Хәлисә МӨҘӘРИСОВА: “Алтын шәфәҡ уттарында Аҡ болоттар яна”

Өмөт
Өмөт уты – яҡты йондоҙ
Дәүерҙәр төнөндә ул.
Өмөтһөҙлөк иң тәрәндә –
Упҡындар төбөндә ул.

Өмөт бит ул ауҙай нәҙек
Һәм нескә ат ҡылынан,
Тик ул ҡоростан да ныҡлы,
Өҙөлә иң һуңынан.

Өмөт – кешенең юлдашы,
Өмөт көс бирә йәнгә,
Өмөт әйҙүкләй бит алға
Йығыламын тигәндә.

Өмөт иң һуңынан үлә,
Аманат тереләргә:
Өшөгәнгә, күшеккәнгә,
Бәхетле түгелдәргә.

Өмөт барыһын да еңә,
Ул – яҙғы бөрөләрҙә.
Янһын өмөт тәҙрәләрҙә
Һәм беҙҙең күңелдәрҙә.

* * *
Был йәй һинһеҙ үтеп бара,
Үтеп бара, бара.
Муйылдарҙың тәлгәштәре
Ҡыҙыл түгел – ҡара.

Йәйҙең һуңғы бар йылыһы
Ямғыр булып тама.
Ваҡыт еле аямағас,
Сәстәр юлаҡлана.

Алтын шәфәҡ уттарында
Аҡ болоттар яна.
Һуңғы өмөт, киҫәтеүме,
Әллә әсе яра:

Йәйең минһеҙ үтеп бара,
Үтеп бара, бара!..

* * *
Йәйҙең һуңғы төнө был төн,
Шундай тын был төн.
Йыйған, йыйылған, тулышҡан –
Булмышы бөтөн.

Әйтерһең, болоттар ярып
Йәшен үтмәгән,
Аяуһыҙ ҡойон күктәрҙе
Ярып китмәгән.

Төнгө фонарь яҡтыһында
(Әйтерһең – тере)
Көҙгө күбәләктәр түгел,
Аҡ таж бөртөгө.

Асыҡ балкон ишегенән
Үтеп бүлмәмә,
Төн ҡошоноң ҡанат еле
Шәмдә тирбәлә.

Күктәр серле, матур бүләк
Әҙерләй кеүек.
Әле көҙ түгел донъяла,
Әле йәй кеүек.

Тик усаҡта дымлы төндә
Ут түгел – төтөн.
Йәйҙең һуңғы төнө был төн,
Яманһыу был төн.

* * *
Күҙ-даръяңда һөйөү – кәмәм
Һәләкәткә юлығыу.
Кешеләрҙән һәм һинән дә,
Үҙемдән дә был ҡурҡыу.

Ете елгә асыҡ йәнем
Әле бикле ситлектә.
Сиктәр сикләй алмай тиһәм,
Асылмай бит ишек тә.

Араларҙа – ажғыр елдәр,
Тулҡын шомло, юҡ тиңе.

Кемдер һине ағарттымы,
Йә ҡарайттымы мине?

Хушлаштың, китә алаһың,
Арала – күпер – тәүбәң.
Тик ниңә һуң күҙ-даръяңда
Тирбәлә һаман шәүләм?

* * *
Күккә сөйөп йән яндырған
Йәшене...
Ҡайҙа хистәр, кипкән шишмә
Йәшеме?
Кемдә ғәйеп, үҙебеҙме,
Яҙмышмы?
Тәкәбберлек, ғорурлыҡмы,
Яң(ы)лышмы?
Ныҡ эҙләһәң, эҙләгәнең
Табыла.
Онотолһон? Ҡыуһаң – күңел
Абына.
Моңло йырҙан һүҙ онотолһа,
Көй ҡала.
Ҡайҙа һөйөү? Ник яранан
Йөй ҡала?




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook