ДУҪТАР МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ

Бөгөнгө заманда милли матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуҙың ни тиклем мәшәҡәтле, ҡатмарлы булыуын һөйләп тораһы ла юҡ. Матди байлыҡҡа иҫтәре китеп, рухи ҡиммәттәр, тәрбиә сығанағы – китап, матбуғат баҫмалары хаҡында бар тип тә белмәүселәрҙең күплеге бошондора ла, борсолдора ла. Әммә зарланырға ашыҡмайыҡ! Һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алған, журналыбыҙға яҙылыу осоронда эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған, рухлы ла, зыялы ла ҡәрҙәштәребеҙҙең ихласлығы эшебеҙгә дәрт-ҡеүәт, иртәгәһе көнөбөҙгә өмөт-ышаныс өҫтәй.

Афарин, «егерменселәр»!
ДУҪТАР МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ
Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына барып инеү менән, «Һаумыһығыҙ!» тип саф башҡортса сәләмләгән шат малай һәм ҡыҙҙарҙы күреп, күңел күтәрелә. Мәктәп уҡытыусылары йәш быуынға төплө белем биреү менән бер рәттән, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Йыл да матбуғатҡа яҙылыу осоронда гимназияның ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылары дәррәү «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылып килә. Был маҡтауға лайыҡ эште Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, өҫтәмә дәрестәр буйынса педагог Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы Сәйфуллина ойоштора. «Башҡорт гимназияһы була тороп, милли баҫмаларыбыҙҙы беҙ күтәрмәһәк, яҙылыуҙа өлгө күрһәтмәһәк, быны кем эшләр?!» – ти рухлы ханым. Бөгөн ул ошо белем усағында «Йәнгүзәл» театр-фольклор студияһын етәкләй, уҡыусылары менән һәр төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү артынан еңеү яулайҙар. 20-се башҡорт гимназияһында матбуғатҡа яҙылыу көндәре Совет районы хакимиәте һәм почта хеҙмәткәрҙәре менән берлектә даими ойошторола. «Эшкә күмелеп, мәлендә гәзит-журналдарға яҙылыу онотолоп китә, шуға күрә бындай саралар бик уңайлы», – тип билдәләй уҡытыусылар. Милләтебеҙ күрке булырҙай йәш быуын тәрбиәләүсе белем усағына киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын!

Рухлыларҙы ишәйтеп
ДУҪТАР МЕНӘН КӨСЛӨБӨҘ
Ә был фотоһүрәттәге матур ханымдар Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы – бала үҫтереү үҙәгендә эшләй. Улар ҙа бер нисә йыл рәттән «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙыла. «Журнал шул тиклем оҡшай, уҡып, күңелебеҙгә илһам, ял алабыҙ. Тәрбиәгә ҡағылышлы мәҡәләләрҙең эшебеҙҙә лә ярҙамы ҙур», – ти тәрбиәселәр.
«Аҡбуҙат» – Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош республикала уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы милли, рухи күтәрелеш осоронда асылған тәүге башҡорт балалар баҡсаларының береһе.
«Дюймовочка» исеме аҫтында эшләп килгән мәктәпкәсә йәштәге тәрбиә усағын башҡорт балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу, уны республика күләмендәге тәжрибә майҙансығы итеп танытыу йәһәтенән шул саҡтағы мөдиребеҙ Фирҙәүес Ғайса ҡыҙы Аҙнабаева ҙур көс һалды. Беҙҙә үткәрелгән башҡортса иртәлектәрҙе, дәрестәрҙе, милли уйындарҙы ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға республиканан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ килә торғайны. Берҙәм коллективыбыҙ тарафынан әҙерләп сығарылған 30-лап методик ҡулланма менән тотош республика тәрбиәселәре файҙалана. Әле лә ошо юҫыҡта эштәрҙе уңышлы дауам итәбеҙ», – тип эшмәкәрлектәре менән таныштыра баҡса мөдире Таңһылыу Хәләф ҡыҙы Таңғатарова.
Эйе, уңыштары тос ҡына «Аҡбуҙат»тарҙың. Мәҫәлән, 2014 йылда Сибай ҡалаһы күләмендә «Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы» тип билдәләнгәндәр. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Еңеү салюты», «Йомро-йомро йомғағым» әкиәт конкурстары булһынмы йәки башҡа сараларҙа ҡатнашһындармы, «Аҡбуҙат»тың кескәйҙәре һәр саҡ еңеү яулап һөйөндөрә. Хатта «Байыҡ» бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын яулап ҡайтҡандар. Балалар күңелен аңлаған, уларҙы шәхес итеп үҫтерә белгән тәрбиәселәрҙең фиҙакәр хеҙмәт емештәре – был уңыштар. Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангирова, Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы Харисова, Рәшиҙә Иҙрис ҡыҙы Әминева, Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы Йылҡыбаева кеүек тәжрибәле тәрбиәсе-педагогтарҙан йәш коллегалары өлгө алып, бер ғаилә булып тырышып эшләй. Йыл һайын журналыбыҙға яҙылыуҙы ойошторған, хеҙмәттәштәрен дәртләндереп, әйҙәп йөрөгән тәрбиәсе Әлфиә Әдиф ҡыҙы Ташбулатоваға айырым рәхмәтлебеҙ!
Берҙәм, татыу коллективҡа артабан да матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлап, рухлыларҙы ишәйтеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook