Йәнең тыныс, донъяң бәрәкәтле

Йәнең тыныс, донъяң бәрәкәтлеҮҙемдең тәжрибәмдән бер ваҡиға хәтеремә төшә: ҡырҡ йәше уҙған бер ҡатын ул осорҙа лифтсы булып эшләй ине. Минең лекцияларҙы тыңлағандан һәм физика фәндәре докторы, психолог Чампион Тойч, уның ҡатыны Джоэл Тойчтың “Яңырыу йәки үҙеңде аңлау һәм үҙгәртеү сәнғәте”, “Камил сәләмәтлеккә хоҡуғығыҙ”, “Эске “Мин”де уятыу”, “Рухи аҡыл” тигән китаптарын уҡығандан һуң, ул күп нәмәне аңлап, донъяға яңы күҙ­лектән ҡарарға өйрәнде, яйлап шәхси тормошонда ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башланы: ире уға ҡарата үҙен иғтибарлыраҡ һәм хәстәрлекле­рәк тотто, көнкүреш эштәрҙе лә бер­гә кәңәшләшеп башҡарҙылар, ял көн­дәрендә спектаклгә, концертҡа бар­ҙылар – ә бит күптән уларҙың йә­шәйешендә быларҙың береһе лә юҡ ине. Балалары өсөн хафаланыуҙан туҡтағайны – улары ла үҙ аллыға әй­ләнде. Эштә лә аҡсалыраҡ урын тәҡ­дим иттеләр. Әммә ғаиләнең матди хәле генә яҡшырманы. Аҡсалары артыуын артты, ләкин ире эш хаҡын алып ҡайтыуы була, шул уҡ көндө тиерлек ярҙамға мохтаж берәй туған-тыумасаһы йәки күрше-күләне һоранып килеп етә. Хәлдәрен аңлап, йә берәүһенә, йә икенсеһенә үтескә би­рә торғас, һуңынан үҙ аҡсаларын ҡайтарып ала алмай интегә икән былар. Ғаиләләрендә ғәҙәтигә әйләнгән әлеге хәлдән нисек ҡотолорға белмәй йөрөгән көндәләр.
Беҙ уларҙың генограммаһын өй­рәнергә булып киттек. Баҡтиһәң, Илүзә менән Наилдың (исемдәре үҙ­гәртеп алынды) нәҫелендә, кулак мө­һөрө тағылып, һөргөнгә ебәрелгән кешеләр булыуы асыҡланды. Беҙҙең организм шулай ҡоролған – йәшәйеш барышындағы еңеүҙәр һәм бәхет кисерештәре генә түгел, ҡайғы-хәсрәт­тәр, үпкәләүҙәр, үкенестәр ҙә аң төп­көлөнә инеп урынлаша һәм, быуын­дан-быуынға күсеп, киләсәккә аяҡ сала бара. Ғәҙәттә, беҙ үҙебеҙ түгел, ә ата-бабаларҙан тупланған мәғлүмәт беҙҙең яҙмыш менән идара итә.
Тимәк, Илүзә менән Наил “байлыҡ туплау бәхетһеҙлеккә, эҙәрлек­ләүгә, төрмәгә килтерә” тигән йәшерен программа менән йәшәй. Ныҡлы аяҡҡа баҫып китә алмауҙары ла ошо сәбәпкә бәйле. Әлеге программаның тәьҫире шул хәтлем көслө, хатта кеше үҙе лә хаталы тормош алып барыуын аңғармай. Маңлайыма яҙылған яҙмышым, тип, яһалма тормош менән йә­шәй бирә. Әлбиттә, кешене быға һүҙ менән генә ышандырыуы ауыр, күп­тәргә үҙен үҙгәртеү өсөн ихтыяр көсө талап ителә. Тик тәжрибәле белгес кенә үҙ асылыңа ҡайтара ала.
Быуаттар төпкөлөнән күскән һәм төрлө яҙмыш ептәре менән үрелгән генетик код туғандарҙа айырым ғәҙәттәр тупланмаһын барлыҡҡа килтерә.
“Эйе, был уға хас күренеш”, – тибеҙ, сираттағы тапҡыр иҫәнлек һо­рашмаған, тыуған көн менән ҡотлар­ға онотҡан йәки мөһим осрашыуға һуңлаған кеше хаҡында. “Унан нимә көтәһең инде, алтылағы – алтмышта”, – тип әйтәбеҙ, ҡабаттан уҡыуын, эшен йәки ғаиләһен ташлап киткән танышыбыҙҙы ҡылыҡһырлағанда. Инглиз телендә теге йәки был нәҫелдең йәки кешенең холҡонда нығынып ҡалған һыҙаттарҙы паттерндар тип атайҙар.
Нығынып ҡалған ғәҙәттәр йәки паттерндар кире һыҙаттарҙы ғына түгел, ә кешенең үҙенә лә, тирә-йүн­дәгеләренә лә ҡыуаныс, бәхет килтергән ыңғай ҡылыҡтарҙы ла сағылдырырға мөмкин. Ундайҙар тураһында: “Был кеше булдырыр ул, уның ҡулынан килә, ул бәхетле йондоҙ аҫ­тында тыуған”, – тиҙәр.
Беҙ тәрбиә төшөнсәһенә бик ҙур мәғәнә һалабыҙ. Әлбиттә, баланың холҡона өйҙәге мөхит, ата-әсәнең һәм туғандарҙың мөнәсәбәте, һис шикһеҙ, тәьҫир итә. Мәҫәлән, атай йәки әсәй баланы бер туҡтауһыҙ кәмһетһә, һәр эшенән етешһеҙлек эҙләһә, уның фекеренә ҡолаҡ һалыу­ҙы кәрәкле тапмаһа, ҡыҙ йәки ул яй­лап шәхес булыуҙан туҡтай. Артабан киләсәктә һәр кем уның менән үҙен шулай тотасаҡ. Һеҙ үҙ етешһеҙлектә­регеҙҙе танырға һәм улар менән көрә­шергә теләмәй, балаға ∆ґен кємће­те∆се программаны һалғанһығыҙ. Сабый күңеленә ниндәй орлоҡ һалына, һөҙөмтәлә шул шытып сыға һәм үҫеш ала. Был уның үҙ тормошон ғына зарарлап ҡалмай, киләсәк быуынға ла йоғонто яһаясаҡ.
Ғәйепте тулыһынса тәрбиә мәсьә­ләһенә генә ҡайтарып ҡалыу ҙа дөрөҫ түгел. Бала тыуғанда аҡ ҡағыҙ кеүек була һәм бер ниндәй мәғлүмәт һаҡламай, тигән төшөнсәгә бөгөн башҡа­сараҡ ҡараш барлыҡҡа килде. Һәр кеше ете быуын ата-бабаһының тормош тәжрибәһен үҙ “иңендә” йөрөтә. Әгәр ҙә беҙ баланың холҡон ыңғайға үҙгәртәбеҙ тиһәк, ғаилә тарихын өй­рәнеп, тәүҙә үҙ тормошобоҙҙо ипкә һалырға тейешбеҙ.
Тормош юлында ҡаршылыҡтар тыуҙырған ҡанундарҙы аңламайынса тороп, өҙөлөп яратҡан балаларыбыҙ­ҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле йәшәү­гә һәм уңыш ҡаҙаныуға инандыра алмаясаҡбыҙ.
Быны нисек атҡарып сығырға һуң?
Психогенетика фәненең быға асыҡ ҡына яуабы ла бар: борондан ҡалған емергес ғәҙәттәрҙе еңеп, ҡорбан булыуҙан ҡотолоу.
Ғалим В. Горянина үҙенең ғилми эшендә былай ти: “Ғаиләләрҙә ғәйеп­ләү, ярһыу, ҡул күтәреү, кәмһетеү һәм кире ҡағыу, бәйләнештәрҙе өҙөү, юғалтыу, ярҙамға мохтажлыҡ кисереү, ташлап китеү кеүек быуындан-быуынға күсә килгән ғәҙәттәрҙең “тамыр йәйеүен һәм сәскә атыуын” күрәбеҙ”. Уларҙы беҙ моделдәр тип билдәләйбеҙ. Араларында иң киң таралғаны – баҫырыу моделе, беҙгә яр­ҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең 76,9 проценты ошо алама ғәҙәт арҡа­һында ыҙа сигә. Кәмһетеү, кире ҡа­ғыу моделе – 71,8 процент осраҡты билдәләһә, юғалтыу моделе 42,3 процент тәшкил итә. Психология фәне кандидаты Н. Цветкова көрәшеү, ауырыуға һалышыу, баш тартыу, һуң­лау моделдәрен дә индерә.
Тынғыһыҙлыҡ, ҡурҡыу, үпкә һәм ғәйеп тойғоһо, оялыу, нәфрәт, ярһыу кеүек кире һыҙаттар көсөргәнеш тыуҙыра һәм, яҡты киләсәккә илтер юлды ҡыҫып, киңлекте тарайта. Ке­ше, үҙе лә һиҙмәҫтән, тиҙерәк ҡайҙа­лыр инеп йәшенеү, күренмәйерәк йөрөү, баҫылып ҡалыу теләге менән йәшәй башлай. Ошо етешһеҙлектәр арҡаһында ҡатыны йәки ире, балалары, хеҙмәттәштәре лә интегә. Кире һыҙаттар кешегә асылып, күтә­релеп китергә мөмкинлек бирмәй. Һөҙөмтәлә ул үҙен кире ҡағылған, бер кемгә лә кәрәкмәгән, яңғыҙ итеп тоя (кире ҡағыу моделе); көсөн юғалта, үҙ-үҙен тота белмәй, ҡаршылыҡ­тарға тиҙ бирешә, көсһөҙлөк күрһәтә (юғалтыу моделе); һөҙөмтәгә ирешеп тормайынса, башланған эшен ташлай (өҙөү моделе); меҫкен булып күренә, юғарылағыларҙан аңлау, терәк, яҡлау эҙләй (көсһөҙлөк моделе); үпкәләй, китеү менән янай һәм ысынында китә – үҙ-үҙенә бикләнә йәки, киреһенсә, үҙенең хис-тойғоларынан ҡаса – эш, енси бәйләнештәр, алкоголь, наркотик менән алдана, ауырыуға һабыша йәки үҙенә ҡул һала (ташлап китеү моделе).
Тап нәҫелдән күскән “ҡорбан” моделе “агрессор”ҙы барлыҡҡа килтерә, йәғни, ҡатын-ҡыҙ, иренең йә­берләүенән ҡасып, икенсегә тормош­ҡа сыҡҡан осраҡта ла, барыбер бер үк ҡыйынлыҡтарға тап була. Тимәк, ул нәҫелдән ҡалған аңы һәм ҡылыҡтары менән үҙенә ҡарата көс ҡулланыр­ға мәжбүр итә. Ғалимдар дәлилләүен­сә, “ҡорбан” моделендә уны рән­йетһендәр өсөн тартыу көсө “агрес­сор”ҙыҡына ҡарағанда 6 тапҡырға күбе­рәк. 1995 йылда Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы “САНРЕЙ” Кешене тикшереү халыҡ-ара ғилми үҙәгендә был хаҡта беренсе тапҡыр ишеткәс, мин үҙем дә хайран ҡалғайным. Тимәк генетик аңым аша үҙемә ҡарата шундай мөнәсәбәтте булдырғанмын. Доктор Ч. Тойч миңә ата-бабаларҙан ҡалған кире һыҙаттарҙан ҡотолоу, уңышҡа, бәхеткә ирешеү программаһын төҙөшөргә ярҙам итте.
Ошо сәбәптәргә төшөнгәндән һуң ғына нәҫелемдәге ниндәй кире сифаттарҙың љаршылыљтар тыуґырѓанын ањланым.

Ҡәҙерле журнал уҡыусылар! Һеҙгә лә, үҙегеҙҙең тормошоғоҙ хаҡында ентекле уйланып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлауығыҙҙы теләйем.
Уңышҡа юл ярған моделдәрҙе һа­нап сығам:
дуҫлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ;
шатлыҡ һәм ыңғай хис-тойғолар;
ҡабул итеү һәм хеҙмәттәшлек итеү;
өлгәшеү;
эште бөтәйтеү һәм тамамлау;
көслөлөк;
сәләмәтлек;
бәхет;
теләктәшлек;
ваҡытында һөҙөмтәләргә ирешеү һәм әйтелгән ваҡытта урында булыу;
Мәҫәлән: “Мин – уңышлы кеше”, “Минең ҡулымдан аҡса төшмәй”, “Мин һәр ваҡыт мораҙыма өлгәшәм”, “Мин бар эште лә еңел генә башҡа­рам”, “Минең ҡайғырыр сәбәбем юҡ” тигән һүҙбәйләнештәр тормош саҡырыуығыҙға әйләнһен.
Һеҙ ҙә үҙегеҙгә хас ғәҙәттәрегеҙ хаҡында беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Тормо­шоғоҙ, яҡындарығыҙға, туғандары­ғыҙға, таныштарығыҙға мөнәсәбәтегеҙ, нәмә менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ һәм бәхетле булыр өсөн нимә эшлә­негеҙ – барыһы хаҡында ла яҙығыҙ (исемдәрегеҙҙе үҙгәртһәгеҙ ҙә була), ә беҙ бергәләп, бәхет юлдарын табырға тырышырбыҙ.
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ!


Людмила ВАСИЛЬЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook