Ауыл осондағы тын йорт

Ауыл осондағы тын йорт“Илле йыл ирет минең өсөн ҡарҙарҙы”. Әбйәлил ра­йоны Салауат ауылында урынлашҡан хоспис мөдире Хәлиҙә Ғәйфуллина күңелендә инде яҙылып бөтөп, һәр өтөрө, нөктәһе ҡуйылған, аҡ ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡалған китабын шулай тип атаясаҡ. Үлем менән йәшәү араһындағы күҙгә кү­ренмәҫ ебәк пәрҙәнең ни тиклем йоҡа икәнлеген көн дә күреп йөрөгән һылыу күңелендә яралған ул китап барсабыҙҙың йөрәген урынынан ҡуптарыр.
“… Һыҙланыуын күҙ ҡарашына ла сығармаҫҡа тырышып, уйнап-көлөп һөйләшергә көс тапҡан уҙамандың сабырлығына таң ҡалырлыҡ ине. Барыбыҙ ҙа уға ныҡ итеп эҫендек.
Сатнама һыуыҡ февраль иртәһен­дә һигеҙ тулмаҫ борон эшкә килеп етһәм, шәфҡәт туташы: “Ағайыбыҙ китеп бара. Һалған дарыу тәненә үт­мәй”, – тип ҡаршы алды. Мулла са­ҡырттыҡ, төпкөл ауылда йәшәүсе ғаиләһенә хәбәр иттек. Үҙебеҙ һаман уның өсөн көрәшеүҙән туҡтамайбыҙ: мулла ясин уҡыған ваҡытта яңынан система ҡуйҙыҡ. Һәм ни күрәбеҙ: до­ғаларыбыҙҙың ҡөҙрәте менәнме, нин­дәйҙер мөғжизәүи көс ярҙамындамы дарыу ҡан тамыры буйлап аға башланы. Ағайыбыҙ әкрен генә күҙҙәрен асҡанда, ҡатыны, ике улы килеп инде.
– Аҡҡошом, һин сығып тор әле, – тине ул хәләленә (улар бер-береһенә шулай тип өндәшә ине). – Беҙ табип һәм уландарым менән һөйләшеп алабыҙ.
Үҙе хәлһеҙ генә устары менән ҡулдарымды ҡыҫты:
– Ҡыҙым, барыһы өсөн дә рәхмәт­тәрем әйтеп бөтөргөһөҙ. Әле генә мине теге донъянан тартып сығар­ҙың. Ҡарҙарҙы иретеп, улдарым менән яҙҙарҙы ҡаршы алырмын тигәйнем. Илле йыл ирет һин минең өсөн ҡарҙарҙы…
– Ул ҡарҙарҙы, ағай, һинең өсөн йөҙ йыл иретергә әҙермен. Тик яҙҙы, бар ҡарҙарҙы иретеп, улдарың менән ҡаршы алырға әҙерлән.
Булмышы менән ипле ине ағай, “яҙҙы ҡаршы алырлыҡ көсөм ҡалманы шул” тимәне:
– Рөхсәт итһәң, мин бөгөн өйөмә ҡайтыр инем.
– Әлбиттә. Һыҙланыуҙар бүтән яфаламаҫ, һин хәҙер уларҙан көслө­рәк, – тим. Бер аҙнанан ул үҙ йортонда, ҡәҙерле кешеләре ҡулында мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо”,– тип хєтерлєй ул.
“Илле йыл ирет минең өсөн ҡар­ҙарҙы” – был һүҙҙәрҙе иҫкә төшөргән һайын, Хәлиҙә күҙҙәренә тулған йәш­тәренә ирек бирә, йомшаҡлыҡтан түгел йәштәре. Ун йыл был йортҡа етәкселек итеү осоронда ул йөрәге аша үткәргән яҙмыштарҙың һәр береһе бер китапҡа торош. Ә хосписты асҡан кеше – медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙан­ған табибы, билдәле хирург-проктолог Ишмырҙа Һиҙиәтов ғүмере легендаға тиң.
Тыуған ауылында хоспис һалыу Ишмырҙа Хәйернур улының оҙаҡ йыл­дар күңелендә йөрөткән оло хыялы була. Төпкөлдә, ҙур медицинанан сит­тә йәшәүсе яҡташтарыма изгелегем ҡалһын, тип тырыша табип. Ниәте республика етәкселегендә хуплау таба.
Һиҙиәтов, ғүмере һанаулы ҡалға­нын белгәндәй, хосписты асып, ышаныслы ҡулдарға тапшырып өлгөрә­йем, тип ашыға. Хеҙмәт­кәрҙәрҙе, эске тойомлауын тыңлап, үҙе һайлай. Йөрәк көсөн һалған эшен дауам итеүсе итеп тик Хәлиҙәне күрергә теләүе лә осраҡлы түгел – бында киң белем, миһырбанлы аҡыл, һиҙгер күңелдән тыш, айырым кү­ңел сифаттары кәрәк, ә ҡыҙҙы ул әллә күпме уҡыу­сыһы араһынан иғтибарға алып, һынап йөрөй.
– Хоспис – үлем хәлен­дәге ауырыуҙарҙың һуңғы төйәге, тигән киң таралған фекер менән бөтөнләй килешә алмайбыҙ. Беҙ кеше­нең йәшәүгә өмөтөн нығы­тырға ынтылабыҙ. Сирҙе ауыҙлыҡлап, уның менән йәшәргә мөмкин булыуын аңлатабыҙ. Һыҙланыуҙы тотоп ҡалырға, уның ажғырып, аңың­ды ялмауына юл ҡуймаҫҡа, дарыуҙар, доғалар ярҙамында ваҡытында баҫыр­ға өйрәтәбеҙ, – ти Хәлиҙә Хєлфәт ҡыҙы.
Ауыл осондағы тын йорт
Тән ауыртыуынан алда йән һыҙлауын дауалайҙар бында. Штатта пси­хотера­певт юҡ, ләкин бөтәһе лә дарыуҙан күпкә көслөрәк һүҙ менән һауыҡтырыу оҫталығына эйә. Был бик мөһим, сөнки ауырыуҙарҙың барыһы ла тиерлек тәрән кү­ңел төшөн­көлөгөндә килә. Яман шештән, баштарына, йөрәктәренә ҡан һауыуҙан, ҡаты имгәнеүҙән кеше көнлө булып ҡалыусылар: “ Ни эшләп был ауырыу менән тап мин сирләргә тейеш? Кем ғәйепле? Сырхау килеш берәүгә лә кәрәкмәймен”, – тигән уйҙар менән үҙҙәрен, яҡындарын ашай башлай. Ауыр уйҙар, ҡаты һыҙ­ланыуҙар кеше­нең холҡон, тотошон йыш ҡына уны танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә.
– Сир юҡтан ғына барлыҡҡа килеп, аҙып китмәй. Ул ҡайҙан, ниндәй ваҡытта тыуған? – Ауырыу менән икәүләшеп, уның тормош юлын бай­ҡайбыҙ, ошо һорауҙарға яуап эҙләй­беҙ, йәғни сәбәбен табырға тырышабыҙ, – тип һөйләй Хәлиҙә. Оҙаҡ йылдар тәжрибәһе уны үҙе өсөн дә көтөлмәгән һығымтаға килтерә: был тормошта бөтә нәмә бер-береһе ме­нән бәйле – уйҙарыбыҙ, ғәмәлдәребеҙ, хатта ата-әсәләр яҙмышы ла һау­лығыбыҙҙа сағылыш таба. Мәҫәлән, меңдәр араһынан берәүгә бирелгән илаһи моңға эйә ҡатын уны битараф­лығы менән халыҡҡа еткермәйенсә юғалтҡан, биш-алты быуын ата-баба­һы дин әһеле булған ир имандан йыраҡ тормош алып бара. Уларҙың ҡаты сиргә һабышыу сәбәбе лә юғарынан билдєлєнгєн тә­ғәйенләнешкә хыянат итеүҙә булыуы ихтимал.
Хоспистар ни өсөн кәрәк, тиеү­селәр бар. Ауыр сир уға тарыған кешене генә түгел, уның бөтә ғаилә­һен күп осраҡта тимер ҡоршау менән ҡамап ҡуя. Ауырыуҙы ҡарар өсөн бе­рәүҙәр эшен, икенселәр уҡыуын ҡалдыра. Уға йән терәге булыу өсөн кү­ңел өлгөргәнлеге, тәрбиәләү өсөн сир хаҡында хәбәрҙар булыу зарур – күптәр түшәктә ятып ауырыусыны ҡапыл ғына нисек әйләндерергә, йыуындырырға, кейемен алмаштырырға белмәй баҙап ҡала, сөнки тәненә бармаҡ менән ҡағылыуҙан да ныҡ ауыртынған сырхауҙар бар.
– Дауаланыусыбыҙҙың яҡындарына, беҙҙән сыҡҡас, уны нисек ҡа­рарға икәнлеген өйрәтәбеҙ. Ғаилә­һенең ярҙамын, ғәзиздәренә кәрәклеген тойоу уға сиргә ҡаршы көрәшер өсөн көс биреүен тө­шөндөрәбеҙ. Ауырыу хосписта булған ваҡытта улар ҙа хәл йыйып ҡала.
Хоспистарҙың иҡтисади отошлолоғо ла ап-асыҡ: ауырыу янына көн дә “ашығыс ярҙам”, табип саҡыртыу сығымдары дәүләт өсөн бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә. “Хоспистарҙың ни тиклем мө­һимлеген аңлау, уларҙы һәр районда асыу өсөн бөтә­беҙҙең дә йән сығырҙай һыҙ­ланыуҙы татыуы кәрәкме ни?” – ти ул, асырғанып.
Ҡаты сиргә дусарҙарға мөнәсәбәт йәмғиәттең ми­һырбанлыҡ, үҫеш ки­мәле хаҡында һөйләүен әйтеп тороу ҙа артыҡ. Ә әлегә, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, 2000 йылдың декабрендә Әбйәлил районы дауахана­һының паллиатив ярҙам бү­леге булараҡ асылған был хоспис республикала бер­ҙән-бер булып ҡала. Сағыштырыу өсөн әйтеп китәйек: Мәскәүҙә улар һигеҙ, илебеҙҙә йөҙҙән ашыу, Америкала биш мең тирәһе.
Урман-тауҙарға һыйынып ултырған ауылдағы был йорт Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ауыл ерендәге берҙән-бер хоспис булыуы менән үҙенсәлекле. Берєүће ете кешенењ эшен алып барыусы коллектив тотош тиерлек ул асылған мәлдә кил­гән. Бәләкәй генә эш хаҡы алыусы хеҙмәткәрҙәр, иҫәп­ләшеп тормайынса, хатта ауырыуҙарҙың өҫтәлдәрен төрләндереү өсөн эргәләге баҡсала йәшелсә лә үҫтерә. Йөрәк ҡайнарлығын биреп, һыҙланыуҙарҙы үҙҙә­ренә алып ғүмерҙәрҙе оҙонайтыусы аҡ халатлыларҙың ҡай саҡ өй­ҙәренә ҡайтҡанда һөйләшерлек тә хәле ҡалмай. Тәбиғәт балалары булып, уның ҡосағында йәшәүҙәре ҡотҡаралыр эске яныуҙан.
… Хоспис инглиз теленән “тыныс­лыҡ йорто” тип тәржемә ителә. Ауыл ситендә ултырған өс ҡатлы йортҡа сырхауҙар һуңғы һулыштарын алыу өсөн түгел, зиһенде томалаған тән ғазабынан, күңелдең түҙеп торғоһоҙ һыҙлауынан ҡотолоу өсөн килә. Һү­нергә торған һуңғы өмөт сатҡыһын устарына тотоп килгән кешеләргә был тын йортта йән өрәләр, яңынан йәшәп китер көс бирәләр. Яҙған тиклем ғүмерҙе һыҙланыуҙан өҙгөлән­мәй, лайыҡлы үтер өсөн.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әбйәлил районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook