Тапҡырҙар, батырҙар, тоғролар

Наполеондың Европаны баҫып алған ғәскәре Рәсәй биләмәһенә аяҡ баҫҡас, уға ҡаршы тотош ил күтәрелә. Халыҡтың төрлө ҡатламдары, төрлө милләт вәкилдәре бер булып изге яуға сыға. Ҡатын-ҡыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Нәҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге әһәмиәте быға тиклемгенән байтаҡҡа күтәрелеп, уның мөмкинлектәре күпкә артып китә. Ил ҡатын-ҡыҙҙары мәрхәмәтлелек хәрәкәтен киң йәйелдерә, хәйриә ойошмалары аса.

ХIХ быуат башында Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙың тәүге ижтимағи ойошмаһы – “Ҡатын-ҡыҙ патриотик йәмғиәте” – барлыҡҡа килә. Ул һуғыш ҡорбандары тураһында хәс­тәрлек күреү вазифаһын үҙ өҫтөнә ала. Санкт-Петербург дамаларының был өлгөһө бар Рәсәйгә тарала.
Ил батшаһы ғаиләһендәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Батшаның һеңлеһе Бөйөк княжна Екатерина Павловна үҙ аҡсаһына егерҙар батальонын ойоштора һәм уға үҙенең исемен бирә. Был батальон ул осорҙоң бөтә мөһим алыштарында ҡатнаша. 1813 – 1815 йылдарҙа Екатерина Павловна император Александрҙы яу юлдарында оҙатып йөрөй, уны еңеүгә рухландыра, хәстәрлеге, күңел йылыһы менән солғай. Батшаның икенсе бер һеңлеһе Бөйөк княжна Мария Павловна иһә 1813 йылда, зиннәтле биҙәүестәрен аманатҡа һалып, аҡса­һына Рәсәй һалдаттары өсөн госпиталь ойоштора.
Ҡатын-ҡыҙҙы наградлауҙың тәү­ге осрағы ла 1812 йылғы Ватан һу­ғышы менән бәйле була. Батшаның 1816 йылдың 8 февралендәге указы менән “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” тигән миҙал булдырыла. Уны һәләк булған генералдар һәм офицерҙарҙың ҡатындарына, лазареттарҙа хеҙмәт итеп, яралыларҙы дауалаған һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға, шулай уҡ һуғыш ихтыяжы­на ҙур күләмле хәй­риә ярҙамы күр­һәткән таныҡлы дворянкаларға тапшырғандар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн йәмғе­һе 7606 миҙал эшләнгән.
Ватан һуғышында туранан-тура ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа байтаҡ булған. Санкт-Петербург пехота полкында хеҙмәт иткән подполковник Михаил Нарышкиндың ҡыҙы графиня Маргарита Тучкова бөтә тормошон һөйөклө ире генерал-майор Александр Тучковҡа арнай. Батшаға хат яҙып, ирен хәрби походтарҙа оҙатып йөрөргә рөхсәт ала. Уны ыжғыр бурандар ҙа, ҡойма ямғырҙар ҙа, йәйге селләләр ҙә өҙөлөп яратҡан иренән айыра алмай. Иҫ киткес ауыр шарттарҙағы “Боҙло поход”та ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҙа ул була. 1811 йылда улдары тыуыу сәбәпле уға тыныс тормошҡа – өйгә ҡатып торорға тура килә. Әммә иренең Бородинола ятып ҡаласағы тураһында бер түгел, ике төш күреүе уны оло хафаға һала. Бына француз яуы башлана. Был хәбәрҙе Маргарита ҙур хәүеф менән ҡабул итә. 1 сентябрҙә иренең һәләк булғанлығы тураһында ишетә һәм иҫтән яҙа. Ҡайғынан ауырыуға һабышҡан ҡатын октябрь урталарына ғына хәлләнә һәм кисекмәҫтән иренең кәүҙәһен эҙләп табыр өсөн Бородино яланына юллана. Йөҙ меңдән ашыу яугир мәйете сереп-һаҫып ятҡан ун саҡрымлыҡ яланды ул өс көндә урап сыға. Уға ике монах менән күрше-тирә ауылдарҙан мәйеттәрҙе ерләргә тип ебәрелгән крәҫтиәндәр ҙә ярҙамлаша. Тик иренең кәүҙәһен Маргарита таба алмай.
Ҡайғынан аҡылын юйыр сиккә еткән ҡатын һигеҙ йыл буйы үҙенә урын таба алмай, төрлө төбәктә йә­шәп ҡарай, “Һөйгәнем менән осрашырға барам”, – тип, Бородино яланына йыл да килә. Ниһайәт, ошонда бөтөнләйгә күсенгәс кенә күңеле толҡа тапҡандай була. Иренең иҫ­тәлегенә ул бында сиркәү һалдыра, төҙөлөшкә бөтә зиннәтле-затлы әйберҙәрен тотона. Илһөйәрлек башланғысын хуплап, ҡорамға тип Александр I лә 10 мең һум аҡса бирә. Маргарита Рәсәй хаҡына баш һалған бөтә яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләш­тереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Бородино яланы батырҙарын иҫкә алыу йолаһын индерә, был урында тәүге иҫтәлекле мемориалды астыра.
Тик Маргарита Михайловнаның ҡайғы-хәсрәттәре бының менән генә бөтмәй әле. Уның иренә оҡшап торған матур, аҡыллы берҙән-бер улы ун биш йәшендә үпкә ауырыуынан мәрхүм була. Бисара әсә улын атаһына ҡуйылған һәйкәл эргәһенә ерләй. Үҙе, донъяуи тормоштан бөтөнләйгә ваз кисеп, ҡорам янына төҙөлгән кескәй генә йортта көн итә башлай. Артабанғы ғүмерен ул Аллаға хеҙмәт итеүгә, ҡәҙерле мәр­хүмдәре өсөн доғалар уҡыуға һәм Бородинола һәләк булғандарҙы иҫкә алырға тип тотош Рәсәйҙән ағылған кешеләрҙе ҡаршы алып, тәрбиәләп, оҙатып тороуға арнай. Торлаҡҡа “Спас-Бородино Хоҙайға хуш ятаҡханаһы” тигән исем бирелә. Артабан Тучкованың юллауы һөҙөм­тәһендә бында ҡатын-ҡыҙ монастыры асыла.
Тәүге ҡатын-ҡыҙ яугир Н.А. Дурова 1806 – 1812 йылғы һуғыштар осоронда Рус армияһында хеҙмәт итә. Надежда Дурова “Гусар балладаһы” фильмындағы Шурочка Азарованың прототибы һанала. 1812 йылда Ватан һуғышы башланған мәлгә “кавалерист ҡыҙ” армияла алты йыл хеҙмәт итеп өлгөргән була. Смоленск эргәһе һәм Бородино яуҙарында ҡатнаша. Йәҙрә тейеп, аяғы яралана. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәтен ҡалдырмай, 1816 йылға тиклем армияла була. Надежда Дуроваға замандаштары ғына түгел, артабанғы быуындар ҙа һоҡланып бөтә алмай. Ир кейеме кейгән ҡатын ялға туҡтағанда, рисуай булмаҫ өсөн, нисек тә яңғыҙ ҡалырға тырыша, бер кем менән дә аралашмай. Ирҙәр гәпләшә-гәпләшә, усаҡ янында йылына-йылына ял иткәндә, ул бер үҙе ситтә ҡаңғырып йөрөй. Уның ҡарауы хәрби бәрелештәрҙә өйөрмәгә әүерелә. Ауыр һәм ҡатмарлы алыштарға атлығып барып инер була. Командир уны, ҡағиҙәне боҙоп, полктың бөтә эскадрондары менән дә һуғышҡа инеүе өсөн битәрләй, сөнки һәр кем үҙ эскадроны менән генә йөрөргә тейеш була. Уны, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, осраған берәүҙе ҡотҡарырға ташланғаны өсөн дә әрләйҙәр. Рус офицерын ҡотҡарғаны өсөн (ул, бер офицерҙы аралап, һөңгө менән француз кавалеристары төркөмөнә ташлана) иң почетлы наградаға – Георгий тәре­һенә лайыҡ була. Көнөн-төнөн, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дошман менән туҡтауһыҙ бәрелештәр, ҡаҡ ергә ятып йоҡ­лауҙар, күгәргән сөхәри һәм һаҙ һыуы менән тамаҡ ялғауҙар, үҙәк­тәргә үткес һалҡындар, еүеш мундир, йылына алмай йонсоуҙар – быларҙың һәммәһен Дурова ҡағыҙға теркәп бара. Уның ауыҙынан бер кем бер бөртөк зарланыу һүҙе ишетмәй. Надежданың яҙмалары һуңынан нәшер ителә һәм халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙы Александр Пушкин да юғары баһалай.
Надежда Дурова һуңғы йылдарҙа хәрби командирҙар Милорадович менән Коновницындың, артабан Кутузовтың ординарецы була. Кутузовтың штабында ул “Александров” тигән фамилия аҫтында хеҙмәт итһә лә, был ваҡытҡа уның сере асылған була. Надежда Андреевна 83 йә­шендә Алабуға ҡалаһында донъя ҡуя. Васыятына ярашлы уны, ирҙәр кейеме кейҙереп, Троицкий зыяратына ерләйҙәр.
Наполеон ғәскәре Рәсәйгә ифрат ҙур бәлә-ҡаза алып килә. Бик күп ҡала-ауылдар көл-күмергә әйләнә. Бындай губерналарҙа партизандар хәрәкәте йәйелдерелә. Ирҙәр менән бергә ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ла дошман тылында емерткес эш алып бара.
Партизанка Василиса Кожина ҡатын-ҡыҙҙарҙан һәм үҫмерҙәрҙән торған отряд төҙөп ала. Ире Смоленск губернаһы Сычево өйәҙендә утар старостаһы була. Бер төркөм француз әсирен староста ҡалаға алып китә. Ауыл кешеләре, тағы бер нисә дошман һалдатын тотоп алып, старостаның өйөнә килтерә. Ҡатын ире өйҙә юҡлыҡтан аптырап ҡалмай, үҫмер малайҙарҙы ала ла шулар менән бергә әсирҙәрҙе ҡалаға алып китә. Әсирҙәрҙең береһе, француз офицеры, ябай крәҫтиән ҡатынының бойороғон үтәгеһе килмәй. Василиса был юлы ла аптырап ҡалмай. Ул ҡулындағы салғыһы менән тегенең башын өҙә саба ла: “Бөтәгеҙҙе лә, бурҙар, эттәр, шул көтә, ҡы­бырҙап ҡына ҡарағыҙ! Мин егерме ете шаяндың башын өҙгән инде! Марш ҡалаға!” – тип ҡысҡыра. Әсирҙәргә буйһоноуҙан башҡа сара ҡалмай.
Василисаның отряды һәнәк, балта, салғы менән ҡоралланған була. Партизандар Мәскәүҙән ҡыуылған француздарҙың юлын быуып, уларҙы тотоп алып, рус армияһына тапшырыу менән шөғөлләнә. Отряд бик күп дошманды ҡыра, тағы ла кү­берәкте әсирлеккә ала. Василиса Кожина батырлығы өсөн миҙал һәм аҡса менән бүләкләнә. Уның тураһында башҡа мәғлүмәт юҡ, хатта тыуған һәм үлгән йылы ла билдәле түгел. Рәссам Александр Смирновтың 1813 йылда төшөргән портреты ғына был ҡаһарман ҡатындың йөҙ-сырайы менән таныштыра.
Башҡорт ҡатындары араһынан француз яуында ҡатнашҡандарҙың иң билдәлеһе, моғайын, Йәнтүрә башҡорттоң ҡатынылыр. Йәнтүрә хикәйәләрен Василий Зефиров яҙып ала. Уның биографияһын да аныҡ белмәйбеҙ. Моғайын, Өфөнөкө булғандыр йә йәшлеген беҙҙең ҡалала үткәргәндер, тип фараз ителә. 1847 йылдан башлап Өфөлә нәшер ителгән “Оренбургские губернские ведомости” гәзитендә әҫәрҙәре, мәҡәләләре даими баҫыла. Тәүге сығышы “Ҡымыҙға барыу” тип атала һәм дүрт өлөштән тора. Мәҡәлә­ләрҙең береһе “Йәнтүрә башҡорт хикәйәләре” тип атала. Автор бер йәйләүгә сәфәр ҡыла, уны старшина оҙатып йөрөй һәм Йәнтүрә исемле дуҫы янына алып бара. Ағиҙел буйындағы урманда урынлашҡан йәйләүҙә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алалар.
Тирмәлә Зефиров тимер күл­дәккә иғтибар итә. Йәнтүрә француз яуында ҡатнашҡан башҡорттарҙың нәҡ ошондай күлдәкте кейеп йөрө­гәне тураһында һөйләй. Кәм тигәндә ике бот тартҡан был кейем кәүҙәне муйындан билгә тиклем ҡаплай. “Ошо кейемдә мин француздар менән һуғыштым, уларҙың баш ҡалаһы Парижда ла булдым”, – ти Йәнтүрә. “Париж нисек һуң?” – тигән һорауға ул: “Шәп ҡала, бик шәп ҡала! Бик яҡшы. Ә ундағы бисә­ләр! Тик минең ҡатын яңғыҙымды сығарманы шул... Хәйләкәр ҡарсыҡ”, – тип һоҡланыуын һәм шаяртыу ҡатыш үкенесен дә белдереп ҡуя.
Шулай итеп, һүҙ эйәрә һүҙ сыға. Йәнтүрәнең урыҫ ҡунағына һөй­ләгән хәбәренән белеүебеҙсә, уның ҡатыны үҙе менән бергә яу юлдары буйлап йөрөй. Һаҡ пикетына ҡуйыл­ған башҡорттарға көтмәгәндә француздар һөжүм итә һәм әсирлеккә ала. Көстәрҙең тигеҙ түгеллеген самалап алған ҡатын бәрелеш барған урындан тиҙ генә ҡасып китә лә Дон казактарын саҡырып килтерә. Тап­ҡыр ҡатын, шулай итеп, ирен дә, яуҙаштарын да ҡотҡара. Ошо батырлығы өсөн ул миҙал менән бүләкләнә.
1812 йылғы Ватан һуғышы бөтә халыҡтарҙың башынан үтә. Һәр милләттең ҡаһарман ирҙәре, батыр ҡатындары тыуған илде азат итеүгә бөтә көсөн һала һәм дошманды үҙ өңөнә тиклем ҡыуа, бик күптәр наградаларға лайыҡ була. Ике быуат ваҡыт үтһә лә, азатлыҡ яулаусылар тураһында иҫтәлек халыҡ хәтерендә йәшәй.
Әлфиә АҠБУТИНА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook