“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”НЫҢ СЕНТЯБРЬ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”НЫҢ СЕНТЯБРЬ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮКөҙгө һалҡын ямғырҙар яуғанда “Башҡортостан ҡыҙы”ның сентябрь һанын ҡулға алыу йәнгә йылы өҫтәп, күңелдә йәй ҡояшын балҡытыр. Был һанды асып ебәргән баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның баш һүҙендәге түбәндәге юлдар һәр ҡатын-ҡыҙ күңелендәге уйҙарға ауаздаштыр: “Яҡты хистәрҙе баҙлатып, өй йылыһын һаҡлап, миҙгелдәрҙең ҡәҙерен белеп, күңелдәге ҡояшыбыҙҙы балҡытып йәшәйек! Арымайыҡ, ауырымайыҡ! Шул ваҡытта күңелдәр бөтөн булыр, йортобоҙ муллыҡ менән тулыр! ”

Сағыу һүрәте сентябрь тышлығын йәмләгән гүзәл – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙинаның тәрән ижад һәм күңел донъяһын Гөлназ Ҡотоева “Ут һүрелмәҫ шундай ҡыҙҙар барҙа!” тигән мәҡәләһендә аса. “Халҡыбыҙҙың данын, бәҫен арттырыусы Бәндәбикә, көрәштә бил бирмәгән Маянһылыу, ире менән француздарға ҡаршы яуға юлланған Аҫылбикә ише аҫыл ҡатындар хәтергә килде, уның Ҡырғыҙстанға Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына – уҡтан атышыусылар ярышына барыуын ишеткәс”, – тип яҙа автор. Был бәйгелә Башҡортостан командаһы менән ил намыҫын яҡлап сығыш яһаған Гөлгөнә – бик күп матур ғәмәлдәре менән танылыу яулаған егәрле һылыу. Йөрәгендә халҡыбыҙ тарихына, сәнғәтенә оло һөйөү йөрөткән, республика кимәлендәге “Салауат йыйыны”, “Ашҡаҙар таңдары”, “Йор үҙән” һәм башҡа бәйге-фестивалдәрҙе үткәреүгә ҙур көс һалған Баймырҙинаның исеме мәҙәниәт өлкәһендә яҡшы таныш. Рухиәтебеҙгә ҡот биреүсе шундай ҡыҙҙар барында, ысынлап та, күңелдәрҙәге ут һис кенә лә һүрелмәҫ!

“Ер ереккәнде ярата” – билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың Әбйәлил районында йәшәүсе Камила һәм Риф Сәғәҙиевтар ғаиләһе хаҡында шулай тип аталған яҙмаһын уҡыусыбыҙ ҙур кинәнес менән уҡыр, тип уйлайбыҙ. Ғәжәйеп халыҡсан, һутлы әҙип теле менән яҙылған мәҡәлә ауылда тырышып йәшәгән бөгөнгө башҡорт ғаиләһенең иркен тормошон, үткәнен бөтә тулылығында сағылдыра: “Үлән үҫкән ерендә үҫә. Ер үҙенә ереккәндәрҙе ярата: үҙән тултырып йөрөгән ҡош-ҡорт, ялан иңләп сапҡан өйөр, мөңгөр-мөңгөр мөңрәгән һыйыр, һарыҡ, кәзә – ошоноң иң тоғро миҫалы”, – тип тамамлай автор үҙенең һүрәтләүҙәрен.

Маҡтаулы исемдәр яулаған абруйлы ауыл уҡытыусыһының ғүмер үрен уҙғас ҡапыл матбуғатҡа күсеү сәбәбе нимәлә? Хәйер, республика гәзит-журналдарында бер-артлы хикәйәләре, бер нисә йыйынтығы донъя күргән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева өсөн был аҙым ҡапыл булмағандыр ҙа – бары тик булмышына үтә яҡын өлкәгә килгән ул. Бер генә йәшәлгән ғүмерҙә кеше булмышына ҡәҙерле һөнәр менән мәшғүл булырға тейеш, тип инана был ҡыйыу ханым. Әбйәлил районы “Ауыл уттары” гәзитенең баш мөхәррире Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева алтын юбилейын билдәләгән көндәрҙә “Наҙ ҙа, яҙ ҙа, ҡуҙ ҙа, ут та беҙ!” тип аталған әңгәмәлә тормош-йәшәйеш, ғаилә, мөхәббәт, әҙәбиәт хаҡындағы үҙенсәлекле фекерҙәре менән уртаҡлаша. Азалия Мирзаева ҡорған был һөйләшеү ихласлығы менән әсир итә.

“Бөгөн мәктәптә үҙен балаларҙан, яратҡан һөнәрҙәренән тыш күҙ алдына килтермәгән фиҙакәрҙәр генә ҡалғандыр. Әленән-әле булып торған үҙгәрештәргә, заман талаптарына яраҡлашып, бөткөһөҙ ҡағыҙ эшенә күмелгәндә лә балаларға һөйөүен кәметмәй, төп эшен – белем биреүҙе алға ҡуйғандар ғына. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы мөғәллимәһе Айгөл Игелекова – ана шундайҙарҙан”, – тип яҙа “Белем нурын сәсә уҡытыусы” мәҡәләһендә Гөлшат Ҡунафина. Ғүмерен балаларға телебеҙ аһәңен еткереүгә, милли рух тәрбиәләүгә арнаған Айгөл Иршат ҡыҙының ғәмәлдәре, һис шикһеҙ, киләсәк быуын яҙмышында ҡайтауаз булып яңғырар.

“Башҡортостанда һәм күрше өлкәләрҙә биҙәүестәр итеп ҡулланылыусы сулпы һәм көмбәҙҙәр әле лә осрай. Тарихсы Иршат Йәнбирҙин “Сулпылар – “онотолған ҡиммәттәр” тигән мәҡәләһендә “сулпы” һүҙенең “онотолған ҡиммәт” тигәнде аңлатыуын, уларға сүкелгән моң рухи ҡомартҡылар булып бөгөнгәсә килеп етеүен бәйән итә.

“Еңел атлетика буйынса СССР чемпионкаһы, спорт мастеры, ун дүрт йәшендә илдең иң талантлы йүгеректәренең береһе тип танылған Рәзилә Ширғәзина яҙмышы – ябай ауыл ҡыҙының ҙур спорт күгендә йондоҙ булып балҡыуы хаҡындағы тарих ғәжәйеп яҡтылығы менән арбай. “1980 йыл, миңә 14 йәш. Ил беренселегенә ун һигеҙ йәшкә тиклемге иң көслө йүгеректәр йыйылған. Бөтәһе лә сит ил фирмаһы кейемендә, махсус кроссовкиҙа. Ә минең өҫтөмдә – ауылда йәй буйы кейеп. ҡояшта уңып бөткән футболка һәм трико, аяғымда – иҫке кеда. Башҡаларҙы нисек уҙып китеүемде лә хәтерләмәйем, ҡараһам – фиништамын”, – тип хәтерләй тәүге ҙур еңеүен Ширғәзина. “Хәтеремдә – аҡ ҡылғанлы туғай” тигән яҙмала Альмира Кирәева егерме йылдан йылдан ашыу ғүмерен ҙур спортҡа арнаған, әле лә йәштәргә матурлыҡ, һаулыҡ сығанағы спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе Рәзилә Ширғәзина хаҡында һөйләй.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, һәләтле йырсы Лилиә Биктимерова күптәргә йөрәкте албырғатыр хисле йырҙары аша ғына түгел, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевтың хөрмәтле хәләл ефете, йәш сәхнә йондоҙо Гөлназ Асаеваның һөйөклө әсәһе булараҡ та яҡшы таныш. Оҫта йырсы, ярата һәм яратыла белгән гүзәл ҡатын, егәрле хужабикә, хәстәрлекле әсә! Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың ысын булмышы, бөтә матурлығы әсә булыуҙа сағыла. Альбина Ғөбәйҙуллина “Лилиә Биктимерованың бәхет утрауы” тигән мәҡәләһендә уның йәшәү асылы һәм тәрбиә серҙәре менән таныштыра.

Әҙәбиәт һөйөүселәр был һанда мәртәбәле яҙыусыларыбыҙҙың береһе Нажиә Игеҙйәнованың “Киткәндәр кире ҡайта” тигән мистик хикәйәһен, арҙаҡлы шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙар шәлкемен уҡып, күңеленә ял алыр.

“Рәсәй Ҡырымды үҙенә йәнә ҡайтарғас, яҡташтарыбыҙ ҙа йылы төбәккә ял итергә эркелде. Экскурсоводтар уларҙы мотлаҡ Ненкеджан мавзолейы менән таныштыра. Ғалимдарҙың яңылыш тәҡрарлауы арҡаһында Йәнекәй ханша яңылыш Ненкеджанға әйләндерелгән”, – тип яҙа Гөлнара Хәлфетдинова “Йәнекәй” тигән яҙмаһында. Алты быуат элек йәшәгән, тарихта юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған ханшаны ҡырым татарҙары, нуғайҙар, ҡараимдар һәм башҡа төрки халыҡтары “милләт әсәһе” тип атай.

“Башҡортостан ҡыҙы” иғлан иткән “Милли биҙәк” конкурсында оҫтабикәләр ҙур теләк менән ҡатнаша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе, технология уҡытыусыһы булып эшләүсе Әминә Кашапованың боронғолоҡ менән заман стиле сағылған эштәре уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр.

“Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһын көтөп алыусылар күңеленә интеллектуаль стилдең нимәнән ғибәрәт булыуы хаҡындағы һүрәтләмә хуш килер.

Был һанда шулай уҡ даими авторыбыҙ – билдәле адвокат Надежда Крылова уҡыусыларыбыҙ ебәргән һорауҙарға ентекле аңлатма бирә. Уңған хужабикәләр журнал тәҡдим иткән рецептар буйынса алманан телде йоторлоҡ тәмле лә, файҙалы ла һыйҙар әҙерләй ала.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook