«Япа-яңғыҙ мин донъяла»,– тимә …

«Япа-яңғыҙ мин донъяла»,– тимә …
Кешеләр яҙмышы, йәй­ғорҙай, төрлө төҫтәрҙән үрелгән: күңелдәрҙе күк­кә күтәрерлек бәхетле миҙгелдәр ҙә, ҡайғылы мәлдәре лә етерлек. Берәүҙәр өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы лайыҡлы күтәрһә, икенселәрҙең ҡанаттары ҡайырылып һы­ныуы ихтимал. “Уларҙы көсһөҙлөктә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Бер ҡасан да минең менән ундай хәл булмаясаҡ, тимәгеҙ. Сөнки тормош шул тиклем ҡатмарлы, һис уйламағанда тап шундай хәлдә ҡалыуығыҙ бар”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр шаңҡытырлыҡ һынауҙарҙан йөрәге теткеләнеп, ғәйәт ҙур донъяла үҙен япа-яңғыҙ, сикһеҙ бәхетһеҙ тойған ҡатындарға љарата миһырбанлы булырға саҡырғандай.
Башҡортостаныбыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйындырыусы тәүге үҙәк 2004 йылда Белорет ҡалаһында асыла. Матур өлгө тиҙ таралыу таба, артабан улар баш љалала, б∆тєн төбєктєрґє ойошторола.
Бөгөн ауыр тормош кисереүсе ғаиләләрҙе, йәберләүгә дусар ителгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яҡлауға республикабыҙҙа дәүләт кимәлендә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бер төркөм депутаттары “Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы булдырмау хаҡында” закон проекты эшләп, уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына тәҡдим итеүе илебеҙҙә яҙмыштарҙы, күңелдәрҙе имгәтеүсе күренешкә сик ҡуйылыр, тигән өмөт уята.
Белореттағы үҙәк 2007 йылда үҙ аллы дәүләт ойошмаһы булыуҙан туҡ­тап, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексының бер бүлексәһе итеп ҡалдырылһа ла, республикабыҙҙа ул барыбер был өлкәләге беренсе ҡарлуғас. Яҙмышының иң әсе көндәрен кисереүсе гүзәл зат баш төртөр йорттоң иң тє∆ґє төпкөлдә, урман-тауҙар араһындағы төйәктә, асылыуы, уйлап ҡараһаң, үҙе ғәжәп күренеш. Биләмә­ләрендәге халыҡтың нисек йәшәүен, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың хәлен биш бармағылай белгән оло йөрәкле ханым – район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Зифа Юлсурина күңелендә йөрөгән хыял була ул. Был вазифаға килгәнсе ҡалалағы мәктәп-интернатты етәкләгән осорҙа ауыр яҙмышлы әллә күпме әсәләрҙең фажи­ғәһенә шаһит Зифа Исмәғил ҡыҙының йөрәгенә инеп ултырған уй, инаныу булып, эҙмә-эҙлекле уның эшмәкәрлегендә сағыла, булмышын биләй: “Ҡатын-ҡыҙ бәхетһеҙ икән, уның балалары ла, яҡындары ла бәхет төҫөн белмәй”. Тәҡдимде район башлығы ла, республика етәкселеге лә күтәреп үк ала. Тик бер шарт ҡуялар: бик төҫмөрләнмәгән яңы эште үҙеңә башлап ебәрергә тура килер.
«Япа-яңғыҙ мин донъяла»,– тимә …
Зифа ханым Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар ҡалаларындағы кризис үҙәктәренең тәжрибәһен өйрә­неп, иң һөҙөмтәле алымдарын үҙ эш­мәкәрлектәренә күсерә. “Лилея” – моңло яңғырашлы исемде лә үҙәккә үҙе һайлай: боронғо мифологияларҙа ҡатын-ҡыҙ затлы алиһәне шулай тип атаһалар, икенсе мәғәнәһе иһә аҡ сәс­кә тигәнде аңлата. Тәүлек әйләнәһенә асыҡ йорттоњ ишектәре, әйткәндәй, икәү була: урам яҡтағыһын асыусыларҙы ла, артыҡ күҙҙәргә күренмәҫкә теләүселәр өсөн уйылған артҡы ишектән инеүсе­ләрҙе лә ҙур ихласлыҡ менән ҡаршылайҙар. Иренән туҡмалып, ҡанһырап саҡ килеп еткән ябай ауыл ҡатынымы, ғаиләһе өсөн тик аҡса табыусы йөк атына әйләнеп, бөтөнләй ҡәҙере китеүҙән йәне биҙрәгән эшлекле ханыммы – һәр береһе ғүмерҙә лә күрмәгән хәстәрлек менән солғап алына. Тәжри­бәле психологтар, психотерапевт, юрист, гинеколог, социаль эш буйынса белгестәр – барыһы ла өшөгән күңел­дәрҙе йылытыу, артабан йәшәп китерлек көс тупларға ярҙам итеү маҡсаты менән ҡанатланып эшләй.
– Алты кешегә иҫәпләнгән стационарҙа йыш ҡына кешеләр унан күберәк булып китә ине. Белорет ҡалаһында һәм районында йәшәүселәр генә түгел, йән таянысы эҙләп, Әбйә­лилдән, Архангелдан килеүселәр ҙә байтаҡ булды, – тип хәтерләй Зифа Исмәғил ҡыҙы.
Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаи­ләләр иһә айырым иғтибар үҙәгендә була. Сырхау сабыйҙарҙы реабилитация үҙәгенә дауаларға һалһалар, көнө-төнө улар янында китмәйенсә үҙҙәре лә йонсоған әсәләрҙе стационарға урынлаштырып, ял иттереп, һаулыҡтарын ҡайғырталар. Балаһының сире үҙенсәлектәре, уны тәрбиәләү һәм тормошҡа яраҡлаштырыу хаҡында киң мәғлүмәт бирергә, ҡатмарлы яҙмышлы был ҡатындарҙың рухын нығытырға тырышалар.
Ҡурсаҡ уйнап туймаған килеш бәпес тапҡан бәлиғ булмаған әсәләр өсөн дә курстар ойошторола.
Үҙәк ҡыйырһытылған, барыр ере булмаған ҡатындарҙы ғына түгел, ире менән айырылыуҙан, йә яҡын кешеһен мәңгегә юғалтыуҙан һушына килә алмай йөрөгән, шулай уҡ пенсияға сыҡ­ҡас, үҙен кәрәкһеҙ тойоп, тәрән күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән ханымдарҙы ла үҙ ҡосағына ала. Мәҫәлән, хаҡлы ялдағылар өсөн махсус кисәләр, хәтер­ҙе нығытыусы уйын-күнекмәләр үткә­релә, көҙгөлө залда көнсығыш бейеүе түңәрәге асып ебәрәләр. “Лилиә”гә (халыҡта уны шулай тип атайҙар) йә­берләнгән, йәшәү йәмен юғалтҡан ҡа­тын-ҡыҙҙар ағымы туҡтамай. Гүзәл зат ҡына түгел, ир-ат та яҡын күрә был йортто: балаларын яңғыҙ тәрбиә­ләүсе атайҙар, уларға етемлек төҫө инмәһен, ҡулдан ысҡынып ҡуймаһындар, тип хафаланып, йыш мөрәжәғәт итә. Үҙәк­тең матур эштәре хаҡында хәбәр республикаға, унан бар илгә тарала: ғаилә һәм ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелеүе иһә уның тәжрибәһенең ысын-ысындан үҙенсәлекле, ҡабатлан­маҫ булыуы хаҡында һөйләй.
«Япа-яңғыҙ мин донъяла»,– тимә …
Бөгөн Зифа Юлсурина хаҡлы ялда. Ул ҡасандыр йән өргән, бәпләп үҫтер­гән эште лайыҡлы дауам итергә ынтылалар. Бүлексә мөдире вазифаһын башҡарыусы Юлия Чаброва, психолог Марина Лунегова, психотерапевт Фл∆рє Ғилметдинова, юрисконсульт Альбина Сәйетбатталова, социаль эш буйынса белгестәр Лилиє Артемова, Роза Алексеева, Эльвира Мостаева, йога серҙәрен өйрәтеүсе Венера Аҙнабаева, физкультура буйынса инструктор Татьяна Бабашева – байтаҡ йылдар дауамында тәжрибә туплаған кешеләр. Заманалар үҙгәреп, сығымдар­ҙы янға ҡалдырыу талабынан стационарҙағы урындар өсәү итеп ҡалдырыл­һа ла, үҙәк эшмәкәрлегенең һәр йүнә­леше һаҡланып ҡалған. Йыл һайын бында ярҙам һорап ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Берәүҙәр һыйындырыуҙы үтенеп килһә, икенсе­ләргә хоҡуҡи кәңәш, өсөнсөләргә дәүләт тарафынан ҡаралған социаль ярҙамды алыуҙа булышлыҡ итеү кәрәк. Тәүлек әйләнәһенә бушлай ышаныс телефоны шылтырап тора. Матурлыҡ залында йога һәм бейеү менән шөғөл­ләнәләр. Әлеге мәлдә 124 ғаиләгә патронаж ярҙам күрһәтелә. Мәрхәмәтле кешеләр тарафынан әленән-әле тулы­ландырылған әйберҙәр банкыһында үҙҙәренә ярашлы кейем һайлап алыу­сылар күп. Стационарҙағы урындар ҙа бушап торғаны юҡ, былтыр унда 40 ҡатын һыйыныу тапҡан. Әле өс әсә йәшәй: балаларын үҙҙәре генә үҫтереү­се ике һылыуҙы һәм олоғайған көнөн­дә йорто янып ҡаза күргән ҡатынды тәҡдир бер ҡыйыҡ аҫтына йыйған. Әсәләр үҙәктә ике ай була ала. Ошо ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәр уларға торлаҡ, эш мәсьәләһен яйға һалышырға тырыша. Ҡыйралған күңелдәрҙе имләп, яҙмыштарҙы ипкә килтерешеү бик ябай эштәрҙән түгелдер.
– Әммә ҡараңғы донъяға сумырға торған йәнде яҡтылыҡҡа сығара алабыҙ икән, уның менән бергә беҙ ҙә бәхет тойғоһо кисерәбеҙ. Мәҫәлән, бер ҡыҙыбыҙҙың сәләмдәрен алған һайын ҡыуанабыҙ. Ул һылыуҙың беҙгә нисек килеүе һаман күҙ алдында, – тип һөйләй Юлия Валерьевна. – Бала табыу йортонда ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ­ҙың сабыйынан баш тартыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Алыҫ ауылда йәшәүсе ата-әсәһе: “Балаң менән күҙебеҙгә күренәһе булма!” – тигән икән. Белгестәребеҙ, бәпесең менән бер аҙна йәшәп торорһоң, тип көйләп, ҡыҙҙы үҙебеҙгә алып ҡайтты. Шартлап тор­ған ата-әсәһе менән һөйләшеп, уларҙы ыңғайға килтерҙек. Ә ҡыҙ шундай хәс­тәрлекле әсә булып сыҡты – сабыйын ҡулынан төшөрмәй. Билет алып, үҙе­беҙ автобусҡа ултыртып, ауылына оҙа­тып ебәрҙек. “Бәпесем миңә йәшәү көсө бирҙе”, – тип һөйләне беҙгә ул аҙаҡ. Юғары уҡыу йортона инеүе лә, яуаплы эшкә урынлашыуы ла уның хаҡына була. Әле ул бик шәп егеткә кейәүгә сығып, матур итеп донъя көтә, үҙ эшен асып ебәргән. Ире һәм ике балаһы менән килеп, рәхмәттәр уҡып китте.
Тырышлығыбыҙ юҡҡа сыҡҡан саҡ­тар ҙа булғылай, әлбиттә. Бер йәш ҡа­тындың ғибрәтле яҙмышын оноторлоҡ түгел. Уны бәләкәй сағында әсәһе вокзалда ташлап ҡалдырған була. Бала бағыу бәхетенән мәхрүм ғаилә уны тәрбиәгә алып, үҙ ҡыҙҙарылай яратып үҫтерә. Ун һигеҙ йәше тулыуға фатир алып ҡуялар. Ҡыҙ ирһеҙ игеҙәк балалар тапҡас, улар менән йәшәгеһе кил­мәйенсә, фатирына күсмәксе. Ата-әсәһе рөхсәт бирмәй: “Балаларҙы йүнләп ҡарамай”, – тип зарлана, ҡыҙ иһә: “Улдарымды тартып алырға итә­ләр”, – тип уларҙы ғәйепләй.
Бар күңелен һалып баҡҡан бала­һының һалҡынайыуы өлкәнәйеп бар­ған ата менән әсә өсөн фажиғә ине. Беҙ, араларындағы көсөргәнеш кәме­гәнсе тип, игеҙәктәр менән йәш әсәне үҙебеҙгә алдыҡ. Балаларҙы башта дауа­ханала дауаланыҡ, унан баҡсаға урынлаштырҙыҡ. Тиҙҙән ата менән әсә фатир асҡысын тоттороп ҡуйҙы. Ләкин һылыуҡайҙың, балаларын онотоп, кү­ңел асырға яратыуы уларға ла, беҙгә лә тынғы бирмәне.
Ике йыл дауамында был уҙаман менән ханым, психологтарыбыҙ, со­циаль эш буйынса белгестәр уның тормошон тотороҡландырыу, үҙендә яуаплылыҡ тигән тойғоно үҫтереү өсөн ҙур көс түкте. Көндәрҙән-бер көндө әсә, һыуға төшкәндәй, юҡҡа сыҡмаһынмы! Балалар өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә ҡалды. Ҡатын иһә үҙ әсәһе юлын ҡабатланы. Ҡайһы берҙә ҡан тәрбиәнән көслөрәк булып сыға шул.
… Был йортта берәүҙе лә баһаламайҙар, ғәйепләмәйҙәр, һәр яҡлап аң­ларға һәм яҡларға тырышалар. “Һин был донъяла япа-яңғыҙ түгелһең”, – тип, яҙмыштың аяуһыҙ елдәре өҙгө­ләп-тартҡылаған күңелдәрҙе сихәтле йы­лылыҡ менән сорнайҙар. Ғүмер буйы шул йылыны һаҡлап, үҙҙәрен юғалтмай йәшәһендәр өсөн.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Белорет ҡалаһы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook