйһе генә ҡалалыр. Заман үҙгәрһә лә, кешелек ҡиммәттәре үҙ асылын юғалтмай. Сөнки үҙебеҙ ҙә бит яныбыҙҙа насар ҡылыҡтарҙан азат батыр йөрәкле, тырыш, ышаныслы, ихлас йәнде күрергә теләйбеҙ. Ғаилә нигеҙе ошо изге ниәттәрҙән ҡоролоп, имен, яҡты юлдан тайпылмай үҫешһә, балалар ҙа алмаларҙай ағастан ары тәгәрәмәй ул.
Арҡаһына рюкзак аҫып, йәйәү Ирәмәлгә күтәрелгән, тау битләүенә үрмәләгән һайын алтын көҙҙөң бер көн эсендә сатлама ҡышҡа әйләнеүен күҙәткән, ғәзиз төйәгенең йылғаларында балыҡ тотҡан, күлдәрендә, ҡолас йәйеп, һыу ингән, шишмәләренең тылсымлы һыуы менән һыуһы­нын ҡандырған, ҡышын тауҙар иңләп, саңғы шыуған баланың Башҡортостанын яратмағанды күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?! Тәбиғәт кешене үҙе һөйөү ҡөҙрәте менән һуғара. Бала бәләкәстән тормоштоң илаһи матурлығын йөрәге менән тойорға, уға һоҡланырға өйрәнһә, быны һүҙ менән аңлатыуҙың кәрәге лә юҡ. Үҙең булып ҡала белеүҙәлер – рухи көс.
Балаларыбыҙ өс телдә еңел аралаша. Өс йәштәре тулыр-тулмаҫтан “Тамыр”ҙа эшлєй башланылар, унан «хаљлы ялѓа» киттелєр. Әле инглиз гимназияһында белем алалар. Спорт, музыка менән шөғөлләнәләр. Сәйә­хәт итергә яраталар. Беҙҙең маҡсат – балаларыбыҙҙы лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләрҙәй мөмкинлек булдырыу. Хоҙай иҫәнлектән айырмаһын.
– Миләүшә Ҡасим ҡыҙы, һеҙҙең шиғри күңелле кеше икәнегеҙҙе беләбеҙ. Шиғырҙарығыҙға йырҙар ҙа яҙалар. Ҡайҙан тыуа икән күңел­дәрҙе тетрәндерер шиғри моң?
– Үҫмер саҡта һәр кем шиғыр яҙып ҡарайҙыр ул. ªЯҙмышым ижад менән бәйле булғас, шиғыр яҙмау яҙыҡ булыр ине һымаҡ. Айнур улым бәләкәй саҡта, уныњ шуљлыѓына, зирєклегенє хайран šљалып, илћамланып, әкиәттәр ҙә, балалар шиғырҙары ла, хикәйәләр ҙә яҙғыланым. Әле шиғырҙарым күберәк тормош хаҡында. Композиторҙар ҡайһы берҙәренә йыр яҙа икән, тимәк, тойғоларҙың, күңел кисерештәренең уртаҡлығы бар. Ике йыл элек хеҙмәттәштәрем менән “Сәйфелмөлөк” тигән баш­ҡорт халыҡ әкиәтенә таянып, тотош бер мюзикл ижад иткәйнек. Ундағы мөхәббәт йырҙары тиҙ арала таралып, тамашасы һөйөүен яуланы.
Йөрәктән сыҡҡан ѓына йөрәккә үтә. Йыр, әҙәби әҫәр, тамаша, ябай ғына сығыш булһынмы, халыҡҡа бер нимәне лә көсләп тағып булмай: ул ижад емешеңде йә ҡабул итә, йә юҡ.
“Әсә фатихаһы”, “Апайыма аҡ сәскәләр” исемле йырҙарҙың үҙ яҙы­лыу тарихы бар. Ауыр юғалтыуҙарҙан күңелемдә уйылып šљалѓан хистәрҙе šљаѓыҙ´ биттәренә төшөрөп, йөрәгемде ярһытҡан һорауҙарға яуап, йән тыныслығы табырға тырышҡанмындыр, күрәһең. Шиғри һүҙҙәрем кешеләрҙе яҡындарына иғтибарлыраҡ булырға, ваҡытында ҡәҙерҙәрен белергә, һуңламаҫҡа өндәй! Беҙ һәр саҡ ҡайҙалыр ашығабыҙ, абына-тая донъя көтәбеҙ, бер аҙға булһа ла туҡтап, тирә-яҡҡа күҙ һалырға, ҡан туғандарҙың, хатта атай-әсәйҙең хәлен белергә әмәл ҡалмай китә. Ә тормоштоң бар йәме – бөгөн, әлеге мәлдә, яҡындарың янында…
– Үҙегеҙҙе күберәк кемгә оҡшаталар? Эшкә маһирлыҡ, таһыллыҡ, һалҡын аҡыл, донъяны нескә тойоу һәләте – барыһы ла бер кешелә нисек тупланған икән? Ғорурлыҡ, үҙ баһаңды белеү сифаты ҡайҙан килә?
– Бер ҡасан да: “Мин шулай йәки былай икән”, – тип уйлағаным юҡ. Күп балалы ғаиләлә бәләкәстән эшкә өйрәнеп үҫкәнгәлер, моғайын, үҙемә үтә талапсанмын. Һәр башлаған эште лайыҡлы рәүештә аҙағына еткереп ҡуйырға тырышам. Кешене абыныуҙар, күңел тетрәнеүҙәре лә сыныҡтыра. Мине шулай төрлө яҡлап килгән итеп күреүегеҙ ҡыуандыра, әлбиттә. Әммә маҡтауҙың да насар яғы бар. Әҙәм балаһы “мин ниндәй шәп икән” тип үҫештән туҡтауы ихтимал. Һеҙ әйтеп үткән сифаттарға өлөшләтә булһа ла тура киләм икән, тимәк, артабан камиллашыу өсөн мөмкинлектәр бар.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙ – мәктәпте тамамлағас та, ҙур сумка һөйрәп, таныш түгел ҡалаларға юлланған, үҙ яҙмыштарын үҙҙәре ҡорған һәм осраҡ ғали йәнәптәре ярҙамында тормоштарын ойошторған быуын вәкилдәре. Үҫмер сағыбыҙ 90-сы йылдарҙың һынылышлы осорона тап килде. Тәбиғәттән бирелгән һәләт өсөн Хоҙайға, һалынған тәрбиә өсөн атай-әсәйгә, уљытыусыларыма, ә ҡалғаны өсөн мине уратып алған кешеләргә, йәмғиәткә рәхмәтлемен һәм бурыслымын.
– Бөгөн үткәнгә бағып, тормошоғоҙға ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Ғөмүмән, үкенестәрегеҙ бармы?
– Беренсенән, әле ниндәйҙер һығымталар яһау иртәрәктер. Икенсенән, минең тормошҡа баһаны үҙем түгел, балалар һәм ейәндәр ҡуйырға тейеш. Үкенесе булмаған кешене, тулы тормош менән йәшәне, тип әйтеп буламы икән? Кемгә лә ваҡ һәм мөһим мәсьәләләрҙә тармаҡланып киткән юл сатында йыш торорға тура килә. Ошо мәлдә гел генә дөрөҫөн һайлау мөмкин дә түгелдер. Оло хаталарҙан Хоҙайым араланы, шуға шөкөр.
– “Ашҡаҙар” радиоһын тыңлаусыларҙы алда ниндәй яңылыҡтар көтә? Яңы проекттар хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙсе?
– Мин, ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа киҫкен үҙгәрештәргә ҡаршы. Аңлы һәм кеше мәнфәғәтен ҡайғыртҡан яңылыҡтар яҡлымын. Шуға “Ашҡа­ҙар”ҙа яңы миҙгелдә тапшырыуҙар­ҙың ҡайһы берҙәрен алмаштырып, ҡайһыларына яңы алып барыусылар саҡырып, өс-дүрт яңы рубрика өҫтәп, ил һәм республика кимәлендә иғтибар үҙәгендә булған темаларға иғтибарҙы тағы ла арттырып, яйлап байытыу яғындамын. Айырып бер нисәүһен телгә алып киткәндә, матбуғат сараларында телмәр дөрөҫлө­гөнә иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында, университеттан тел белгес­тәрен саҡырып, көндәлек ҡулланма кеүегерәк рубрика әҙерләйбеҙ. Әле­гәсә даими барған Башҡортостан йылғалары, күлдәре, тау-таштары, ҡоштары тураһындағы мәғлүмәтте шифаханалар, кейектәр, үҫемлектәр донъяһы менән байытырға иҫәп бар. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәл­телгән яңы тапшырыу һәм ижади бәйге күҙ уңында тотола. Мәғарифҡа иғтибарҙы арттырырға ниәтләйбеҙ. Бөтә серҙәрҙе асыу кәрәкмәйҙер. Тыңлаусыларыбыҙ эфир тулҡындары аша яңылыҡтарҙы үҙҙәре ишетеп белер. Рухи ҡиммәттәрҙе, йәшәү ҡөҙ­рәтен, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлауға байтаҡ өлөш индергән “Ашҡаҙар”ҙы тыңлауҙан республикабыҙ халҡын мәхрүм итә генә күрмәһендәр бары…
– Миләүшә Ҡасим ҡыҙы, әңгәмә­геҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең артабан да емешле ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ. “Ашҡаҙар”ҙың киләсәктә республиканың, халҡыбыҙҙың ғорурлығына, дәүеребеҙҙең изге ҡомарт­ҡыһына әүерелеп, халыҡ-ара сәнғәт, мәҙә­ниәт, әҙәбиәт бәйлә­нештәрен үҫтер­гән заманса радио булып ҡалырына иманыбыҙ камил.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әңгәмәләште.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook