Уңыш серен белә уңғандар

Уңыш серен белә уңғандарДонъяға сафлыҡ, бәрәкәт, йәм бөркөп аҡҡан аҡ шишмәләр була. Уларҙың талғын ғына ағышында һүнмәҫ ҡөҙрәт, аҡыл, сабырлыҡ, наҙ һәм һөйөү нуры сағыла. Изге шишмә, ярҙарына тулып, алға ынтыла һәм тирә-яғын йәшәү көсө, мөһабәт моң менән һуғара.
Ишембай районы Кинйәбулат ауылында йәшәгән уңған хужабикә Айгөл Ғәлиеваны ла шундай саф һыулы аҡ шишмәгә тиңләп булыр ине. Итәғәтле, мөләйем, егәрле ҡатындың дәртләнеп тормош көтөүенә, аҡыллы балалар үҫтереүенә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән тырышып шөғөлләнеүенә һоҡлана яҡташтары. “Янымда ҡая таштай ныҡлы, ышаныслы, тәүәккәл, эшлекле тормош иптәшем булмаһа, ауыл ерендә ундай таһыллыҡ менән донъя көтөүе ауырға тура килер ине”, – ти ул.
Айгөл менән Марс Ғәлиевтарҙың шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауына 2 йыл да тулмаған, әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәштәр уңышлы һөҙөмтәгә өлгәшә алған.

Айгөл ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Аталары иртә мәрхүм булып ҡалғас, балалар бәләкәстән эшкә өйрәнеп үҫә. Айгөл мәктәптән һуң бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Һөйгән егете, армия хеҙмәтен тултырып, тыуған ауылына механизатор булып эшкә ҡайта. Бер-береһенә ғашиҡ Марс менән Айгөл гөрләтеп туй яһай. Бейеме Земфира Әбдрәхим ҡыҙы менән ҡайныһы Малик Сәйфулла улы йәш ғаиләне үҙҙәренең йортона йәшәргә саҡыра. Айгөл “Ударник” колхозында – бухгалтер, ә Марс механизатор булып байтаҡ ҡына эшләйҙәр. Уйламағанда колхоз тарҡалғас, йәштәр киләсәктең билдәһеҙлегенән юғалып ҡалғандай була. Айгөлгә Байыҡ ауыл клубы мөдире эшен йөкмәтәләр. Ә ғаилә башлығы аҡса табыуҙың төрлө юлдарын эҙләп ҡарай. Бер осор ҡыйыҡтар яһау менән дә шөғөлләнеп ала. Ҡасандыр гөрләп торған колхоз фермаһының ташландыҡ, емерек хәлгә төшөүен күреп, йөрәге әрнегән ир уҙаманы уны яңынан тергеҙеү хаҡында хыяллана башлай. Уларҙың нәҫелендә алдынғы малсылар күп булған, байтаҡ йылдар колхоз бригадиры булып эшләгән Әбдрәхим олатаһының һәм ошо ер, халҡым тип йән атҡан ауылдаштарының тырышлығына, изге хәтирәгә битараф ҡалыуҙы өнәмәҫ ине күңеле. Ҡатыны Айгөл иҫәп-хисап эшен яҡшы белә, уның менән күпме сығым талап ителәсәген яҡынса күҙаллағас, эшкә тотоналар.
Шулай итеп, яҡташтарын сифатлы ит менән тәьмин итеү теләге Ғәлиевтар ғаиләһен, ташландыҡ ферманы ере менән бергә ҡуртымға алып, тоҡомло һарыҡ малы һәм ҡуян аҫрауға дәртләндерә.
Уңыш серен белә уңғандар
Яңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы “2012 – 2014 йылдарҙа Рәсәйҙә һарыҡсылыҡ һәм кәзә аҫрауҙы арттырыу” маҡсатлы программаһын раҫлаған. Быға хәтлем әллә ни иғтибарға алынмаған был тармаҡты киләсәктә киңәйтеү маҡсатын ғәмәлгә ашырмаҡсылар. Ысынлап та, яҡшы килем килтергән эре мал йәки сусҡа үрсетеү күпкә табышлыраҡ тойолһа ла, һарыҡ менән ҡуян итенең һәм кәзә һөтөнөң сәләмәтлек өсөн файҙаһы сикһеҙ икәне билдәле.
“Бәләкәйҙән ауылда, атай-әсәйҙәргә мал, ҡош-ҡорт ҡарашып үҫкәнгәме, эштең әллә ни ауырлығын тоймайым. Тормош иптәшемдең тырыш, хәстәрлекле булыуы ла ярҙам итәлер. 2010 йылда, шәхси фермер хужалығы булдырып, мал фермаһын тергеҙеү өсөн 300 мең ћум күләмендә субсидия юллап алдыҡ. Тәүҙә ҡуяндар аҫрай инек. Былтыр Әстерхандан тоҡомло ҡуй һарыҡтары алып ҡайттыҡ. Берәүһе генә 8 мең һумға төштө. Уларҙың тәкәһе яҡынса 140 килограмға етә. 25 һарыҡ ҡайтартҡан инек, быйыл бәрәстәре менән 46 баш иҫәпләнә. Йылына берәрҙе генә бә­рәсләйҙәр. Бәрәндәрҙе һатып алырға теләүселәр күп. Ҡорбан байрамдарында һорап киләләр. Мосолмандар өсөн кәрәкле малға ихтыяж ҙур. Әле­гә, 100–150 башҡа тиклем үрсетмә­йенсә, һатмай торорбоҙ, тип уйлайбыҙ. Нәҫелле һарыҡтарҙың араһында ағы ла, көрәне лә, ҡараһы ла бар. “Эй, матурҡайҙар, затлыҡайҙар” тип яратып ҡына торабыҙ. Мал да әҙәм балаһы кеүек хәстәр, һөйөү, иғтибар талап итә. Йылы яҡта йәшел үлән генә ашап өйрәнгән ҡуй һарыҡтары, мәҫәлән, беҙҙең сенаж, фураж кеүек ҡышҡы аҙыҡты әллә ни үҙһенмәй. Шуға йәйен күп итеп хуш еҫле бесән әҙерләргә, тоҡомло һарыҡтарҙың һәр үҙенсәлеген иҫәптә тоторға тура ки­лә. Һоло, махсус витаминлы аҙыҡ ашатабыҙ. Ауыл ветеринары менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн килешеү төҙөгәнбеҙ – сырхамаһындар өсөн тейешле сара күрелә.
Ә ҡуяндарҙы ҡарау – үҙе бер фән. Нәҫелдәре ныҡлы, эре булһын өсөн ваҡытында балаларын айырыу, уларҙы, ҙурайғас та, ата-әсәһенән айырым ситлектә тотоу, ашатып-эсереү, ояларын йылытыу һәм унда ҡышҡы һалҡындарҙа тейешле температура һаҡлау – барыһы ла өлгөр­лөк һәм был өлкәлә мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Ҡуян үрсетеү буйынса китаптар уҡып, интернет селтәренән яңылыҡтарҙы күҙәтеп барабыҙ. Әле бәләкәс фермала 300-ләп ҡуян тотабыҙ. Һәр береһенең исеме булмаһа ла, үҙ билдәһе бар. Ҡыйынлығы тағы шунда: әгәр ҡуян­дың берәүһе ауырыһа, 40-лап ятып үләләр. Үтә һиҙгер йәнлек ҡаты ҡарашты күтәрә алмай – күҙ тейеүгә лә тиҙ бирешә.
Уңыш серен белә уңғандар
Табиптар аллергия менән яфаланған, организмы башҡа төрлө итте үҙләштермәгән кешегә, ғәҙәттә, ҡуян итен ашарға тәҡдим итә. Тәме менән тауыҡ итенә оҡшаш, әммә холестерины һәм майы юҡ кимәлдә. Шуға ул диетик аҙыҡ иҫәпләнә. Һыйыр, сусҡа итенә ҡарағанда витаминдарға, файҙалы матдәләргә байыраҡ. Тиҙ үҙләштерелә һәм ағзаларҙа тупланған бысраҡты ла сығара, тиҙәр. Кешеләр уны ауырыған балалары өсөн һатып ала. Ҡуян итен һорап, Өфөнән дә, башҡа ҡалаларҙан да мөрәжәғәт итәләр. Өлкәндәр татлы итте бәлеш бешереү өсөн ҡулланһа, йәштәр шешлек әҙерләй.
Мал аҫрау – табышлы шөғөл, әлбиттә. Әммә юғалтыуҙарға ла күнергә тура килә шул. Ҡайғырып, бер-береңде ғәйепләп, тауыш ҡуптарһаң, алға китеш булмай. Ул яҡтан икебеҙ ҙә тыныс, юҡ-барға һүҙ ҡуйыртмайбыҙ. Киреһенсә, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә тырышыла. Күңел һалып башҡарһаң, һәр эштән файҙа алырға була”, – тип уңыш сере менән таныштыра фермер ҡатын.
Уңған ғаиләнең ҡош-ҡорттан да өҙөлгәне юҡ. Йыл да 100-әр ҡаҙ, үрҙәк бәпкәһе, бройлер себеше алып үҫтерәләр. Ҡошсолоҡ менән шөғөлләнеү үҙен бик аҡлай. Ғаиләгә байтаҡ килем килтерә.
Йәштәр үҙҙәрен татлы бал менән дә тәьмин итә – 8 умарталары бар. Айгөл 5 һыйыр һауа. Һөтөн, эремсеген, ҡатығын, ҡаймағын, ҡоротон Ишембайға алып барып һата. Егәрле ҡатынға баҙарҙа баҫып торорға ла тура килмәй, татлы ризығының тәмен белеп ҡалғандар алдан уҡ өндәшеп ҡуя. Еңел машинаны ла, йөк “Га­зел”ен дє үҙе йөрөтә. Яҙын баҡса өсөн күпләп йәшелсә үҫентеләре ултыртып, йәй башында уларҙы һатып та аҡса эшләй ул. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ та, ярҙамсыл, аҡыллы, тырыш ханымды яҡташтары хөрмәт итә.
9-сы синыфта уҡыған ҡыҙҙары Алина менән 6-сыла белем алған улдары Айнур – ата-әсәһенә ярҙамсы һәм терәк. Улар Ишембайҙағы Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика интернат-гимназияһына йөрөп уҡый. Икеһе лә – уҡыу алдынғыһы, мәктәптең йәмәғәт, мәҙәни тормошонда ла әүҙемдәр. Быйыл Алина Ишембай ҡалаһында ойошторолған “Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашып, Гран-при яулаған.
Ә Айнур техника менән мауыға. Биш йәшендә үк үҙе лампа ҡорған бала бөгөн трактор, йөк машинаһын һәм еңел автомобилде бер ҡыйынлыҡһыҙ йүнәтә. Уның был һәләтенә бөтәһе лә таң ҡала. Атаһына алмаштырғыһыҙ ярҙамсы ул хәҙер. Уҡыуҙан буш ваҡытта балалар күбеһенсә хужалыҡ мәшәҡәте һәм мал ҡарау менән мәшғүл.
“Йәйен һарыҡ көтөү тулыһынса тиерлек ҡыҙым менән улымдың иңе­нә төшә. Башҡа балалар рәхәтләнеп йоҡо туйҙырғанда, улар көн дә ҡояш­тың тәүге нурҙары менән уянып, малдарҙы көтөүлеккә ҡыуа. Балаҡай­ҙарҙың йәйге ялы ял түгел, тип, үҙ­ҙәрен йәлләп тә ҡуям. Ә улар: “Әсәй, әйҙә, шулай эшләйек, былай эшлә­йек”, – тип кенә торалар. Ғаиләбеҙ етеш, матур йәшәгән һайын, балаларҙың үҙ көсөнә, киләсәгенә ышанысы нығына бара. Хәҙер үҙәк матбуғат сараларында ла төшөнкөлөклө мәғлүмәт күп. Шуға бер ҡасан да зарланмаҫҡа, үҙ көсөңә таянырға, үткер булырға һәм тормошҡа етди ҡарарға өйрәтәм.
Улар көндәрен файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрергә тырыша. Яланда дуҫ-иштәре менән уйнап та, алмашлап һыу инеп тә өлгөрәләр. Мәрхүм әсәйем: “Эш кешене бәхетле итә”, – ти торғайны. Ысынлап та, эш тәмен белгән кеше һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныу­сан, өлгөр һәм көслө булырға өйрәнә ул”, – ти Айгөл Ғайсар ҡыҙы.
Бәрәкәтле ғаилә быйыл яңы йорт туйлаған. Ғәлиевтар “Ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы дәү­ләт программаһы буйынса торлаҡ төҙөү өсөн 750 мең ћум күләмендә субсидия алған. Бер йыл эсендә иркен өй һалып сыҡҡандар. “Программаға ярашлы субсидия юллау өсөн йорттоң 30 проценты төҙөлгән булырға тейеш, шунда ғына төҙөлөш эштәре өсөн тейешле хаҡ бүленә. Өй­бөҙҙөң нигеҙен һалған инек, йәһәт кенә документтар йыйып, район хакимиєтенењ йәштәр эштәре бүлегенә тапшырҙыҡ. Үтенесебеҙ ыңғай хәл ител­гәс, тө­ҙөлөш ойошмалары менән килешеү төҙөнөк. Үҙебеҙгә оҡшаған һәм талап ителгән төҙөлөш йыһаздарын һайлап алыу мөмкинлеге бирелде. Хөкүмәткә рәхмәттәр уҡый-уҡый, дәртләнеп, тиҙ арала йорт һалып сыҡтыҡ. Майҙаны – 115 квадрат метр. Алла бойорһа, икенсе ҡатты ла төҙөргә ниәт бар”, – ти ғаилә башлығы Марс Малик улы.
Ғәлиевтар шәхси крәҫтиән-фермер хужалығын тағы ла киңәйтеү маҡсаты менән йәшәй. Тырыштарҙың ҡулынан барыһы ла килә. Донъяларының йәме лә, бәрәкәте лә уларҙың тормош ағышын тоя һәм хыялдарына тоғро була белеүендәлер!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Ишембай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook