“Башҡортостан ҡыҙы” журналының март һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының март һанына күҙәтеүМарт – йылдың иң һөйөнөслө, өмөтләндергес айы. Тәбиғәттең уянған, шуны тойған ҡатын-ҡыҙҙарҙың матур булырға ынтылған мөғжизәле бер мәле. Журналыбыҙҙың өсөнсө һаны ла ошо кәйефтә, ошо тулҡында ижад ителде.

Баҫмабыҙҙың тышлығын ғүмере буйы ғәҙеллек һағында торған ихлас та, маһир ҙә замандашыбыҙ, булмышында ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы холҡо көҙгөләгеләй сағылған адвокат ханым Әлфиә Рәхимова биҙәй. Уның фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тормош юлы менән Гөлназ Ҡотоеваның “Изгелек тантанаһы” исемле мәҡәләһе аша танышырһығыҙ.

Башҡортостнадың ғына түгел, Рәсәйҙең ғорурлығы булған шашка буйынса донъя чемпионы, милләтәшебеҙ Тамара Танһыҡҡужинаның бөгөнгө көндәлек хәстәрҙәре, күңелендә йөрөгән уйҙары һәм ил мәнфәғәтенә башҡарып йөрөгән ғәмәлдәре хаҡында Динә Арыҫланованың “Ҡытайҙарға шашка уйыны ни өсөн кәрәк?” тигән мәҡәләһе лә бик ҡыҙыҡлы.

“Халҡым гәүһәре” рубрикаһында журналист Альбина Ғөбәйҙуллина башҡорт йыр сәнғәте үҫешенә, уны туплауға һәм һаҡлауға байтаҡ өлөш индергән арҙаҡлы ханым Фәниә Хәлитованың күңел сәхифәләрен байҡай. Мәҡәлә аша уның ни өсөн йәшләй генә оло сәхнәнән китеүе, туғанын тәрбиәгә алыуы, бөгөнгө бәхетенең сере һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

Ауылдарыбыҙҙа йога, скандинав таяҡтары менән йөрөү һәм башҡа ҡыҙыҡлы спорт төрҙәре менән мауығыусы апайҙарыбыҙ, инәйҙәребеҙ, хатта өләсәйҙәребеҙ тураһында йыш яҙабыҙ. Бындай мәҡәләләр һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Һоҡландыра Юлдыбай ҡатындары!” тип исемләнгән материалында ла ауылында оло йәштәге ҡатындар өсөн гимнастика түңәрәге алып барған Миләүшә ханым Моратованың эшмәкәрлеге бәйән ителә.

“Әҙәби балҡыш” был юлы уҡыусыларға күстәнәскә Фәнил Күзбәковтың мөхәббәт һәм фәлсәфә менән һуғарылған шиғри шәлкемен һәм Венер Исхаҡовтың “Әсәй, һин ҡайҙа” тип аталған хикәйәһен тәҡдим итә.

“Беҙҙең шәжәрә” рубрикаһы Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан Шаһиев, Муллахмәтовтарҙың тамырҙарын барлай.

“Ҡәрҙәштәрҙә – ҡатын-ҡыҙ матбуғаты” тип аталған яңы рубрикабыҙҙың тәүге ҡунағы ҡырым татарҙарының “Ненкиджан” журналы.

“Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһында журналист Гөлнара Хәлфетдинова уҡыусыларҙы был юлы “Меңъйыллыҡтар аша үткән исем – Тимербикә” тигән мәҡәләһе арҡылы төрки телле халыҡтарҙың тәүбабалары тип һаналған сак-массагет ҡәбиләләренең батшабикәһе Томиристың яҙмышы менеән таныштыра.

“Сәйәхәт” рубрикаһында Төркиәлә йәшәгән башҡорт егете Рим Хажин иптәштәре менән Малайзияның Сипадан утрауына сәйәхәте, шулай уҡ үҙе мауыҡҡан дайвинг – һыу аҫтына сумыу ваҡытындағы мажаралы хаҡында һөйләй.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға етмеш йыл тулыу айҡанлы журналыбыҙ иғлан иткән хәтирәләр бәйгеһенә Польшанан хат килеп төштө. Сит илдә йәшәгән Миләүшә Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) “Яугир намыҫы” тип аталған мәҡәләһендә атаһы Мөтиғулла Фәтҡулла улының аяныслы ла, ғорурланырлыҡ та яҙмышы хаҡында бәйән итә. Уның хәтирәләрен күҙҙе йәшкә сылатмайынса уҡып булмай.

“Ебәк тирмә” рубрикаһында был юлды бик сетерекле лә, көнүҙәк тә мәсьәлә күтәрелә. “Ил ҡөҙрәте – сафлыҡта” исемле мәҡәләлә ҡыҙлығын берҙән-беренә тип һаҡлай алған һылыуҙарҙың тыуасаҡ балалары яҙмышына нисек ыңғай йоғонто яһай алыуҙары хаҡында һүҙ бара.

“Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина “Күлдәктәр гөлләмәһе” исемле мәҡәләлә дизайнер Саимә Хәсәнованың билдәле башҡорт актрисалары өсөн теккән сәхнә күлдәктәре хаҡында һөйләй. Сағыу фотоһүрәттәр менән биҙәлгән был материал баҫманың март һанына байрамса төҫ биреп тора.

Шулай уҡ журналда һәр ваҡыттағыса матурлыҡ һәм донъя көтөү серҙәре хаҡында ла байтаҡ мәғлүмәт табырһығыҙ. Гөлнара Буранҡаеваның “Йәш көйөнсә килә ҡалаһы” тигән мәҡәләһе нисек махсус күнегеүҙәр ярҙамында йөҙҙәге йыйырсыҡтарҙы кәметеү, оҙағыраҡ йәш сырайлы булып ҡалыу серҙәрен аса.

“Башҡортостан ҡыҙы” менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар! Журнал менән бергә йортоғоҙға ҡот һәм бәрәкәт килһен!

BK3_15i.pdf [5,02 Mb] (cкачиваний: 6) " target="_blank" class="button red">Подписаться на журнал "Башҡортостан ҡыҙы"


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook