Бәхет асҡысы – үҙ йөрәгеңдә

Бәхет асҡысы – үҙ йөрәгеңдәБәләкәс ҡыҙҙарыбыҙға һөйләгән мөғжизәле әкиәттәрҙә йыш ҡына батыр егеттең өс башлы дейеү пәрейен еңеп, һөйгәнен ҡотҡарыуы һәм, уға ялҡынлы йөрәген бүләк итеп, оҙон-оҙаҡ йылдар бәхеттә һәм мөхәббәттә йәшәүҙәре хаҡында бәйән ителә. Күп һылыуҙар киләсәген тап шул сағыу төҫтәрҙә күҙ алдына килтерә. Бына батыр егет килер ҙә, бар ауырлыҡтарҙан ҡурсалап, рәхәт, мөхәббәтле тормошта йәшәтер, тип уйлай. Әммә ундай осраҡтар һирәк, хатта юҡ, тип әйтһәң дә була. Сөнки ике яҡлап ниндәй ҙә булһа көс, аҡыл, ырышлыҡ һалмайынса, ғаиләлә аңлауға, бәхеткә өлгәшеү ауыр. Никахлашып, күпмелер ваҡыт бергә йәшәгәндән һуң ялҡынлы хистәр һүрелә башлай. Артабан яҙмыш хистәр ныҡлығына ғына түгел, зирәклеккә, егәрлелек һәм кешелеклек сифаттарына ла һынау тота.

Осрашып йөрөгәндә егет менән ҡыҙ алама ҡылыҡтарын йәшерә алһа, бергә донъя көткәндә юҡ ҡына етешһеҙлектәр ҙә күҙгә салына башлай. Мәҫәлән, эштән һуң кейәү егет өйгә ҡайтырға ашыҡмай, дуҫтары менән осрашыуға ваҡыт бүлә йә башҡа мәшәҡәттәре килеп сыға. Ә йәш ҡатын, һағышын баҫып, йәмле кистәрҙә һөйгәнен көтөп ултырырға мәжбүр. Бигерәк тә, сабыйҙары тыуып, йәш әсәнең ваҡыт еткерә алмай яфаланғанында ҡыйын. Ярай әле әсәһе йә берәй туғаны янында булып, ярҙам итә алһа, ә яңғыҙыңа бындай осраҡта нисек түҙмәк кәрәк?!
Бына һеҙ ҡунаҡҡа йыйынаһығыҙ, ә тормош иптәшегеҙ килешмәгән галстук таљљан. Етмәһә, ябай ғына һүҙегеҙ ҙә уны сығырынан сығара. Ул тыңларға ла, көтөргә лә теләмәй. Әйберҙәрҙе тотошорға, машина ишеген асып индерергә онота. Ҡунаҡта башҡалар менән ҡыҙығып һөйләшә, ә һеҙҙе иҫәпкә лә алмаған кеүек. Яратҡан, ҡәҙерле, ғәзиз кешеңдең үҙен шулай ғәмһеҙ тотоуын күреп, йөрәгегеҙ әрней. Ә ул бер ни булмағандай, кеше алдында һеҙгә йылмайып өндәшә, шаяртҡан була. Күңелегеҙ кителһә лә, уға белдермәйһегеҙ, үтер, һуңынан үҙе аңлар, йәнәһе. Ләкин йәшерен әрнеүҙәр, борсолоуҙар күңелегеҙгә ҡара төйөр булып йыйыла.
“Ашың тоҙһоҙ, һорауҙарың менән йәнемә теймә, алған кейемең һине йәмһеҙ күрһәтә...”– тигән һүҙҙәре лә яман шелтә, кәмһетеү кеүек яңғырай. Һөйгәнеңдән көндән-көн алыҫлаша барғаныңды тояһың. Әммә балалар бәләкәй, сабыр итмәйенсә сара юҡ, тип, үҙеңде ҡулда тоторға, тағы ла мөләйемерәк, яҡшыраҡ, егәрлерәк булырға тырышаһың. Ә ул һинең өҙгөләнеүеңде, әйтерһең, һиҙмәй ҙә. Үҙен һаман хакимдарса тотоп, ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә, ажғырырға сәбәп таба.
Ғаиләлә итәғәтле, баҫалҡы итеп тәрбиәләнгән ҡыҙ балаларҙың күбеһе кейәүгә сыҡҡас, ошондай ҡатмарлы хәл алдында юғалып ҡала. Әлбиттә, һоҡланғыс һыҙаттар нескә затты биҙәй, һөйкөмлө, яғымлы итә. Әммә тормош дилбегәһен ҡулда тоторға өйрәнеү яҙмыш күперҙәренән юғалтыуһыҙ үтергә ярҙам итә. Йәш ҡатындарға бер нисә фәһемле кәңәш тәҡдим итәбеҙ:
– Ирегеҙҙе өҙөлөп яратҡанда ла, үҙегеҙҙе тулыһынса уға арнауҙан тыйылығыҙ. Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт үҙегеҙгә, яратҡан шөғөлөгөҙгә урын ҡалһын, һөйгән кешегеҙ һеҙҙең ихтыярҙы хөрмәт итеп өйрәнһен;
– Үҙегеҙҙе һәм тормошто яратығыҙ. Айына бер тапҡыр булһа ла, матур әйбер алып, үҙегеҙҙе шатландырырға форсат табығыҙ. Быны күреп, ирегеҙ ҙә һеҙгә бүләк яһарға әүәҫләнер;
– Тормош иптәшегеҙҙең оҡшамаған яҡтарын ваҡытында үҙенә әйтеп, аңлатып барыу хәйерле. Кәмһетеүҙе, ғәҙелһеҙ мөнәсәбәтте, йәберләүҙе ваҡытында кисектерә барығыҙ. Хатта бәхәсләшергә, әрләшергә тура килгәндә лә. Көсөргәнеште урап үтергә тырышыу артабан хәлде ҡатмарландыра ғына. Конфликттан ҡурҡмағыҙ.
– Ирегеҙҙең һәр ҡылығынан сүп эҙләүҙән дә фәтеүә юҡ. Донъяла беребеҙ ҙә камил түгел, һәр кемдең ваҡ-төйәк етешһеҙлектәре етерлек. Һөйгәнегеҙҙең күркәм яҡтарын билдәләп үтеү, маҡтау, уға һөйөүегеҙҙе белдереп тороу үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ыңғай йоғонто яһай. Әммә батшаға кеүек баш эйеү, һәр теләген үтәргә тырышыу, бигерәк тә аҡылһыҙ, ҡаты бәғерле ир-егеткә ҡапма-ҡаршылыҡлы тәьҫир итеүе ихтимал. Бында ла нескә урталыҡты табыу мөһим;
– Көнләшмәгеҙ. Кире хис-тойғолар йөрәккә үтеп инһә, иң сибәр ҡатын-ҡыҙҙың да йөҙөн йәмһеҙләй. Әгәр шик тыуһа, уңайлы урын һәм мәл табып, уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. “Мин һөйгәнемә ышанам – уға тулы ирек бирәм. Ул мине тормош юлдашы итеп һайлаған, тимәк, мин – иң-иңе”, – тип ҡабатлап тороу ҙа үҙ көсөңә ышанысты нығыта;
– Үпкәләү, рәнйеүҙәр тормошто зарарлай. Күңелдә йыйылған йәшерен асыу, нәфрәт, ҡурҡыу, ҡәнәғәтһеҙлек ғәйеп тойғоһо барлыҡҡа килтерә. Ғүмер юлынан бергә атлаған кешеңде ғәфү итергә һәм күңелһеҙ ваҡиғаларҙы оноторға тырышығыҙ. Юғиһә, күңелегеҙгә оялаған ғәйепте ирегеҙ тойоп, үҙе лә аңғармаҫтан, һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртеүе ихтимал. Йыш ҡына, көҙгө рәүешеләй, беҙ яҡын кешеләребеҙҙең эске донъяһын, күңел торошон сағылдырабыҙ;
– Үткәндәргә зарланыу, үкенеүҙәр көстө ала. Тормошта һеҙҙе ысын күңелдән яратҡан, аңларға һәм ярҙам итергә теләгән ир-ат та, Голливуд фильмдарындағы кеүек: “Ҡәҙерлем, ҡайғыларың, үкенестәрең тамам, хәҙер үҙем һине ҡурсалармын”, – тип әйтмәйәсәк. Сөнки ул, бик теләгәндә лә, үткәндәргә ҡайтып, һеҙҙе бәхетле итә алмаясағын аңлай. Шуға
ла уңайһыҙлана, өҙгөләнә. Ир-атты ундай һынау алдына ҡуйыу
үҙен аҡламай. Бөгөндөң, әлеге мәлдең, икәү булған минуттарҙың бәхетле үтеүен хәстәрләүҙән дә уңайлыһы юҡ;
– Бер нимәгә ҡарамаҫтан, мөләйем, тыныс, матур кәйефле, күңелсәк булырға тырышығыҙ. Ирегеҙ, балаларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе көйләү өсөн тәүҙә үҙегеҙҙе көйләргә өйрәнеү фарыз. Кешенең кәйефе башҡаларға күсеү, йоғоу сифатына ла эйә бит.
Ошо ябай, әммә һөҙөмтәле кәңәштәрҙе иҫтә тотһағыҙ, тормошоғоҙҙа ҡатмарлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар һирәгерәк осрар, тип ышанабыҙ. Яңы психология китаптарында: “Әгәр бәхетле булырға теләһәгеҙ, ғаиләгеҙ менән бергә үҫергә, камиллашырға тырышығыҙ. Әммә бер ҡасан да яһалма өлгөгә ынтылмағыҙ”, – тип яҙылған. Татыу йәшәгән күршеңдең тормошон ҡабатлап ҡына бәхетле булыу мөмкин түгел. Нәҫелегеҙҙең быуындан-быуынға күскән һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан үҙ ҡиммәттәре, ғөрөф-ғәҙәттәре барҙыр. Шуларға таянығыҙ. Һәр ғаиләнең үҙенә генә хас бәхет сере була. Уның асҡысы – һеҙҙең йөрәктә. Үҙең һәм яҡындарың менән ихлас, мәрхәмәтле булғанда ғына бәхет ишектәре асылалыр.
А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook