“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ноябрь һанына күҙәтеү
Гүзәл заттар өсөн сығарылған, уларҙың күңел донъяһын яҡтыртҡан баҫмабыҙҙың яңы һанын Өфөлә үткән халыҡ-ара “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сиге булмаған мәрхәмәтлелек” форумында уртаға ҡуйылған мәсьәләләрҙе бәйән иткән “Донъяны изгелек ҡотҡарыр” тигән мәҡәлә аса. Бүлек мөхәррире Альмира Кирәева унда ҡитғалар, телдәр, диндәр айырмалығына ҡарамаҫтан, ер йөҙөндәге һәр ҡатын-ҡыҙҙың да уй-теләктәре, проблемалары уртаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Уҡыусыларыбыҙ көтөп алған “Баш мөхәрир һүҙе” рубрикаһында был юлы Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева әсә һөйөүенең упҡындарҙан тартып алыр, әжәлдәрҙе сигендерер көсө хаҡында яҙа. Был изге ҡөҙрәттең, иғтибарға алып бармаһаҡ та, асылда кешенең яҙмышын билдәләп, ғүмер буйы оҙата килеүсе бер ғәйрәт икәненә инандыра.

“Балаларға арналған ғүмер” исемле мәҡәлә иһә журналыбыҙҙың тышлығын биҙәгән Таңһылыу инәй Байрамғолованың ҡотло ғаиләһе, уларҙың маҡсаттарға ҡыйыу атлағанда үткән бормалы юлы һәм бәхетле ҡартлыҡҡа алып килгән матур холоҡ-булмышы хаҡында һөйләй. Автор Гөлназ Ҡотоева был һоҡланғыс кешеләрҙең тормош юлын асып, тулы ҡанлы, йолаларға һәм тамырҙарға тоғро ғаиләләрҙә уңышлы, үҙҙәренә ышанған, ҡыйыу балалар үҫеүен иҫбатлай.

“Йондоҙло яңылыҡтар”ҙа йыл да Өфөлә үткәрелеп килгән “Иҙел” халыҡ-ара йыр сәнғәте фестиваленең быйылғы асыштары хаҡында һүҙ бара.

“Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһы иһә был юлы Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллинаның ғаиләһе менән таныштыра. Автор Альбина Ғөбәйҙуллина героиняһының быуындан быуынға һаҡланған әсәй һәм ҡыҙ мөнәсәбәттәренә бәйле ҡиммәтле тәрбиә серҙәрен аса.

“Психолог нимә ти?” рубрикаһында белгес Ғәлиә Сәлихова илебеҙгә ябырылған иҡтисади көрсөк мәлендә бирешмәҫ өсөн ниндәй тормошсан, һыналған хәйләләргә таянырға кәрәклеген өйрәтә.

“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ” рубрикаһында журналыбыҙҙың тәүге биҙәлеш мөхәррире Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшинаның күркәм тормош юлы барлана. Роза ханым “Башҡортостан ҡыҙы”ның баҫыла башлау тарихы, унда эшләгән танылған кешеләр хаҡында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр менән бүлешә.

“Әҙәби балҡыш”та күптәр яратҡан шағирә Зөлфиә Ханнанованың мөхәббәт лирикаһы һәм Миңнур Ҡасимованың журналыбыҙ үткәргән халыҡ-ара Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабында өсөнсө урын алған “Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем...” тигән хисле хикәйәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында нисек дөрөҫ итеп ғөсөл ҡойоноу тәртибе яҙылған.

Бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинованың “Ҡояштыр әсә йөрәге” исемле мәҡәләһендә билдәле эшҡыуар, башҡорт йәштәре ойошторған байтаҡ ҙур проекттар спонсоры, билдәле йәш шоумен RNT-ның әсәһе Фәйрүзә ханым Ниғмәтуллинаның ябай булмаған яҙмышы, уңышҡа илткән юлында осраған һынауҙар һәм тетрәндергес хәлдәр хаҡында бәйән ителә.

“Ҡылыс уйнас ҡулдарында” исемле материал Кино йылына арналған. Ауылда тыуып үҫкән ябай малайҙың – Ейәнсура районынан Роберт Йылҡыбаевтың нисек хыялын тормошҡа ашырып, Рәсәй кимәлендә билдәле актер-каскадер булып китеүе хаҡында мауыҡтырғыс мәҡәлә һәр кемде лә ҙур еңеүҙәргә талпындырыр, тип уйлайбыҙ.

“Рухи ҡомартҡыларыбыҙ” рубрикаһында Иршат Йәнбирҙин Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә табылған көмбәҙ-тәңкәләрҙәге яҙыуҙарҙың серен сисә. Ошо тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тимер киҫәктәре аша халҡыбыҙҙың тарих төпкөлөнә үтеп, башҡорттарҙың борондан ғәҙел ҡануниәткә таянып йәшәүе хаҡында беләбеҙ.

“Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды” рубрикаһында ҡан баҫымы юғары булғандарға тәжрибәле табип Ирина Николаеванан практик кәңәштәр урын алған. Ә “Ғаилә янсығы” рубрикаһында һалым түләүҙең яңы тәртибе аңлатылған.

“Тәмлекәс”тә көршәктә бешерә торған бик ҡыҙыҡлы рецептар өйрәтелһә, “Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында бүлек мөхәррире Гөлшат Ҡунафина дизайнер Сәймә Хәсәнованың бер һыҙма ҡулланып тегелгән төрлө күлдәк өлгөләре менән таныштыра. Ә “Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһы аша йәш әсәйҙәр бәләкәс ҡыҙҙарына байрамса итәк тегергә өйрәнә ала. Журналдың һуңғы биттәрен “Өйөм йәме гөл генә” һәм “Милли биҙәк” ярыштарына килгән һоҡланғыс эштәр биҙәй.

Шундай ҡыҙыҡлы ла, йөкмәткеле лә “Башҡортостан ҡыҙы”ның ноябрь һаны. Әле редакция хеҙмәткәрҙәре мәж килеп һеҙҙең өсөн декабрь һанын әҙерләү менән мәшғүл. Әйткәндәй, унынсы декабргә хәтлем журналыбыҙға осһоҙораҡҡа яҙылып ҡуйыу мөмкинлеге лә бар, был яйҙы ла ҡулдан ысҡындырмағыҙ, әхирәттәр!

1 – 11 декабрь арауығында «Башҡортостан ҡыҙы»на ярты йылға 534 һум 84 тингә яҙылырға мөмкин.




Теги: журнал подписка күҙәтеү




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook