“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнаштыОшо көндәрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналы Өфө ҡалаһының 107-се лицейына Башҡорт теле көнөн билдәләргә саҡырылды.

Лицейҙың фән һәм методика буйынса директор урынбаҫары Итҡолова Венера Әнүәр ҡыҙы ойошторған сарала 5-11 синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Ҡунаҡтар Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Илдар Ибраһим улы Ғүмәров, Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы Урал Ғәзиз улы Ураҡсин, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Эльмира Рәдиф ҡыҙы Саматова уҡыусыларға туған һәм сит телдәрҙе белеү кимәле, әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Йәнле аралашыу ваҡытында балалар һәм үҫмерҙәр бихисап һорауҙарына яуап бирҙе, хатта бәхәсләшеү ҙә булды. Эльмира Саматова үҙ сығышында башҡорт телен белеү бөтөн төрки донъяны асыуға асҡыс булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, Илдар Ғүмәров үҙ ғаиләһендә тик туған телдә аралашыуҙары хаҡында, хәҙерге заманда башҡорт теле менән бергә инглиз телен яҡшы кимәлдә белеү кәрәклеген билдәләне.

Осрашыуҙың тәүге минутынан уҡыусыларҙы йәш һәм башҡа айырманы онотоп ихлас аралашырға саҡырған Урал Ураҡсин тормошта үҙ урынын эҙләгән үҫмергә ниндәй юл һайларға, быуындар айырмаһы һәм ғаиләләге мөнәсәбәт хаҡында бәйән итте.

Журналдың яуаплы секретары Зөлфиә Басирова балаларға баҫма һәм журналист һөнәре, башҡорт халҡының матди, рухи байлығы хаҡында һөйләне. Балалар йөндән баҫылған кейеҙ һәм сигеү өлгөһө, ҡыҙҙар милли кейем, биҙәүестәр, таҡыя менән яҡындан танышты, хатта ҡайһы берҙәрен үлсәп тә ҡараны. Уҡыусылар араһында журналды алдырыусы һәм уҡыусы булыуы ла ҡыуандырҙы.

Бындай саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтерә, мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам, иғтибар тәрбиәләй. Башҡорт милли интеллигенцияһының ошо юҫыҡта эшләүе оло ихтирамға лайыҡ.
Зөлфиә Ишбулатова.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы 107-се лицейҙың Башҡорт теле көнөндә ҡатнашты




Теги: Журнал Осрашыуҙар Башҡортостан ҡыҙына 50




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook