Башҡортостан артистары Ҡазанда «Ҙур концерт»та сығыш яһаясаҡ

27 апрелдә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт театрында «Ҙур концерт» үтәсәк, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Был ҙур мәҙәни сарала татар эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Зөлфәт Хәкимдең сығышы кисәнең төп сюрприздарының береһе буласаҡ.

Бынан тыш, «Ҙур концерт»та Башҡортостандың татар артистары ҡатнашасаҡ. Ҡазанға Өфөнән башҡорт һәм татар эстрадаһының «алтын тауышы» Иҙрис Ғәзиев, һөйкөмлө Гүзәл Әхмәтова һәм йәш йырсы Илшат Яппаров барасаҡ.

Татарстан йондоҙҙарынан Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт театры сәхнәһенә Нәфҡәт Ниғмәтуллин һәм Әлфинә Әзһәмова, Лилиә Хәмитова һәм Асаф Вәлиев күтәреләсәк.

«Ҙур концерт»та шулай уҡ Раяз Фәсихов, Иркә, Ландыш, Мөнир Рахмаев, Ләйсән Ғимаева, Ленар Сәйфиев, Алина Сәфиуллина, Морат Ғайсин, Фирдус Тәмаев, Дилара Илалтдинова, Илназ Бах, Алина Баширова, Илдар Әхмәтов ҡатнашасаҡ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook