ИҒТИБАР! БӘЙГЕ! Балҡыһын «Милли биҙәк»!

ИҒТИБАР!  БӘЙГЕ!  Балҡыһын «Милли биҙәк»! «Башҡортостан ҡыҙы» журналы БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы (рәйесе – Р. И. Солтанова) һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте (рәйесе – Р. Ә. Солтангәрәева) менән берлектә «Милли биҙәк» бәйгеһен иғлан итә. Быйылғы конкурс кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә башҡорт милли мотивтарын сағылдырыу оҫталығына арнала. Ҡырғыҙстанда мәктәп формаһын «Белем ҡото» («Кут Билим» – «аҡыл, белем ҡото, энергияһы» тигәнде аңлата) тип аталған орнамент менән биҙәгәндәр. Лаоста ла уҡыу йорттарында ҡыҙҙар милли биҙәк төшөрөлгән оҙон итәктә йөрөй. Мәктәп формаһын ошолай йүнәлештә үҙгәртеү тураһында Коми һәм Марий Эл республикаларында бәхәс бара...

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн көндәлек, эш йәки байрам кейемдәрендә милли мотивтарыбыҙҙы ҡулланған өлгөләрҙе фотоға төшөрөп, 30 ноябргә тиклем редакция адресына ебәреүегеҙ һорала. Ҡатнашыусыларҙың йәше, белеме, һөнәре мөһим түгел, хәҙерге заман кейемендә башҡорт миллилеген сағылдырыу шарт. Тулы исем-фамилияғыҙҙы, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ, зинһар. Ҡатнашыусылар менән йыл дауамында журнал биттәрендә таныштырып барыласаҡ.

1-се урынға лайыҡ булыусы – теген машинаһы,
2-се урын яулаусы – мультибешергес,
3-сө урын алыусы үтек менән бүләкләнәсәк.
Шулай уҡ махсус бүләктәр ҙә ҡаралған.

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат. Материалдарҙы журналдың электрон адресына: bashkizi@yandex.ru йәки «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы» төркөмөнә түбәндәге һылтанма менән инеп һалырға ла мөмкин: vk.com/bashkizi. Бәйгенең тулы талаптары менән дә ошонда танышырға була.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook