ИРКЕН ИКӘН МӘСКӘҮ ҺАУАҺЫ

ИРКЕН ИКӘН МӘСКӘҮ ҺАУАҺЫ Глобализацияны көндән-көн нығыраҡ тоябыҙ. Меңәр йыл Уралында бер туп булған халҡыбыҙҙың да аҫылдары бөгөн донъя күргеһе йә үҙен күрһәткеһе килеп, йә сараһыҙҙан төрлө яҡтарға юллана. Көн дә интернетта йөрәккә яҡын кешеләрҙең көнитмеше менән ҡыҙыҡһынғанда, Ҡытайҙа Фәриҙә, Австралияла Айһылыу, Испанияла Нурия һәм башҡалар нисек тип, диуарҙарына күҙ һалына. Ә Рәсәйҙең инде һәр ҡарышында милләттәштәребеҙҙе осратырға мөмкин.

...Бығаса халыҡ күберәк Себергә ағылһа, һуңғы осор алдынғы йәштәребеҙ Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек оло ҡалаларға китте. Башҡортостандан быуаттар дауамында үҙәккә ҡиммәтле тиреләр, йәшмә, алтын, тоҡомло йылҡы, нефть оҙатылып торһа, бөгөн төбәгебеҙҙең интеллектуаль ресурстар донорына ла әйләнеүе шикһеҙ. Быға ҡыуанырғамы, иларғамы? Мәскәүгә еткәнсе мейелә ошо уйҙар мыжғыны. Внуково аэропортынан ҡаршы алған Сәғит ағайҙың беҙҙе ҡаланың икенсе осона оҙатып барғансы үкенесле тормошон бәйән итеүе эсте тағы бошорҙо. Әрменән һуң ҡалып, ғүмер буйы ошонда таксиҙа эшләгән, мәрйәгә өйләнеп, олоғайғас айырылып, ҙур ҡалала яңғыҙлыҡ биләүендә ҡалған ағайҙың «тимер ат»ында үҙебеҙсә яңғыраған моңһоу йыр ҙа, эх, ҡайтып ҡына йәшәһәң икән тыуған яҡта, йәшерәк саҡта уйлағанда, бәлки, иш табып, бәхетле ҡартлыҡ кисерелер ине, хәҙер һуң шул, тип ҡуйыуы ла йөрәкте өҙҙө. Беҙҙе тәғәйен ергә еткергәс, ул, бөгөн кисәгә шиғыр тыңларға мотлаҡ киләм, тип һүҙ биреп хушлашты.
ИРКЕН ИКӘН МӘСКӘҮ ҺАУАҺЫ
Марттың матур бер көнө ине ул. Мәскәү уртаһындағы ҙур китапхана залында «Мәҙәниәттәр диалогы» ойошмаһы ярҙамында, яңыраҡ асылһа ла, байтаҡ эш башҡарып өлгөргән «Сәсән» ижад студияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған кисә үткәрҙе. Сара башланғансы уҡ эркелеп килгән баш ҡалала уҡыған йәштәр һәм милләттәштәребеҙ, журналыбыҙҙың төрлө һандарын таратып алып, уҡыу залы ойоштороп ебәрҙе. Халыҡ йыйылып бөткәнсе «Башҡортостан ҡыҙы» менән нығыраҡ таныша торайыҡ, тип баш мөхәрриребеҙ Гөлназ Ҡотоеваны уртаға саҡырып сығарҙылар. Баҫмабыҙҙың тарихы һәм бөгөнгөһөнә бәйле һорауҙар яуҙы. Ихлас ҡыҙыҡһыныуҙан, журналға бәйле хәтирәләрҙән беҙҙең дә күңел ирене...
ИРКЕН ИКӘН МӘСКӘҮ ҺАУАҺЫ
...Сара хужабикәһе Әлфиә ханым Агеева әсәһенән ҡалған затлы еләндә сабыр ғына балҡып ултыра бирҙе һәм иң аҙаҡтан һүҙ алды. Мәскәүҙәге төрлө халыҡтарҙың милли ойошмалары менән берлектә эшләй ул, иплелеге, төплөлөгө менән барыһының да ихтирамын яулаған. Юҡҡамы ни, «Мәскәү татарҙары» берекмәһе етәкселәренең береһе: «Әлфиә, афарин, ижадсыларҙы ҡуҙғатып ебәрҙе», – тине, уны йөпләп икенсеһе: «Башҡорттар күтәрелде хәҙер», – тип ҡуйҙы. Һуңғы фекерҙе Мәскәүҙә байтаҡ кеше ауыҙынан ҡабатлап ишеттек, үҙебеҙ ҙә уның хаҡлығына инандыҡ. Ул көндө илдең баш ҡалаһында белем алыусы башҡорт студенттарының осрашыуы ла үтә ине. Беҙҙең менән күрешергә килгән йәш әсәйҙәр, балаларын алып, «Алтын Ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбленә дәрескә ашыҡты. Ял көндәре улар бейеүгә генә йөрөмәй, «Селтәр» түңәрәгендә үҙҙәренә милли кейем дә тегә икән. Башҡорт йәштәренең КВН командаһы ла уңышлы эшләй. Өфөлә үҙебеҙсә Яңы йыл тамашалары табып булмағанда, инде нисә йыл бында сабыйҙар өсөн башҡортса Яңы йыл байрамы ойошторола. Мәскәү башҡорттарының милли автономияһы, фольклор һәм ҡурайсылар ансамблдәре, «BashStudents» студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы, «Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге һәм уның янында башҡорт телен өйрәнеү курстары – һәр береһе гөрләп тора. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә йәштәребеҙ «Йәсмин» камиллыҡ студияһы ла асып ебәрҙе. Рәсәйҙең баш ҡалаһында ике йыл дауамында башҡорт һылыуҡайы бәйгеһе үтте. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын алдырып уҡыусылар ҙа байтаҡ баш ҡалала. Киләсәктә дуҫлығыбыҙ тағы ла нығыр, тигән ышаныстабыҙ, сөнки беҙ барған арала ла әллә нисә кеше яҙылып ҡуйҙы.
Икенсе көн иртә менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә юлландыҡ. Милли нағыштар һалып, Урал таштары менән биҙәлгән мөһабәт бинаға һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Ишек төбөндә, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе икмәк-тоҙ, сәк-сәк менән бер төркөм йәштәр ҡаршы алды. «Илһам» Мәскәү башҡорт халыҡ театры артистары ине улар.

«Мәскәүгә сығып киткәнемә үкенмәйем. Бында мин үҙебеҙҙең йәштәргә терәк һәм шуның менән бәхетлемен. Халыҡ театры ойошторам, тигәс, күптәр, атҡарып сығырһыңмы, тип шик белдерҙе», – ти «Илһам»ға нигеҙ һалыусы, уның дәртле етәксеһе Мәҙинә Илһамова. Буш менән булма, тигәндәргә ҡарамай, ныҡыш һылыу Әбйәлилгә ҡайтып, тыуған ауылы Байымдан тоҡ-тоҡ милли кейем һәм реквизит алып килә. Театрҙа уйнарға теләүсе йәштәрҙе табып, бер йыл эсендә мәскәүҙәр хөкөмөнә дүрт спектакль тәҡдим итеп өлгөрә. Әле тағы ике премьера көтөлә. Уларҙы төрлө сараларға ла йыш саҡыралар. Йәштәр телмәр үҫтерә, башҡорт драматургияһы менән таныша, үҙ-ара аралаша. Хәҙер инде «Илһам»дар бер туған кеүек. Беҙгә лә бер нисә спектаклдән өҙөк күрһәттеләр, аҙаҡ сәй артында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Үҙешмәкәр артистарҙың кемеһе табип, кемеһе ғалим, араларында эшҡыуар ҙа, эшләп тә, уҡып та йөрөүселәр бар. «Әсәйем «Башҡортостан ҡыҙы» журналын шул тиклем яратҡан, исемемде уның элекке баш мөхәррире хөрмәтенә ҡушҡан», – ти Федоровка һылыуы, ВТБ-банк хеҙмәткәре Гөлфиә Үзбәкова. «Ә минең әсәйем хаҡында яңыраҡ һеҙҙең журналда мәҡәлә сыҡты, ул Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының әүҙем ағзаһы», – ти табип-гинеколог Гөлнара Әбделғужина. Сибай егете Азат Бикбулатов – «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли эҙләнеүҙәр университетында аспирант, ул беҙгә Башҡортостандағы ҡатын-ҡыҙҙар һаны һәм демографияға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. И.М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында белем алыусы Хәйбулла егете Илгизәр Мортазин ауылдарыбыҙҙың киләсәге хаҡындағы уйҙары һәм хыялдары менән бүлеште. Мыҡты егеттәрҙең береһе Азат Ҡаҙаҡбаев Күмертау ҡалаһында үҫкән, рус мәктәбендә белем алған. Уның эш көндәре «Нэттрэйдер» биржа брокерлығы компанияһында үтһә, ялдары – «Илһам»да. Яңыраҡ Мәскәү һылыуҡайҙарының фотолары менән сыҡҡан асылмалы календарҙы техник яҡтан матурлаған, версткалаған ул. Тағы бер Хәйбулла егете Айтуған Ҡәйепов ҡыҙыу бәхәсте шым ғына тыңлап ултырҙы ла, күп һөйләйбеҙ ҙә ул, шуларҙы тормошҡа ашыраһы ла бар бит, тип ҡуйҙы. Гөлдания, Гөлйемеш, Айгөл, Нәркәс һәм башҡа һылыуҙар ҙа әңгәмәгә ихлас ҡушылды. Әлфиә апай Агеева йәштәргә үҙе яҙған ҡобайырҙарын ишеттерҙе, беҙ шиғыр уҡыныҡ, Мәҙинә Илһамова ла эскелеккә ҡаршы яҙған әҫәрен һөйләне. Әйҙәгеҙ, бер юлы журналға яҙҙырабыҙ, тигәс, бер аҙ үпкәләгәндәй ҙә булдылар, Мәҙинә ханым баҫмабыҙҙы ҡалдырмай алдыра икән, «Илһам»дарҙың «Башҡортостан ҡыҙы»н уҡып барыуы һөйөндөрә...

...Иң-иңдәр араһында тиң булыу – күктән төшкән уңыш түгел, уны атай-әсәй биргән тәрбиә һәм терәк, заттан килгән ынтылыш һәм холоҡ, бөгөнгө аяуһыҙ ысын барлыҡҡа яраҡлаша белеү кеүек факторҙар берлектә генә барлыҡҡа килтерә ала. Мәскәүҙә үҙҙәрен иркен тойған милләттәштәребеҙгә ҡарап, Мостайҙың:
«Кәрәк түгел көс-ҡеүәттең башҡаһы,
Мин бит үҙем азатлыҡтың батшаһы»,
– тигән юлдары иҫкә төшә. Был елдәр, был һулыш Башҡортостанға ла танһыҡ...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Мәскәү ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook