Әйткәндәрем килә алдыма

Әйткәндәрем килә алдыма
Уның тауышы йөрәккә май булып яѓыла, йәнде тынысландыра. Аҡ йөҙө, төҙ һыны менән дә арбай ул. Ә күҙҙәре гел йылмая. Әйтерһең дә, Алһыу Бәхтиеваның һәр көнө, сәғәте, минуты тик ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына тора. Шулай бәхет ҡойоно уйнатып йөрөүенән еләмәй ҙә ул, ялҡ­май ҙа... Көләкәс кенә тауышында – гел ышаныс, тәүәккәллек, Ер шарының ҡайһы яҡҡа тәгәрәүен дә ул хәл иткән­дәй тойолоп китә хатта.
“Ун туғыҙ йәшемдә һәләкәткә осраным. Юл аша сығып барғанымда машина килеп төкөттө лә, бер аяғым сарсылып һынды. Шул мәлдә иҫемде юй­ҙым, йәнем күккә осто, эргәмдә йүгерешеп йөрөгән кешеләрҙе бейектән күҙәтеүем әле лә күҙ алдында. Ярай әле, бер изге йән яһалма тын алдырып, кәүҙәмә йән индереп ебәрҙе. Операция яһап, билдән өҫкә тиклем гипслап ҡуй­ҙылар. Эйелә-бөгөлә лә, ултыра ла алманым. Йәш, тиктормаҫ ҡыҙ өсөн был үҙе оло ғазап ине. Ярай әле ағайым ме­нән еңгәм Салауат ҡалаһына алып ҡайтып, мине үҙҙәре ҡараны. Шул мәлдәрҙә йә­шәү ҡәҙерен тойған, һаулыҡ хаҡын аңлағанмындыр, тием. Әгәр ҙә аяғыма баҫып, атлап китә алһам, бер ваҡытта ла арымаясаҡмын, тип нәҙер әйттем.
Олатайым менән өләсәйем, совет заманында йәшәһә лә, бик диндар булды. Өләсәй намаҙ уҡыны. Бик күп нә­мәгә өйрәтте ул беҙҙе, балалығыма барып, мәлендә илтифат итмәгән һымаҡ булһам да, бына хәҙер, теге йәки был хәл килеп тыуғанда, иҫкә төшә бит әйт­кәндәре. Ҡайһы берҙә хатта аптырап китәм. Тубыҡтан ҡыҫҡа итәк кейҙермә­не ул беҙгә. Өләсәйгә күрһәтмәй генә салбар тегеп алып, дискотекаға шуны йәшереп кенә кейеп сыға торғайным.
Мин ғаиләләге ете баланың алтын­сыһы булһам да, бәләкәй тип иркәләт­мәнеләр. Һәр кемебеҙҙең йорт эсендә үҙенә генә тәғәйен эштәре, йомоштары булды. Шуны башҡармайынса, уйынға тотоноу юҡ. Атай менән әсәй уҡытыусы, улар мәктәптән бушаманы. Шулай булһа ла, бик йүнсел инеләр, донъялары һәр саҡ төҙөк, һәр нәмә мул булды.
Зәһәр туҡһанынсы йылдарҙа бер ара етебеҙ ҙә студент булып киттек. Юҡлыҡ тип, беребеҙҙе лә уҡыуҙан айырманылар. Әсәйем емеш-еләк йыйып, кешенән йөн йыйып, кейеҙ ба­ҫып, унан төрлө нәмә эшләп тә, һөт йыйып, май-ҡорот итеп тә, ҡош-ҡорт үҫтереп тә һатты. Уның юҡты бар итә белеүе шул тиклем тәбиғи, шулай булырға тейеш һымаҡ ине беҙгә.
Өләсәй һәр беребеҙгә, хәйерле бала булһын, тип теләне. Нимәне булһа ла, хәйерленән булһын, тип әй­тегеҙ, тип ошо һүҙгә айырым бер мә­ғәнә һала ине ул. Шуға ла, һәр эшкә, аҙағы хәйерленән булһын, тип ҡурҡ­май тотонорға өйрән­дем. Сибай дәү­ләт драма театрына эшкә ҡайтҡас та, еңел автомобиль йөрөтөү курстарына яҙылдым. Зифа апай Баязитованы ла әйҙүкләнем. Ул, алай ҙа шунда мине күндергәнһең, тип һаман да миңә рәх­мәт әйтә. Тәүге машинам етенсе модель “Жигули” булды, Аллаға шөкөр, бы­на ун йыллап руль артынан төшкән юҡ. Үҙ машинаң булыу донъя көтөүҙе бик еңелләштерә. Шуға ла, журнал уҡыусылар араһында икеләнеп йөрөү­селәр булһа, уларға һис һүҙһеҙ тәүәк­кәлләгеҙ, тип әйтер инем. Үҙем ижад кешеһе, хислемен, өйрәнеп китеүе артыҡ еңелдән булды, тип әйтә алма­йым. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр ҙәһә, оҫтарҙым да киттем. Өфөгә күс­кәс, улымдың баҡсаһы ла, мәктәбе лә өйгә яҡын булманы, шунда был һө­нәрем бигерәк ярап ҡалды”.
Яҙмыш тигәндәре борма-борма бит ул, киләһе артылышта һине ни көтөрөн алдан белеп булмай. Баш осонда йәйғор әле бар, әле юҡ, ләкин ҡояш көн һайын ҡалҡа, ул күңелдәрҙе ҡараңғылыҡта ҡалыуҙан аяй. Алһыу Бәхтиеваның да һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәйем тип ҡорған матур ғаиләһе тарҡалып ҡуя. Заманында уларға һоҡ­ланмаған, “аһ” итмәгән кеше ҡалма­ғандыр, береһенән береһе һәләтле, һылыу йәштәр журнал биттәренән, зәңгәр экрандарҙан төшмәне, улдары Азамат та бәләкәйҙән ил күрке булды.
“Әллә күҙ тейҙе, әллә йәшлек шау­ҡымында үҙебеҙ һаҡлай белмәнек ғаи­ләне, заманыбыҙ афәте беҙгә лә ҡағылды, шул сәбәптән юлдарыбыҙ асаланды. Рәнйеүем дә, үпкәм дә юҡ яҙмышҡа. Һәр икебеҙ ҙә: Фәрүәз Урман­шин да, мин дә сәнғәттә йондоҙ булып ҡала алды, тиҙ генә булмаһа ла, үҙ яртыһын табып, ғаилә ҡорҙо”,– ти ул был турала.
Баш ҡалала бер үҙенә бала үҫтереү, ныҡлап аяҡҡа баҫып китеү еңел булмай, әлбиттә, Алһыу Исмәғил ҡыҙына. Уңғанлығы, етеҙлеге ҡот­ҡара уны.
“Миндә һәр ваҡыт туғандарым йәшәне, үҙебеҙ генә торғанды иҫләмә­йем дә. Аллаға шөкөр, фатирлы булдым, ер һатып алдым, йорт һалдым, баҡса ултырттым. Апай-ағайҙарҙың да балаларын шул баҡсаға ҡуша алып йөрөп, эшкә өйрәттем. Затыбыҙҙа ту­ғанлыҡ хисе көслө. Кемгә ниндәй кә­ңәш, ярҙам кәрәк, “һә” тигәнсе самалап алып, эшләп тә ҡуябыҙ. Мине лә шул берҙәмлек ҡотҡарҙы, ауыр саҡта апайыма, ағайҙарыма һыйындым.
Ләкин беҙҙең тәбиғәт шулай ҡо­ролған, парһыҙ кешенең күңеле тү­ңәрәк түгел. Ҡулымды һораусылар ҙа булды, ләкин күңелгә ятҡаны булманы. Кистәрен ятҡас, эсмәгән, тартмаған, иманлы, донъя көтөүгә ихлас ҡына кеше осраһын, тип теләй инем. Яңғыҙ йәшәүемә ун йыллап булып китте, ундай кеше һаман табылманы.
Шулай бер ваҡыт Фәниә тигән апай менән һөйләшеп, яҡынайып киттек. Ул миңә, балаҡайым, нишләп те­ләктәреңде улай кистән, ҡараңғылыҡҡа теләйһең һуң, теләкте бит иртә таңдан, донъя һил саҡта, өс менән биш араһын­да теләр кәрәк, тине. Доғалар белмәһәң, былай ғына телә. Шулай ҙа айырым берәй теләкте тормошҡа ашырам ти­һәң, “Көлһыуалла”ны (“Єл-Ихлас сү­рєће”) ете йөҙ ҙә илле тапҡыр уҡырға кәрәк, тине ул миңә. Өләсәйҙән дин һабаҡтары алып үҫкәс, ҡайһы бер доға­ларҙы белә инем. Буласаҡ тормош ип­тәшемдең дәрәжәһе лә, мал-мөлкәте лә мөһим түгел, бары тик кешелек си­фаттары юғары булһын, тип уйланым. Бер төндә шулай күмәкләшеп гастрол­дән ҡайтып киләбеҙ, яйлап ҡына таң һыҙылғандай итә. Фәниә апайҙың һүҙ­ҙәре иҫкә төшөп, ҡыҙыҡ өсөн генә тигән һымаҡ, теләк теләй-теләй доға­ны уҡый башланым, ун, йөҙ, өс йөҙ тапҡыр, иҫәп-һанды ла юғалттым, үҙем туҡтамайым... Бер көндән тәҡдим яһанылар, мин уның менән таныш инем инде, ләкин ирем булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем”.
Мөғжизәме икән был, юҡмы, мин быны беҙгә, динебеҙ ҡанундарын, ул өйрәткән кәңәштәрҙе, ҡанундарҙы тота, ҡуллана белмәгән ябай һәм моңһоҙораҡ әҙәмдәргә бер ишара һымаҡ ҡабул иттем. Һүҙ көсө, һүҙ ҡәҙере тип күпме хәбәрҙәр һөйләһәк тә, тормошта, эй, әрһеҙ ҡыланабыҙ ҙа инде беҙ һүҙ менән мөғәләмәлә.
“Әйткәнем килә лә ҡуя минең, уйламай һүҙ һөйләргә ярамай бит ул. Яулыҡты ла, кейәүгә сыҡмаҫ борон уҡ, зауығыма һәм күңел талабыма ярашлы тип, ябына инем. Әлбиттә, иптәшем исламды ныҡлы белгәс, унан да күп нәмәгә өйрәнәм. Әммә үҙегеҙ беләһе­геҙ, мосолмандарҙа көсләп дингә күн­дереү юҡ, һәр кем үҙ рухиәтен хәленә һәм иман ныҡлығына ҡарап үҙе ҡурса­лай. Өләсәйемдең бер кешегә яҡшылыҡ эшләһәң, унан яуап көтмә, Хоҙай һиңә уны икенсе яҡтан алып килеп бирә, тигән һүҙҙәренә таянып, булды­ра алғансы, яҙмыш юлында осрағандарға терәк булырға тырышам”.
Алһыу Бәхтиеваның улына ла ун ете йәш булып киткән икән. Азамат сабый ғына сағынан “Тамыр” каналының “Сәңгелдәк”, “Иләү” тапшырыуҙа­рын алып барҙы, “Сулпылар”ҙа йырлап еңеүсе лә булды. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап ролдәрҙә уйнап та, таң ҡалдырҙы ул беҙҙе. Ул башҡарған “Әсәйемә”, “Яҙ кәйефе”, “Ҡыҙыл юрға” һәм башҡа йырҙар “Юлдаш” каналы тулҡындарында даими яңғырап тора.
“Азамат та мәж килеп туғандар менән бергә эшләп үҫте. Егет кеше, ҡала балаһы, шашып китмәһен тип, теҙгенде баштан уҡ ҡаты тоторға тырыштым. Мөйөшкә сыбыҡты ла, ҡа­йышты ла элеп ҡуйҙым, ир баланы һәмһелдәтеп тәрбиәләп булмай бит. Кәрәк тип тапҡанда, ағайҙарым ирҙәр­сә әңгәмә лә үткәреп ала. Һәр яңылыш эшләнгән ҡырын эш өсөн дә үҙенә яуап тоторға тура киләсәген ул яҡшы белә. Аллаға шөкөр, олатаһы менән өләсәһе лә иҫән саҡтарында күңеленә ем һалып өлгөрҙө. Сабый ғына сағында мәшһүр Заһир ағай Исмәғилев, тауышы көслө, опера йырсыһы буласаҡ, тип юраһа ла, музыка мәктәбен дә тамамлаһа ла, әлегә юридик колледжда белем ала. Киләсәктә кем булып китер – уныһын ваҡыт күрһәтер. Иң мөһи­ме – һау-сәләмәт, бәхетле булһын балам”, – тип йылмая әсә.
Алһыу Бәхтиеваны әҙме-күпме бел­гән һәр кем уның уңған һәм бөтмөр хужабикә булыуын телгә алмай ҡалмай. Ҡасан барып инһәң дә, өйө йыйнаҡ, өҫтәле һый-ниғмәттән һығылып тора, үҙе бөхтә, йөҙөндә – йылмайыу.
“Йыш ҡына, нисек өлгөрәһең, тип һорайҙар. Оҙаҡ уйлап тормайым мин, тотам да эшләйем. Йорт мәшәҡәттә­рен, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ өйөп, аҙ­на аҙағында башҡармайым. Көн һайын әҙ-әҙләп, берәмләп кәме­тә барам. Ял көндәренә күп ҡалдырмаҫҡа тырышам, ҙурыраҡ мәшәҡәткә иһә һеңле-ҡустыларымды өмәгә әй­тәм. Бешеренгән арала битемә аш-һыу бүлмәһендә бул­ған тәбиғи ризыҡтарҙан битлек һалып ҡуям, шул арала йырҙарымды ҡабатлайым. Ҡа­ралған тән менән ҡаралма­ғаны ара­һындағы айырманы мин тәр­биәле баҡса менән ташландығын сағыштырған кеүек, тип әйтер инем, үҙеңә битараф булырға ярамай. Баҡсала эшләргә яратам, нимә генә үҫтермә­йем мин унда. Ҡышҡыһын үҙең эшлә­гән ҡайнатмаларҙы, салаттарҙы асыуы үҙе бер кинәнес. Ғөмүмән, әйбер, ризыҡ ҡыҙғанмайым, бүлешкән һа­йын, Хоҙайым арттырып бирә”.
Яратҡан йырсыбыҙ, ысынлап та, эшкә талымһыҙ. Алһыу Бәхтиеваның хыял-ниәттәре етерлек, тик әлегә уларын сер итеп ҡалдырыуымды үтенде. Яҡын киләсәктә беҙ уны үҙебеҙ өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан, өр-яңынан да асырбыҙ әле. Донъябыҙҙы ҡотлораҡ итергә килгән сихри моңло һандуға­сыбыҙҙың, хәйерленән булһын, тип башлаған өр-яңы тормош артылышы­нан тик һөйөнөслө яңылыҡтар ғына ишетергә яҙһын, Алла бирһә. Нәҙере­нә тоғро ҡалып, бәхетле булыуҙан да, башҡаларҙы бәхетле итеүҙән дә арымаһын, тип теләге килә уға.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook