Ил ҡөҙрәте – сафлыҡта

Йыш ҡына донъя әһелдәре яңылыҡ тип шаулатҡан фекерҙәрҙең халыҡ ижадында күптән сағылғанын хәтерләп, көлөмһөрәп тә ҡуйырға тура килә. «Ҡырҡта булһа ла, ҡыҙ яҡшы», «Урау булһа ла, юл яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы», тигәндәрен хәтерләйһегеҙҙер?
Бер нисә тиҫтә йыл эсендә йәмғиәтебеҙ ҡиммәттәре баштүбән әйләнде. Ә бит никахҡа хәтлем енси яҡынлыҡ ҡылған өсөн генә түгел, шулай булмаған хәлдә лә ғәйбәт менән генә лә ҡыҙҙың исеме сығыуы иң оло бәлә һаналған элек. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәрен» генә хәтергә төшөрәйек. Әйткәндәй, зөфаф төнөнән һуң йәштәр йоҡлаған ҡыҙыл таплы ҡаралтыны ғәм халыҡ алдына сығарып элеү йолаһы ҡайһы бер райондарҙа әле лә һаҡлана. Ғиффәтлелек күп милләттәрҙә ҡиммәт баһаланған. Мәҫәлән, кельттарҙа хөкөм барышында бер ҡыҙҙың күрһәтмәһе туғыҙ кешенекенә тиң һаналған. Барса диндәр ҙә зина ҡылыуҙы иң ҙур гонаһ, тип иҫәпләй.





Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook