“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына күҙәтеү“Аэропортта Руфинаны үҙ иленә оҙатҡан Ҡытай кешеһе, тәржемәсе, һоҡланыуын йәшермәй, үҙенең был донъянан нимә теләгәнен аныҡ белгән ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ирҙәр араһында Һеҙ берәү, ти. Ысынлап та, алған маҡсатынан бер нәмәгә ҡарамай тайпылмай алға бара торған аҫыл заттарҙан ул”. Гөлназ Ҡотоеваның “Елкән итеп маҡсаттарҙы...” мәҡәләһе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урын¬баҫары, эш төркөмө етәксеһе Руфина Шаһапова хаҡында булыр.

“Халҡыбыҙҙың сал тарихы шаһит: меңъйыллыҡтар дауамында ҡанундар ҡыйралып, донъялар боларғанда, ил-йортҡа ҡурҡыныс янағанда, ҡара болот булып афәт ябырылғанда нисәмә тапҡыр ҡатын-ҡыҙ аҡылы һәләкәтте сигендергән икән? Быны таныу – ир-ат әһәмиәтен һис кенә лә кәметеү түгел, Бәндәбикә кеүек бейбисәләребеҙҙең миһырбанлы, һиҙгер, тәрән һәм ҡеүәтле зиһененең милләт яҙмышындағы мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Бөгөн, егерме беренсе быуатта – мәғлүмәт технологиялары, юғары ҡаҙаныштар заманында, дәүерҙәр шаңдауын хәтерләткән ағинәйҙәр хәрәкәтенең күтәрелеүенә нимә этәргес булған икән? Ҡара көҙҙөң ҡаты һыуығына ҡарамайынса, Башҡортостаныбыҙҙың ун ете төбәгенән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылына ҡорға йыйылған ағинәйҙәрҙе тыңлап, шуға яуап эҙләнек”, – ти Альмира Кирәева “Бәндәбикә рухын һаҡлай ағинәйҙәр” мәҡәләһендә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын почта аша яҙҙырып уҡыусыларҙың отошта ҡатнашырға ебәрелгән квитанциялары араһынан лототрон ярҙамында төп бүләк – телевизор Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Маяҡлы ауылынан Маһира Хәмиҙуллинаның өлөшөнә төшөүе хаҡында үткән йылдың февраль һанында иғлан иткәйнек инде. Ер аяғы – ер башында ятҡан сит өлкәгә сәфәрҙе һыуҙар ҡороп, еребеҙ йәшеллеккә күмелгәс, йәй ойошторорға ниәтләнгәйнек, әммә япраҡ яуындары үткәс тә форсат сыҡманы. Арғаяшта ла беҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөүҙәре беленде: хат килеп төштө. ... Һәм бына ағастарға бәҫ ҡунып, донъяны мөғжизәүи тынлыҡта бәүелткән сихри ҡышта беҙ Силәбе юлында”... Гөлназ Ҡотоеваның Силәбе өлкәһендәге сәфәре хаҡында “Юлдар саҡыра” рубрикаһы аҫтында “Өҙөлмәһен туғанлыҡ ептәре!” тигән мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.

“Йәш ғаилә Айнурҙың тыуған төбәге – Бөрйән районы Аҫҡар ауылында төпләнә. Фаягөл ауылдың фельдшерлыҡ пунктына шәфҡәт туташы булып урынлаша, Айнур мәктәптә балаларға теүәл фәндәрҙән белем бирә. Тормоштары һәүетемсә генә алға тәгәрәй йәштәрҙең. Ауылда олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә үҙҙәрен. Тик бына смабыйҙары булмауы ғына эсен бошора...” “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһы аҫтында Альбина Ғөбәйҙуллинаның “Йөрәгемдә йондоҙ булып яралдың һин, балам” мәҡәләһе тормош һынауҙарына бирешмәй, бәхетле була белгән йәш ғаилә хаҡында.

Борондан Европа сәйәхәтселәре төрки телле ҡәүемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың юғары урын биләүен, оло хөрмәткә лайыҡ һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булыуын, хатта яуға йөрөүҙәрен, дин тотһалар ҙа, иректәре сикләнмәүен аптырап та, һоҡланып та билдәләгән. Ғорур, сая, сымыры, зиһенле төрки ҡатындары, күп кенә йәмғиәттәрҙә баҫылып, хатта йыш ҡына ҡол хәлендә йәшәгән гүзәл заттар менән сағыштырғанда, ысынлап та, амазонкалар һымаҡ тойолғандыр. Юҡҡа ғына оло йылғаларыбыҙҙың береһе Ырғыҙ (Ир-ҡыҙ) тип аталмаған, бушҡа ғына В. Зефировтың “Йәнтүрә” хикәйәһендә ирҙәре менән бергә Парижғаса еткән башҡорт ҡатындары хаҡында һөйләнелмәгән. Яңы рубрикабыҙҙа һеҙҙе төрки донъяһының аҫыл ҡатындары менән таныштырмаҡсыбыҙ. “Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһы – XIX быуатта ҡырғыҙ халҡын бер тупҡа туплап, оҙаҡ йылдар Фирғәнә, Ош яҡтарында хакимлыҡ иткән, ҡытай һәм рус баҫҡынсыларына ҡаршы торған яугир рухлы ҡатын Курманжандың тормош юлына байҡау менән башлана.

“Мосолмандарға тормошта дөрөҫ йәшәр өсөн тура юл күрһәтеүсе ҡулланма итеп изге Ҡөрьән индерелгән. Уны уҡыған өсөн күп сауаптар яҙыла. Хәҙистәрҙә Ҡөрьән уҡыуҙың бәрәкәте ни тиклем ҙур икәнлеге хаҡында күп әйтелгән. Кем намаҙҙа баҫҡан килеш Ҡөрьәндән сүрә уҡыһа, һәр хәрефе өсөн – 100, ултырған килеш уҡыһа − 50 cауап аласаҡ. Ә кем намаҙҙан тыш Ҡөрьән уҡыһа, һәр хәрефе өсөн – 10, тыңлағанға уға 1 сауап яҙыласаҡ икән”, – тип яҙа “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында Фәнирә Ғайсина.
Әҙәбиәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙарын, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Сталинград инәй” хикәйәһен уҡып таңһығын ҡандырыр. Шулай уҡ “Ҡыҙҙар моңо” рубрикаһы аҫтында Гөлдәриә Йосопова менән Айгөл Ишемғужинаның шиғырҙары донъя күрҙе.

“Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Тап шуның өсөн тәбиғәт тарафынан һәр йән эйәһенә үҙ-үҙен һаҡлау, ҡурсалау инстинкты һалынған. Әммә барыһына ла йәне ҡәҙерле, булмышы ғәзиз, тип әйтә алабыҙмы һуң? Әсәнең бала хаҡына үҙен фиҙа итергә әҙер булыуы аңлашыла, сөнки ул да донъяны бар итеүсе, тыуҙырыусы хоҡуғында һәм үҙе яралтҡан йән эйәһенең йәшәүен йыш ҡына үҙенекенән мөһимерәк күрә. Тик улар араһында ла кәкүк инәләр табыла. Ә көслө зат һәр йәһәттән дә үҙен нығыраҡ ярата, эгоист холоҡлораҡ тип билдәләй психологтар. Тик бына ҡайһы саҡ башҡорт егеттәренең үҙҙәренә, үҙ ғүмерҙәренә ҡарата аяуһыҙ, хатта йәшәү сифатына ҡарата битараф булыуын күҙәтергә тура килә”... “Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында Гөлнара Буранҡаеваның “Аяулы ла бала булһын тип” тип аталған яҙмаһын уҡығыҙ.

“Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шул тиклем төрлө. Тышҡы ҡиәфәтебеҙҙе генә алайыҡ. Йөҙ һыҙаттары, ҡараш һәм ым-ишараларыбыҙ буйынса ғына ла бер нисәгә бүлеп була. Был төрҙәр имидж типажы тип атала. Кешенең тышҡы ҡиәфәте менән холҡоноң бер-береһенә бәйләнешен физиогномика тигән фән өйрәнә. Имидж типажы ғүмер ахырынаса үҙгәрмәй.

Ниндәй типаждар була һуң? Уларҙы драматик, тәбиғи, етди романтизм, эскерһеҙ романтизм, классик, спорт типаждарына бүлеп ҡарайҙар”. “Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһын алып барыусы Наилә Иҫәнованың мәҡәләһе етди романтик образды тыуҙырыу серҙәренә арнала.

Һәр кем ғаиләһен туҡлыҡлы ла, тәмле лә тәғәм менән һыйларға ынтыла. Аш төрләндереп, яҡындарын ҡыуандырырға яратыусы хужабикәләргә “Бәхетле” кафеһы директоры Әлфирә Фәрхетдинова үҙенсәлекле яңы ризыҡ тәҡдим итә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы йыл башынан бер юлы өс бәйге иғлан итә. Тәүгеһе Әҙәбиәт йылы уңайынан әсәйҙәргә булған мөхәббәт хистәре һәм әсәлек темаһына арналған “Әсә йөрәге” тип аталған шиғри бәйге булһа, икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала, өсөнсөһө иһә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡорамасылар бәйгеһе булыр. Конкурстарҙың шарттары хаҡында журналдың ғинуар һанында таныша алаһығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook