“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының октябрь һанына күҙәтеүЖурналыбыҙҙың яңы һаны “Юлдар саҡыра” рубрикаһы менән асыла. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның Силәбе өлкәһенән яҙмаһы “Берҙәмлектә – көсөбөҙ!” тип атала. “Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең хәл-әхүәлен белергә, йыш булмаһа ла, йыл да юл төшөп тора. Осрашыуҙар ваҡытында, беҙҙе онотмаһағыҙ ине, тыуған моңдарға, тел-лөғәт алмашыуға һыуһап йәшәйбеҙ, бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип өҙөлөп өндәшеүҙәре йөрәк түренә яҙылып ҡуйылғанғанмы, саҡырыуҙары була, шундуҡ юлға ҡуҙғалырға, иң ҡуйырға, рухи яҡтан күтәрмәләргә ынтылып ҡына тора ҡәләмдәштәрем, рухиәт һаҡсылары”, – ти автор.

“Тыумыштан үҙәк нервы системаһы фалижы, аутизм һымаҡ ҡатмарлы ауырыуҙарҙан, Даун сиренән интегеп, физик, аҡыл, хис-тойғо, телмәр үҫеше тотҡарланған балалар үтә тар мөхиттә йәшәй. Уларҙың үҙ тиҫтерҙәре менән аралашыу, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге сикле...
Ә донъяға фәрештә күҙе менән баҡҡан бер гонаһһыҙ сабыйҙар, башҡалар кеүек, йәмғиәтебеҙҙең тиң бер ағзаһы бит. Улар үҙҙәрен тап шулай тойһон, тормошто тар фатир тәҙрәһенән түгел, бөтә төҫтәре, сағылыштары менән – нисек бар, шулай күреп үҫһен, бүтәндәр менән бер рәттән һәләттәрен асһын өсөн инклюзив белем алыу программалары булдырылып ғәмәлгә ашырыла ла инде”. “Бергәләшеп үҫәбеҙ!” тип атаған Альмира Кирәева Республика мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау үҙәге хаҡындағы мәҡәләһен.

...”Операцияға ятыу хаҡында ҡарарҙы Гөлмәрйәм үҙе ҡабул итте:
– Хоҙайға тапшырып, тәүәккәлләйек!.. – тине ул эске ышаныс менән.
Тәрән наркоз кәрәклеген, операцияның оҙаҡ дауам итәсәген аңлай ине ҡатын. “Мөлдөрәшеп ҡарап торған балаларымды, етемһерәп киткән иремде һуңғы тапҡыр күрәмдер, бәлки”, – тигән уй ҙа килмәгәндер түгел, килгәндер. Ләкин үтә тәүәккәл аҙымды әсә сабыйҙарын ят ҡулдарға ҡалдырмау, ирен етем итмәү, ғаиләһен яҙмыш ҡосағына ташламау хаҡына яһай ҙа инде”...
“Октябрь – түш яман шешенә ҡаршы көрәш айы. Шул уңайҙан медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Республика клиник онкология диспансерының маммология бүлексәһе мөдире Марат ҒӘЛИЕВ, яҙмыштан көслө булып, ҡаты сирҙе еңеүгә өлгәшкән өс гүзәл зат хаҡында бәйән итә. Уларҙың тарихы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға саҡырыр, һәр сирҙе мөмкин тиклем иртә асыҡларға кәрәклеген иҫтәренә төшөрөр, тип уйлайбыҙ”. “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһында урын алған тарихтарҙы Альмира Кирәева яҙып алған.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бүлек мөдире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Республика Хөкүмәте премияһы лауреаты, үткер ҡәләмле журналист Зөлфиә Рәхмәтуллина байтаҡ фәһемле тапшырыуҙар, шул иҫәптән «Телеүҙәк»те әҙерләп алып барыусы булараҡ тамашасыларға яҡшы таныш. Төплө фекере, иплелеге, донъяға фәлсәфәүи ҡарашы, рух ныҡлығы, сәпкә генә тейгән отҡор һорауҙары менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә ул. Күп кенә уңыш ҡаҙанған кешеләрҙең артында ғәҙәттә тәрән тормош аҡылына эйә көслө әсәй тора, тиҙәр. Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы ла һәр яҙмыш боролошонда әсәһенең ролен юғары баһалай. Нәҫел ҡото, бәхет, әсә һәм ҡыҙ хаҡында һүҙҙе дауам итеп, Зөлфиә Рәхмәтуллинаның күңел донъяһына рәхим итәйек”, – тип башлана Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Һүҙҙе ҡөҙрәтле нур итеп” тип аталған мәҡәләһе.

“Милли йолаларыбыҙ” рубрикаһы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында киң таралған “Иштәр” уйынына арналған. “Иштәр уйыны, бейеү менән оҙатылған башҡорт халыҡ уйындарының бер бөтөнөн тәшкил итеп, төрлө хореографик күренештәрҙән, хәрәкәттәрҙән хасил”, – тип яҙа Мөҙәрис Даянов.

“Их, заман һылыуҙары,
Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.
Талпынып уҙыуҙары ла,
Күҙҙәренән осҡон һирпеп,
Тыпырлап ҡуйыуҙары.
Их, атлап килеүҙәре,
Йылмайып көлөүҙәре,
Өҙҙөрөп бейеүҙәре лә,
Күңелдәрҙе аллы-гөллө
Хистәргә төрөүҙәре”.
“Әҙәбиәт һөйөүселәр был һанда Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарын уҡып кинәнер, Рәсүл Байгилдиндың “Атайлы ҡыҙ ине...” хикәйәһе менән танышыр.

“Нисек йәшәйһең, оло кеше?” рубрикаһында Миәкә районынан Клара Ноғманова үҙенсәлекле яҙмышлы Асия Әхмәтова хаҡында бәйән итә, ә Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылынан Раушания Таҡаева ағинәйҙәр эшмәкәрлеге менән таныштыра.

“Кирстен Гайнет. Ят һәм сағыу исем хужаһының эштәре, матбуғат сараларына биргән интервьюлары менән таныша башлағас, күҙ алдына һүҙен һүҙ итә торған “тимер леди” килеп баҫты. Журналистарға биргән яуаптары, уларҙы бүлдереп, үҙ фекерен ҡайырырға уңайһыҙланмауынан уҡ уның алдына алғанын ҡуймаҫ, ғәйрәтле һылыу икәне тоҫмаллана. Ғөмүмән, режиссер һөнәрен ихтыярһыҙ кеше йүгәнләй алмай, әлбиттә. Әммә Кирстендан бөркөлгән талымһыҙ энергия ҡырыҫ та түгел, унда ниндәйҙер сихри нәзәкәтлек тә бар”, – тип һоҡлана йәш режиссерға Гөлнара Хәлфетдинова “Донъяның ҡояшлы яғында” мәҡәләһендә.

“Аналыҡ муйынтығы яман шеше – был сирҙең исеме үк ҡатын-ҡыҙҙы ҡурҡыуға һала. Репродуктив система ағзаларының яман шеше араһында, түш һәм аналыҡ тышсаһы шешенән ҡала, ул өсөнсө урында. 40 процент осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙғас ҡына билдәле була. Бына ни өсөн ҡатын-ҡыҙға ауырыуҙы тыуҙырыусы сәбәптәр, уның билдәләре, унан һаҡланыу хаҡында белеү бик мөһим”, – тип яҙа Республика перинаталь үҙәге бүлексәһе мөдире, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Рәүфә Йәнтилина. Ауырыуҙың билдәләре, шеш барлыҡҡа килеү сәбәптәре хаҡында “Хоҙай һаҡлар һаҡланғанды” рубрикаһын уҡып белерһегеҙ.

“Тәһәрәт – намаҙ алдынан мотлаҡ башҡарыла торған ғәмәл. Әгәр тәһәрәт дөрөҫ башҡарылмаһа, намаҙҙың ҡабул булмауы ихтимал”. “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһын алып барыусы Фәнирә Ғайсина был һанда тәһәрәт фарыздарын яҙып үтә һәм тәһәрәт алыу тәртибе менән таныштыра.

“Һоҡланыу” рубрикаһында Әбйәлил районынан Зөһрә Бәшәрованың танылған шағирә Фәнүзә Биктимерованың ижадына байҡауы урын алған.

“Шундай кешеләр була: улар янында тыныс, рәхәт, күңелең илаһи бер һиллек менән тула. Уларҙың бар булмышы йәмдән, ҡоттан, йылылыҡтан туҡылған кеүек. Рәйсә апайҙың аяҙ күкте хәтерләткән зәңгәр күҙҙәренән түгелгән нурға арбалып, талғын ғына әңгәмәһен тыңлаған һайын тыңлағы килә. Йылмайғанда ҡараштары тағы ла асылып, баҙыҡланып киткәндәй. Бейек үксәле туфли, килешле күлдәк кейеп, кәүҙәһен төп-төҙ тотоп атлауында ғорурлыҡ та, нәзәкәтлек тә сағыла. Кем әйтһен ошо матур апай етмешенсе көҙөн ҡаршылай тип!?” Һүҙ – ғүмеренең өс тиҫтә йылын “Башҡортостан ҡыҙы” журналына арнаған хөрмәтле ханым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә Нуретдин ҡыҙы Ҡыуатова хаҡында. “Йәмдән, ҡоттан туҡылған донъя” мәҡәләһенең авторы – Гөлдәр Яҡшығолова.

“Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил”. “Башҡортостан ҡыҙы”ның был һанында Азия апай КҮСИМОВА буҙа ҡойоу серҙәре менән уртаҡлаша.

“Октябрь-ноябрь айҙарында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул... Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул. Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик, артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй.
Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотоналар. Эс-ҡарынынан аш бешерәләр йәки бәлеш һалалар. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйҙәр. “Ризыҡ юллап” рубрикаһында бирелгән рецептар һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле әхирәттәр!

“Гөл сире” йоҡһа, унан ҡотолормон тимә. Өйөңдөң һәр мөйөшө сәскәгә күмелеп ултырһа ла, ят, матур гөл күрһәң, уны үҫтереп ҡарағың килә”, – ти Бөрйән районы Исламбай ауылынан Таңсулпан Ғәбиҙуллина, гөл үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашып.
“Өйөм йәме гөл генә”, “Милли биҙәк”, “Әсә йөрәге”... “Башҡортостан ҡыҙы” журналы иғлан иткән бәйгеләр тамамланыуға табан бара. Конкурстарға эштәрегеҙҙе ебәрергә ашығығыҙ, тиҙҙән йомғаҡтар иғлан ителәсәк.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан ҡыҙы”на 2017 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы – 583 һум 86 тин. Киләһе йылда ла бергә булайыҡ, әхирәттәр!

Гөлшат ҠУНАФИНА.


Теги: Күҙәтеү Өйөм йәме гөл генә Милли биҙәк Әсә йөрәге журнал подписка Башҡортостан ҡыҙы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook