“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйында

“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйындаАрхангел районының Абҙан ауылы эргәһендә Республика журналистарының сираттағы фестивале үтте. Фестивалгә республиканың гәзит-журнал, теле-радио журналистары һәм район хәбәрселәре йыйылғайны. Йәмле Инйәр йылғаһы буйында БР Журналистар союзы үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов журналистарҙы байрам менән ҡотланы. Матбуғатта оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ҡәләм оҫталары “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. БР Президенты Хакимиәте айырыуса әүҙем эшләгән редакцияларға Рәхмәт хаттары бирҙе.


“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйында

Журналистар союзы юбилей уңайынан алдынғы хәбәрселәргә РФ һәм БР Журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. «Еңеп сығыу» («Преодоление») тигән Бөтә Рәсәй конкурсының дипломы һәм дәртләндереү премияһы менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһының бүлек мөхәррире Альмира Кирәева бүләкләнде.
“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйында

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәттәштәребеҙ, журналыбыҙҙың бүлек мөхәррирҙәре Альмира Кирәева менән Артур Василов “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдарын алып ҡыуанды.
Сараға күптәр коллектив менән йыйылғайны. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре лә бергәләшеп күңелле ял итте. Хәбәрселәр күркәм тамаша ҡарап та, спорт бәйгеләрендә, төрлө ярыштарҙа көс һынашып та өлгөрҙө. Волейбол, көрәш, дартс, шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, тоҡ кейеп уҙышты, арҡан тартышты. Күптәр Инйәрҙә һыу инеп кинәнде, ҡояшта ҡыҙынды. Байрамдан һәр кем матур тәьҫораттар менән таралышты.
“Башҡортостан ҡыҙы” – журналистар һабантуйында


“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова хеҙмәттәштәребеҙ Альмира Кирәева менән Артур Василовҡа “2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалдарын тапшырҙы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook