“Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һанына күҙәтеүГөл-сәскәле май – байрамдарға бай ай. Ләкин беҙ майҙа билдәләгән байрамдар араһында иң мөһиме – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының май һаны ошо оло тантана һәм еңеү рухы, яҙ һулышы менән һуғарылған.

“Ҡатын-ҡыҙ һәм һуғыш. Был ҡапма-ҡаршы төшөнсәле һүҙҙәрҙе бергә ҡабул итеүе ҡыйын. Ләкин XX быуаттың иң ҡурҡыныс һуғышы наҙлы затты ирҙәр менән бер сафҡа баҫып, һалдат булырға мәжбүр итә. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы ойошторған тантанала Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы яугирәләре йыйылғайны. Альмира Кирәева “Йәнен аямаған яубикәләр” тигән яҙмала шул байрамға килгән йөҙҙө ҡыуыусы инәйҙәрҙең етмеш йыл элек илебеҙҙе дошмандан азат итеүҙә күрһәткән батырлығы хаҡында бәйән итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыусыбыҙ Рәйлә Назарғолова журнал иғлан иткән “Ул йылдарҙың даны мәңгелек” конкурсына “Тамуҡтан үтеп” тигән тетрәндергес мәҡәләһен ебәргән. Автор һуғыш башланғанда Сталинград ҡалаһында йәшәүсе Зәйнәп Ғәлләм ҡыҙы Рафиҡованың кисергәндәрен һәм күргәндәрен йөрәге аша үткәреп һөйләй.
Йәнә бер әүҙем уҡыусыбыҙ – Өфө ҡалаһынан Лилиә Әбүзәрова “Йылдар аша ҡайтҡан моң” тигән яҙмаһында үҙенең атаһы – һуғыш һәм хеҙмәт батыры Фаяз Шәңгәрәй улы Ҡарамышев хаҡынла иң яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың Факил Мырҙаҡаев тәржемәләгән “Һалдат улы” тигән хикәйәһен сәсмә әҫәр яратыусылар бер тында уҡып сығыр ҙа оҙаҡ ҡына уның йоғонтоһо аҫтында йөрөр. Әүәлбәк исемле ҡырғыҙ малайының яҙмышында атайһыҙ үҫкән тотош бер быуындың яҙмышы һүрәтләнә. Һуғыш хаҡындағы фильмда дошман менән алышып һәләк булған һалдатты күреп, уны үҙ атаһы тип ҡабул иткән бәләкәй малайҙың кисерештәре йөрәктең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, уйға һала.

Рухиәтебеҙ сағылышы булған “Башҡортостан ҡыҙы”ның был һанында Күгәрсен районы ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған тәрән мәғәнәле, матур байрам – ҡорама байрамы тасуирлана. Ҡорама – ябай ҡул эше генә түгел, милләтебеҙ хәтере, уның асылын кәүҙәләндереүсе рухи ҡомартҡы. Башҡорт мифологияһында ҡорама юрған һаҡлау, дауалау көсөнә эйә тип иҫәпләнгән. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һәм “Бәйләнештә” сайтының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө иғлан иткән ҡорамасылар бәйгеһенә ҡушылыусы Күгәрсен районы ағинәйҙәре: “Тәүге йыйыныбыҙҙың ҡорама ҡорауҙы тергеҙеүгә арналыуы юҡҡа түгел: ҡырҡ төрлө холоҡ, ҡырҡ төрлө кеше берләшеп, милләтебеҙҙең рухи юрғанын булдыра”, – ти. Фәһемле сара хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның “Күгәрсендәр йыйған ҡор” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти мәҡәл. Әммә сәмле, ҡыйыу, тапҡыр, ныҡышмалы холҡо менән иң йылғыр ир-егеткә торошло гүзәл заттарыбыҙ етерлек “, – тип яҙа “Наҙ ғына булмышында” тигән баш аҫтында донъя күргән мәҡәләһендә Альбина Ғөбәйҙуллина. Һүрәте журнал тышын биҙәгән һылыу – оҫта бейеүсе, Өфө ҡалаһы Октябрь районы Нагаево ҡасабаһының Мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Сабитова был тәңгәлдә күптәргә өлгө булырлыҡ, тап сәм һәм ныҡышмал холҡо уны уңыштарға әйҙәй ҙә инде.

“Елегеңде һурҙырма мәскәйҙән” – Гөлнара Хәлфетдинованың тапҡаныбыҙҙы бәрәкәтле тотонорға саҡырған мәҡәләһе шулай тип атала. Рекламаға алданып, хәләл аҡсаһын кәрәкмәгән әйбергә туҙҙырыусылар, ысынлап та, електәрен мәскәйҙән һурҙырыусылар һымаҡ булып китә шул. “Реклама оҫталары йәмғиәткә янаған бәләләрҙе уйлап сығара, йә булғанын мөмкин тиклем ҡабарта, унан кисекмәҫтән һаҡланыу сараһын тәҡдим итә. Шулай итеп, халыҡты сәс ҡауығынан, бәҙрәфтәге ҡот осҡос микробтарҙан, кейемдәге таптарҙан, сәйнүккә ултырған юшҡындан, ҡояштың зыянлы нурҙарынан һәм башҡа ғәләмәттәрҙән ҡотҡарырға ашығалар”, – тип яҙа автор.

Фәлсәфәүи уй-кисерештәрен дә, нескә тойғоларын да берҙәй еңел ҡауырһын менән еткерә белеүсе һүҙ оҫтаһы Дамир Шәрәфетдиновтың яңы шәлкемендә һәр кем үҙ хиссиәтенә ауаздашлыҡ табыр.

Хужабикәләр яратҡан “Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһын алып барыусы Гөлшат Ҡунафина был һанда телде йоторлоҡ шешлек рецептары тәҡдим итә. Ул тасуирлаған үзбәк тәмләткестәрен дә ҡулланһағыҙ, аштарығыҙ ҡабатланмаҫ тат алыр.

BK_5_15i.pdf [5,66 Mb] (cкачиваний: 7) " target="_blank" class="button red">Подписаться на журнал "Башҡортостан ҡыҙы"


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook