Айыҡ йәндә өмөт бар

Айыҡ йәндә өмөт барДонъя сая, алдына алғанын аҙағына еткермәй туҡтамаған ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында булғанда, ауылдың бөгөнгө хаяһыҙ заманда ла бирешмәҫенә, әхлаҡ ҡиммәттәренең барыбер ҙә өҫтөн сығасағына ҡаҡшамаҫ ышаныс тыуа. Ишембай районы Этҡол ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, уның етәксеһе – Этҡол ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы ла, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары ла булған Нәсимә Ғайса ҡыҙы Әйүпова менән танышҡас, күңелде шундай өмөтлө уйҙар биләне.
…Ауыл урамын эңер ҡаплаған. Көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, тирә-яҡ­ҡа һаҡ ҡына күҙ һалып, бер нисә ханым тыуған ауылдары урамдарын иң­ләй. Уларҙы күреп ҡалыу менән, әҙ-мәҙ генә ҡырын тейәгән ауылдашта­ры ла өйҙәренә инеп тайыуҙы хуп күрә. Был ханымдарҙың күҙенә салын­мауың хәйерле. Юҡһа, оятыңдан ер тишегенә инерлек итерҙәр. Шулай итергә, ауылдаштарын шелтә­ләргә тулы хоҡуҡтары ла бар шул: ауыл ҡа­тын-ҡыҙҙар советы ағзалары бит улар. Яҡташтарының ауыртҡан-ауыртма­ған ерен үтәнән-үтә күреп тороусы, йәнтөйәктәрендәге тәртип, матур тормош өсөн үҙ йорттарындағылай өҙөлөп тороусы заттар. Ә был улар­ҙың, ауыл урамдары һилләнгәс, һәр кис һайын башҡара торған, ғәҙәткә һа­лынған эштәре – киске рейд. Йорт-ерҙә барыһы ла именме, тәртип боҙ­ған, иҫереп, урам ҡыҙырып йөрөгән әҙәм юҡмы? Ундайҙар күренә икән, иртәгәһенә үк идараға саҡырып, етди һөйләшеү үткәреп алырға сәбәп бар...
Этҡол ауыл хакимиәтенә, ошо ауылдан тыш, тағы Аҙнай, Уразбай ҙа инә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ла, ти­мәк, ошо өс ауылды үҙ эсенә ала. Һәр ауылдың үҙ вәкиле бар. Аҙнай өсөн Әлфиә Насирова, Гөлшат Хәсәнова­лар яуап­лы булһа, уразбайҙар Фатима Дәү­ләтҡолова, Розалия Сөләймәноваға күҙ төбәй. Иң ҙур биләмәгә, иң күп халыҡҡа эйә Этҡол ауылы мәшәҡәт­тәрен барлау Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, Люциә Зарифйәнова, Гәүһәр Ҡыҙ­расова һәм Фәниә Ниғмәтуллиналар иңенә төшә.
Үҙе лә Этҡол ауылы вәкиле булған Нәсимә Әйүпова ныҡлы, ышаныслы, үҙҙәре һәр йәһәттән ерҙәштәренә өлгө булырлыҡ команда туплауға ирешкән. Үҙе иһә ауыл мәсьәләләре­нән генә түгел, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары сифатында бөтә Ишембай күләмендәге эш­тәрҙән ситтә ҡалмай. Нәсимә апай­ҙан урғылған дәрткә йәштәрҙең дә иҫе китер. Шулай булмаһа, береһе­нән-береһе етдиерәк эштәрҙе юлға һалыуға өлгөрөрһөң өлгөрмәй! Бында беләк көсөнән былай күңел үткерлеге, зиһен саялығы фарыз бит. Ишем­бай район ҡатын-ҡыҙҙар советы рә­йесе – район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһи­ева Этҡол ҡатын-ҡыҙҙарының эшен юғары баһалап, уларға ныҡлы таянып эшләүен юҡҡа әйтмәгән икән.
Ауылдың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары ара­һында иң йәше – Фәниә Ниғмә­тул­лина. Ул Ейәнсура яҡтарынан килен булып төшкән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы ауылдаштары уны үҙ итеп, йәш кешеләге күңел көсөн баһалап та өл­гөргән. Шуға ла, йәшенә ҡарап тормай, Нәсимә Ғайса ҡыҙы уны ҡа­тын-ҡыҙҙар советына йәлеп иткән һәм быға һис үкенмәй. Фәниә өсөн иһә апайҙарҙың уны үҙ итеп, етди эшкә ылыҡтырыуҙары, ауылдағы ың­ғай үҙ­гәрештәргә өлөш индереүҙә ҡатнаша алғаны – үҙе бер ғорурлыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы башҡарған яҡшы эштәрҙе бер тынала барлап сығыу мөмкин дә түгелдер. Ауылдаш­тарының ҡайғыһын да, шатлығын да тәүләп белеүҙе, ҡулдан килгән ярҙамды ойоштороуҙы улар инде күптән ғәҙәткә индергән. Әле бына иң ҙур, мөһим эште башлап тороуҙары – Этҡол менән Аҙнай ауылдары республикабыҙҙа иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашасаҡ. Тә­үәккәл ханымдар дилбегәне ҡулдары­на ныҡлы алған. Нәсимә апай кеүек уттай янып торған, арып-талыуҙы белмәгән тынғыһыҙ етәксе менән берлектә тау-таш аҡтарырлыҡ көс тоя улар үҙҙәрендә. Ауылдаштарының да ғәрсел, сәмсел булыуын иҫәпкә алғанда, ишембайҙарҙың айыҡ тормош рәүешен юлдаш итеп алырҙарына ышаныс ҙур.
Эскелек менән көрәш бер әле ге­нә килеп башланмаған, әлбиттә. Байтаҡтан бирле был тарафтан эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
– Ауыл хакимиәтендә эшләгәс, миңә ҡатын-ҡыҙҙар советы бурыстарын алып барыу ҙа еңелерәк кеүек, – ти Нәсимә апай. – Халыҡ теге йә был йо­мошо менән кәнсәләргә килә тора. Араларында ауыл йөҙөнә ҡара яғырлыҡ эш менән булышҡаныраҡ­тар бул­һа, улар менән бер ыңғайҙан асыҡ­тан-асыҡ һөйләшеп алырға ла форсат тыуа.
“Сәмәй” ҡыуып, үҙҙәренә килем алып ятҡандарҙы исемләп беләләр ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары.
– Әйтәйек, шундай бер апай ме-н­ән һөйләшергә тура килә икән, бындай яҙыҡ юл менән матди хәлеңде яҡ­шыртып, бәхетле һәм тыныс ҡына йәшәп булмағанын аңлатырға тырышам, – ти Нәсимә апай. – “Һинән алған самогонды эсеп, ана фәлән-фәлән өйөндә туҙынған, балаларын, ҡатынын ҡыйырһытҡан. Оят түгелме әҙерәк?! Шул сабыйҙарҙың ауыҙынан өҙөп, һиңә алып килә бит ул бер һа­уыт шайтан һыуы өсөн. Ошо аҡсаға алған аҙығың нисек тамағыңа бара? Нисек тыныс йоҡлай алаһың?” – тип зитына тейергә, намыҫын уятырға тырышам. Эсендә йәне булғандар бындай һөйләшеүҙән һуң битараф ҡала алмай. “Булды, булды, һеңлем, башҡа улай итмәм”, – тип иларҙай булып һүҙ биргәндәре бар. Шулай булмай, берәүҙәрҙең тыныслығын боҙошоп, ҡан илатып, нисек үҙеңә бер ни ҙә булмағандай йәшәп ятырға мөмкин?! – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, Нәсимә апайҙың йөрәкһеүе йөҙөнә бәреп сыға.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары тағы бер матур башланғысҡа ла нигеҙ һалып тора. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ауылдарҙа “Айыҡ өй”, “Айыҡ ғаилә”, “Айыҡ атай”, “Айыҡ әсәй” бәйгеләре уҙасаҡ икән. Был иһә бөтәһен дә итәк-сабыуын йыйырға, ең һыҙғанып яңы тормош рә­үешен башларға мәжбүр итәсәк, тип көтөлә. Ғөмүмән, ауылдаштарына өмөтө лә, ихтирамы ла ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының. Ни өсөн тигәндә, эсеп, тормошона, балалары­на ҡул һелтәп йөрөүселәргә ҡарағанда донъяһын бына тигән итеп алып барыусы, гөрләтеп эшләп-йәшәүсе­ләр, ауылды гөл итергә ынтылып тороусылар барыбер күберәк!
Бар тирә-яҡ өсөн өлгө булған ғаиләләр араһында Нәсимә апайҙың үҙенеке лә бер гөл кеүек. (Халыҡта бындай һоҡланыу ваҡытында, күҙ теймәһен, тип әйтеү ҡабул ителгән.) Ғаилә башлығы Илдус Рәхимйән улы – тирә-яҡта ғына түгел, төбәгебеҙҙә, хатта илдә билдәле оҫта һунарсы икән! Ә үҙе – оҫталығына бәрәбәр үтә тыйнаҡ кеше, хатта фотоға тө­шөүҙе лә, үҙе тураһында Һға хөрмәт йө­ҙөнән һүрәткә төшөргә ризалашты. – Р.М.) Йорт эсе лә күберәк егәрле хужаның үҙ ҡулдары менән биҙәлгән. Һәр нәмә, хужалары кеүек үк, тыйнаҡ бер тәртиптә тотола бында.
Әйүповтарҙың өлкән ҡыҙҙары Әл­фиә – беҙҙең коллега, матбуғат кеше­һе. Ул “Башҡортостан” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Ғаиләгә йәм, ҡот өҫтәп тороусы ике ҡәҙерле йән – Иҙел менән Урал – кесе ҡыҙҙары Ләйсән һәм кейәүҙәре Динистың йө­рәк парәләре. Ике шуҡ малай олата­ларына эйәреп, ҡышҡы урманға ла сығып китә, кескенәнән тәбиғәт һу­лышын тойорға, уның ме­нән ризалыҡта, берлектә йәшәргә өйрәнә.
…Ауыл илдә ана шундай күркәм ғаиләләре менән баһалана, ә үҙе өсөн янып-көйөп торған изгелекле балалары уны ғәйрәтле итә. Этҡол ҡатын-ҡыҙҙар советы эшен алып барыусы тын­ғыһыҙ заттарҙың тырышлығы ер­ҙә ятып ҡалмаҫ, моғайын. Ең һыҙға­нып, бөтә ил берҙәм булып тотонғанда, данлы эштәрҙең хаҡы ла мең әйлә­неп ҡайтыр. Бығаса донъя матурлы­ғын күрерлек рәте булмаған әҙәмдәр ҙә һаташыулы йоҡонан уяныр һәм иҫе китеп, таң ҡалып тирә-яғына ба­ғыр. Халыҡ әйтемен бер аҙ ғына үҙ­гәртһәк: айыҡ йәндә өмөт бар!

Рауилә МӨФТӘХЕТДИНОВА.
Һүрәттәрҙә: Рейдҡа сығыр алдынан. Нәсимә Әйүпова
яҡындары менән бергә.
Евгений БАШМАКОВ фотолары.

Ишембай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook