Һомай һылыулығы

Һомай һылыулығыМөһабәт матурлығы менән дә, мәғрур серлелеге менән дә әсир итеүсе ил ул Бөрйән. Мәңгелектең үҙе кеүек был серлелек. Ул һис ҡасан да асылып бөтмәҫ булғанға тарталыр ҙа. Ырыу-заты менән ғүмер ба­ҡый ошо ерҙәрҙә көн итеүсе бөрйәндәрҙең өлкәне генә тү­гел, балалар ҙа йәнтөйәктә­ре­нең Хоҙай Тәғәлә тарафынан яралтылған изге урын икәнлеген белә. Район үҙәге Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә уҡыусы ике ҡыҙ – Розалия Зарипова менән Розалия Сәғитова әкиәттәр иле Бөрйән хаҡында бар донъяға һөйләргә хыял­лана. “Урал батыр рухы, Һомай һылыулығы күскән”, – тиҙәр был гүзәлдәр хаҡында.
Ҡыҙҙарға иһә үҙҙәре бә­ләкәйҙән тыңлап үҫкән данлыҡлы “Урал батыр” эпосы, халыҡ ижадының ошо ерлектә тыуған башҡа өлгөләре генә түгел, ғәзиз яҡтарына ҡағылышлы һәр тарих ҡәҙерле. Шуға ла улар мәктәптәге “Ынйыҡай” фольклор түңәрәгенә бик яратып йөрөй. Быйыл иптәштәре менән “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында, үткән быуаттың уты­ҙынсы йылдарында йә­шәүсе бил­дәле мәғрифәтсе – Мөхә­мәтшәриф хәҙрәт тураһында сәхнә­ләштерел­гән күренеш әҙер­ләп, өсөн­сө дәрә­жә диплом алғандар. Утыҙ минутлыҡ тамашала ике Розалия, белемгә ынтылыусы ҡыҙҙарҙы уйнап, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номина­ция­һында икенсе һәм өсөнсө урын­дар­ға лайыҡ булған.
– Тамашаны ҡуйыр алдынан ике йыл дауамында ғилми-тикшеренеү эше алып барып, хәҙрәттең яҙмышын өйрәндек, – ти һылыуҙар. – Былтыр уның бала сағын сағылдырһаҡ, быйыл иһә уның нисек мәҙрәсә асып, халыҡ араһында аң-белем таратыуын, нахаҡҡа ҡулға алынып, төрмәгә оҙа­тылыуын сәх­нәләштерҙек.
Элек ҡыҙҙарға уҡырға рөхсәт ителмәгән бит. Ике әхирәт – Әсмә менән Ғәшүрә иҫ китмәле ныҡ уҡырға теләй. Улар, мәҙрәсәгә бөт­әһенән алда таңдан килеп, урындыҡ аҫтына ҡасып, Мөхәмәтшәриф хәҙрәт һа­баҡтарын тыңлай. Розалияларҙың бәхетенә, был инәйҙәр­ҙең туғанда­ры иҫән, улар ваҡиға­ларҙы нисек булған, шулай күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Бер быуат элек тиерлек, күккә талпынған ҡыйғыр ҡоштай, белемгә ынтылыусы Әсмә менән Ғәшүрәнең кисерештәре ҡыҙҙарға шул тиклем яҡын. Хыялдарҙы бары ныҡлы белем ярҙамында ғына ысын итә аласаҡтарын улар яҡшы аңлай. Розалия Зари­пова халыҡ-ара кимәлдәрҙә Башҡортостан мәнфәғәтен яҡлаусы юрист булырға теләй. Шуға күрә ижтимағи фән­дәрҙе, инглиз телен тәрән өйрә­нә. Ә дүртенсе синыфтан бирле мә­ҡәләләр, ҡойоп ҡуйған әкиәттәр, хи­кәйәләр яҙыусы икенсе љыҙыбыҙ яҙ­мышын журналистикаға, әҙәби ижад­ҡа арнарға йыйына. Бөтә фәндәрҙән дә берҙәй яҡшы өлгәшеүсе һылыу әҙәбиәт һәм телгә баҫым яһай. Үҙ­ҙәрен ҙур ки­ләсәккә әҙерләүсе ҡыҙҙар һәр яҡлап та үҫергә тырыша. Спорт менән дә дуҫтар. Тәбиғәттең илаһи­лығын һең­дергәнгәлер, тормоштарында сәнғәт айырым урын биләй. “Ын­йыҡай” түңәрәге етәксеһе Йәғә­фәр Сәфәрғәли улы Нәҙершин, баш­ҡорт теле уҡытыу­сылары – уларҙың күңел талпы­ныштарына ҡанат ҡу­йыусы кеше­ләр. Башланғыс кластарҙа уҡыт­ҡан Айһылыу Мозафар ҡыҙы Вәлиәхмә­това иһә ҡыҙҙарҙа өлгәшел­гән менән генә ҡәнәғәт­ләнмәйенсә, гел яңы үрҙәр яулау теләге уятҡан. Еңеүселәр өсөн бик мөһим сифат­ҡа эйә һы­лыуҙар бәләкәйҙән уңыштың татлы тәмен татығанға, бәй­геләргә әҙер­ләнеүҙе бер кинәнес күрә. “Урал бат­ыр” эпосын яттан һөйләүселәр ярышымы, “Байыҡ” бейеү бәйгеһеме, фән олимпиадаларымы – уларҙың һәр һынауҙан, һис шикһеҙ, уңыш ме­нән ҡайтасағын белеп торалар.
Республикабыҙға Исмәғил Ғәбитов, Мөхтәр Сәғитов кеүек билдәле дәүләт эшмәкәр­ҙәрен, күп күренекле ғалимдар, табиптар, сәхнә оҫталарын биргән Иҫке Собханғол мәктәбе бөгөн дә Башҡортостаныбыҙ мәр­тәбәһен арттырырҙай аҫыл улдар һәм ҡыҙ­ҙар үҫтерә. Заман талаптарынан алыҫ шарттарҙа, күптән ремонт күрмәгән бинала балаларға ил ки­мәлендә юғалып ҡал­маҫ­лыҡ тәр­биә, белем биреүсе уҡы­тыу­сылар­ҙың, ысынлап та, хеҙмәте ҙур хөр­мәткә лайыҡ.
Яҙмала һүҙ барған һылыуҙар ҙа ғорурланырлыҡ шәхестәр булып китер. Күңелдәрендә йөрөткән хыялдары оло ғына түгел, изге лә. Ҙур ҡалаларҙың емерткес шауҡымын тоймаған, үҙҙәрен уратып алған тәбиғәт кеүек саф балалар ғәзиз төйәктәрен ололау, данлау ғына түгел, уны яман күҙҙән ҡурсалау, бөтә хозурлығында һаҡлау теләге менән дә яна.

Альмира КИРӘЕВА.
Флүр ҒАЗИН фотолары.

Бөрйән районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook