"Башҡортостан ҡыҙы" журналының сентябрь һанына күҙәтеү

"Башҡортостан ҡыҙы" журналының сентябрь һанына күҙәтеү
“Көҙ – ҡыштыр-ҡыштыр япраҡтар мәлендә ағастар гөлтләп тоҡанып һүнә. Был миҙгел күптәрҙе фәлсәфәүи уйҙарға һала. Үҙе бер серлелеккә сорнап, күңел ҡылдарына нескә ҡағыла. Һиллектә рәхәтлек кенә түгел, әле бер ҡасан, бер кем сисмәгән сер ҙә бар кеүек. Һәр кем күңеленә үҙенә оҡшаған япраҡты һайлай, һәр кемдең үҙ көйө, үҙ тауышы, үҙ юлы... һәм... һәр кемдең үҙ сере...” Журналыбыҙҙың сентябрь һаны “Баш мөхәррир һүҙе” менән асыла. “Көҙҙөң сере күңелдәрҙә”, - ти Гөлназ Ҡотоева.

“Хыялдарың сик белмәһен, ғалимә!” - филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың мәҡәләһе БР Мәғарифты үҫтереү институтының психология кафедраһы мөдире, фән кандидаты Лилиә Халиҡова хаҡында.

“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһы аҫтында БЮТ каналында барған “Алтын тирмә”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Автограф”, “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуҙары мөхәррире Хәбирә Хәмиҙуллина хаҡында Таңсулпан Ғарипованың яҙғанын уҡый алаһығыҙ. Мәҡәлә “Уның изге йөрәге” тип атала.
Тамара Искәндәриә “Ырымбурҙың шәле биҙәк-биҙәк” мәҡәләһендә Нәфисә Смаҡованың шиғриәтенә байҡау яһай.

“Меңәрләгән кеше, меңәрләгән яҙмыш араһынан тап һинең сабыйың уңыш килтерерҙәй үҙ юлын, бәхет асҡысын тапһын өсөн нимә эшләргә? Һәләтле бала тәрбиәләү сере нимәнән ғибәрәт? Әсә менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй мөһим ҡанундарға ҡоролорға тейеш?” Ошо хаҡта рубрикабыҙҙы башлап, Альбина Ғөбәйҙуллина Башҡортостандың абруйлы һәм һәләтле актрисаларының береһе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире, мәшһүр педагог, тамырҙары менән затлы Бабичевтар нәҫеленә барып тоташҡан зауыҡлы ҡатын, лайыҡлы ҡыҙҙар тәрбиәләгән мәрхәмәтле әсә – Таңсулпан Даһи ҡыҙының ғаиләһе менән танышып, уларҙың нәҫел сылбырының үҫеш үҙенсәлеген билдәләгән нескә лә, ҡиммәтле лә тәрбиә серҙәрен асырға тырыша.

“Никах аферистарын, үҙләштерерлек милектәре булған бай кешеләргә генә һунар итәлер, тиеүселәр хаталана. Матур үрелгән йәтмәгә тапҡаны йәшәү минимумынан артмаған, ҡарт әсәһе менән бер бүлмәле “хрущевка”ла ғүмер итеүсе китапханасы ла, ай буйына бәләкәй генә эш хаҡына йөрөүсе офис хеҙмәткәре лә ҡабырға мөмкин”, - тип яҙа билдәле адвокат Надежда Крылова. “Һаҡ булығыҙ: мөхәббәт тоҙағы!” тип иҫкәртә “Хоҡуҡи әлифба” рубрикаһы аҫтындағы мәҡәлә.

“Әҙәби балҡыш”та Сабир Шәриповтың “Боҫоп та ғына һайрай һандуғас” хикәйәһе, Гөлфиә Юнысованың шиғырҙар шәлкеме менән таныша алаһығыҙ. Зөбәржәт Йәнбирҙинаның “Ҡуҙғалған тамыр” хикәйәһе иһә “Хәтер яҡтыһы” рубрикаһы аҫтында урын алған.

“Уйындар хаҡында һүҙ сыҡҡанда йыш ишетелгән яуап: “Хәҙер балалар уйнамай, бала-сағаны компьютерҙан айырып булмай!” Эйе , заман башҡа – заң башҡа, гаджеттар аша ҡыҙҙар-малайҙар бер-береһе менән аралаша, ҡатмарлы программалар үҙләштерә, мәғлүмәт туплай. Тик виртуаль донъя уларҙың күп ваҡытын ала, саф һауала йөрөргә оноталар, тип саң ҡаға педагогтар. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмайыҡ әле! “Башҡортостан ҡыҙы” журналының Төркиәнең Османғази университеты менән берлектә халыҡ уйындарын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса башлаған эшенең мөһим өлөшө – ауылдарға экспедицияларыбыҙҙан уйындарыбыҙҙың тере булыуына, яратып уйналыуына, уларҙы бер ниндәй ҙә роботтар йә башҡа виртуаль уйындар алмаштыра алмаясағына инанып ҡайттыҡ”, – тип яҙа Гөлнара Хәлфетдинова ”Уйынға сыҡтыҡ әле” мәҡәләһендә.

“Әбү Һурайра раҙыйаллаһу-ғәнһү әйткән: “Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Әл-Бәҡарә” сүрәһендә Ҡөрьән аяттарының әфәндеһе (иң олоһо) урынлашҡан. Ҡайһы йортта ул уҡылһа, шайтан унан сығып ҡасыр. Ул − “Аятел-Көрси”, тигән. “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһы “Аятел-Көрси” хикмәттәренә арналған.
“Йәйге сәйәхәтебеҙҙә Әбйәлил тарафтарына юл төштө. Һәр кем ҡунаҡтарға атайсалының ғорурлығы булған матур ерҙәрҙе күрһәтергә ынтылыусан. Бындағы дуҫтарыбыҙ ҙа беҙҙе үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары янына алып китте. Шулай итеп, Башҡортостаныбыҙҙың тағы бер мөғжизәһе – өлтөк ҡарағастарҙы күрергә насип булды. Тыуған тәбиғәтетен ҡурсыған, төбәгенең тере тарихы булған ғәжәйеп ханым Клара Хатап ҡыҙы Абдуллина менән танышыу ҙа күңелдәрҙә яҡты хәтирә булып уйылды”. Был юлдар Гөлшат Ҡунафинаның “Ҡужан мөғжизәһе” тип аталған мәҡәләһенән.

“Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһы был юлы уйғырҙарҙың бөйөк батшабикәһе Аманнисаханға арналған.

“Ҡулыңды йыу!”, “Бесәйгә теймә!”, “Алманы йыумайынса ашама!” – ата-әсә балаларын бик йыш шулай иҫкәртә. Ләкин балалар ғына түгел, ата-әсәләр үҙҙәре лә йыш ҡына мөһим гигиена ҡағиҙәләрен онотоп ебәрә. Был иһә төрлө йоғошло сирҙәргә килтерә. Шуларҙың береһе – лямблиозды табиптар “бысраҡ ҡулдар сире” тип атай. Үтә ябай микроорганизмдар уятҡан был ауырыу байтаҡ ҡатмарлы сирҙәргә сәбәпсе булырға мөмкин”. Табип-инфекционист Эльвира Ямаеваның кәңәштәре күптәргә файҙалы булыр.

Финанс белгесе Алина Хөсәйенова иһә ҡатын-ҡыҙҙың аҡса мәсьәләһендә ебәргән хаталарын дөйөмләштереп, бер нисә мөһимен билдәләргә мөмкин, ти. Был хаҡта “Ғаилә янсығы” рубрикаһынан уҡырһығыҙ.

Һәр саҡ заман менән бергә атлағығыҙ киләме? Классик стилде һайлағыҙ – үкенмәҫһегеҙ. Ул ваҡыт ҡанундарына буйһонмай, яңы ағым-йүнәлештәргә лә бирешеп бармай. Шиғриәттә, музыкала йә кейем-һалыммы, классика һәр саҡ маяҡ булып ҡала. Был стилде һайлағандарҙы иҫке ҡарашлы, күңелһеҙ һәм бер төрлөлөк яратыусылар, тип уйлаусылар яңылыша. Классик стиль – уңышлылыҡ һәм нәзәкәтлектең нигеҙе ул”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Айгөл Киранова “Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында.

Был һанда шулай уҡ көҙҙөң мул ниғмәттәренән тәмле һәм татлы, файҙалы ризыҡтар бешерергә өйрәнергә лә, йыл дауамында барған “Ҡорамасылар бәйгеһе”нә килгән эштәр менән танышырға ла мөмкин. Әйткәндәй, бәйгегә ҡул эштәрен ебәреп өлгөрмәгәндәрҙең әле был “хатаны” төҙәтергә ваҡыты бар. Ҡорама эштәрҙе фотоға төшөрөп, редакция адресына ебәрә, шулай уҡ “Бәйләнештә” сайтының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндәге махсус темаға һала алаһығыҙ. Ашығығыҙ, дуҫтар, бәйге аҙағына яҡынлаша.

Тағы ла ике бәйге – “Әсә йөрәге” һәм “Ул йылдарҙың даны мәңгелек” хаҡында ла онотмағыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook