“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һанына күҙәтеүФевраль - ҡырыҫыраҡ булһа ла, яҡты ай. Ул ҡыштың һуңғы айы. Ир-аттар айы тип атайбыҙ беҙ уны. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының февраль һаны ла һөйөклө атай, ысын-ир егет, һөйгән йәр ҡояшы булып йылытыр күңелдәрҙе, тип ышанғы килә.

“Яныбай Хамматовтың фәрештәләре” тигән баш аҫтында билдәле әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата уны иҫән сағында ҡәҙерләгән һәм үҙе үлгәс тә яҡты хәтерен һаҡлап, ижадын киң ҡатлам уҡыусыларға еткергән, тәржемә иткән гүзәл заттар – ҡатыны, ҡыҙы һәм ейәнсәре хаҡында. Мәҡәлә Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Республика тире-венерология диспансерының 3-cө бүлек мөдире, Ағалы-ҡустылы Гириммдар, Шарль Перро әкиәттәре китаптарын башҡортсаға тәржемәләп һәм иллюстрациялары менән биҙәп сығарған Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматованың ижад һәм күңел донъяна сәйәхәт рәүешендә яҙылған.

Февраль һанының тышлығын наҙлы, өлгөр ҡыҙ – Ынйы Иҙелбаева биҙәй. Яҙыусылар нәҫеле ебен дауам иткән был һылыуҙың маҡсаттары ныҡлы, ниәттәре изге. Уның менән һеҙҙе журналда Гөлнара Хәлфетдинова таныштырыр.

“Йөрәк менән шаярмайҙар” тип атала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш кардиологы, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Евгений ҡыҙы Николаева менән әңгәмә.

Нурия Килмөхәмәтованың “Алатау ҡыҙы Флүзә” тип исемләнгән мәҡәләһе Ишембай районы Ҡолғона ауылынан сыҡҡан ябай ҡыҙҙың нисек итеп ҙур вазифаларға үрләүе һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеүен һөйләй. Һүҙ - “Башинфрмсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акционер капиталы һәм мөлкәте идаралығы етәксеһе Флүзә Сөләймән ҡыҙы Хәсәнова хаҡында.

“Атайлы бала арҡалы” рубрикаһында фронтовик яҙыусы Әмир Моратовтың ҡыҙы Гөлсирә Иҙрисова ҡәҙерле атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

Роза Аккучукова ике быуат киҫеменәдге башҡорт йырсылары араһында иң билдәлелеләренең береһе. Уның тормош һәм ижад юлы хаҡындағы мәҡәләл лә “Башҡортостан ҡыҙы”ның февраль һанында донъя күрә.Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың шиғри шәлкеме гүзәл затҡа һоҡланыу, уны яратыу менән мөлдөрәмә.

Шиғриәтебеҙҙең сағыу йондоҙо Тамара Ғәниева һуңғы осорҙа проза өлкәһендә лә бил нығыта. Әҙибәнең “Серле көршәк” тип аталған хикәйәһе журнал уҡыусылары күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.

“Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында илле дүрт фарыз хаҡында һөйләнелә.

«Ғүмер бүләк итәм», «Ҡаршы сығып ал», «Әсәйемдең аҡ күлдәге», «Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең», «Тарат әле моңһоу уйҙарымды» китаптары аша замандашыбыҙҙың зиһенә үтеп ингән яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов менән әңгәмә лә ғаиләләге татыулыҡты нисек булдырырға, нисек ысын ир-егет тәрбиәләргә тигән көнүҙәк һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

“Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында йәр һайлау нескәлектәренә төшөнөрһөгөҙ.

“Сихәт” рубрикаһында биләдәле яҙыусы нисек итеп сәләмәт һәм йәш ҡалыу серҙәре менән бүлешер.

Журналист Альмира Кирәеваның мәҡәләһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле эшҡыуары ”Гөлинур” затлы тундар хужабикәһе, йомарт хәйриәсе, тынғыһыҙ йәмәғәтсе Гөлинур Янсаева хаҡында.

Иләбе өлкәһенең Арғаяш мәктәбендә белем биреүсе Ләлә Хәбибуллина хаҡында Михаил Хәбировтың мәҡәләһен лә февраль һанында уҡырһығыҙ.

Февраль һанында “Ҡорамасылар бәйгеһе”нә ебәрлегән эштәрһең сағыу һүрәттәре лә урын алған.

“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында эшлекке ханымдарға Сайма Хәсәнова тәҡдим иткән күлдәк өлгөләре бирелә.

Көршәктә бешерлгән аштар тәмле лә, файҙалы ла. Уларҙы әҙерләү серҙәре хужабикәләрҙең хәтер янсығына ярап ҡалыр.

Гөлшат Ҡунафина әҙерләгән яҙма түшәк-ҡаралтылар һайлағанда ярҙамға килер. Уларҙы нисек айырырға һәм һайларға кәңәш иткән мәҡәләлә юрған тегергә лә өйрәтелә.

Февраль һанында “Башҡортостан ҡыҙы” үткәргән лотерея йомғаҡтары ла баҫыла. Телевизор, мультибешергес, фен, үтек, һәм баҫмаға ярты йыллыҡ яҙылыуҙы отҡан уҡыусыларыбыҙ исемлектә үҙҙәрен күреп һөйөр, тип ышанабыҙ. Отмағандар танауҙарын төшөрмәһен, икенсе йылда шулай уҡ 2015 йылға яҙылған квитанциялар уйнатыласаҡ!

Күҙәтеүҙе Гөлназ Ҡотоева әҙерләне.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook