1 октябрҙән 31 декабргә тиклем урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн халыҡтан һорау алыу үткәрелә

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2016 йылдың 4 апрелендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау тураһында” УГ-72-се Указына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн мәғлүмәт-телекоммуникацион селтәрҙәр һәм мәғлүмәт технологиялары ҡулланып үткәрелгән һорау алыуҙар йыл дауамында ойошторолорға тейеш.

Ағымдағы йылда бындай һорау алыу 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем “Башҡортостан Республикаһы тауышы” (“Голос Республики Башкортостан”) порталында үткәрелә. Ошо хаҡтағы мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайтына (pravitelstvorb.ru), Башҡортостан Республикаһы власть органдарының үҙәкләштерелгән порталына (bashkortostan.ru), республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтарының рәсми сайттарына ҡуйылған.

Теги: Һорау Мәғлүмәт Голос Республики

Яңы һан

Журнал архивы

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?

Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook