БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЙӘМӘҒӘТ МАТБУҒАТ ҮҘӘГЕНДӘ СӘЙӘСӘТ БЕЛГЕСТӘРЕНЕҢ БРИФИНГЫ ҮТТЕ

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЙӘМӘҒӘТ МАТБУҒАТ ҮҘӘГЕНДӘ СӘЙӘСӘТ БЕЛГЕСТӘРЕНЕҢ БРИФИНГЫ ҮТТЕБашҡортостандың йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сәйәсәт белгестәренең брифингы үтте. Политолог Сергей Анатолий улы Захаров белдереүенсә, граждандарҙың әүҙемлеге был юлы күпкә юғары булыр тип көтөлә. Бының сәбәбен эксперт Сергей Николаевич Семенов һәр кемдең һайлау участкаларына үҙенә шәхсән ҡағылған мәсьәләләрҙең хәл ителеүенә ышаныс менән килеүенә бәйләне, төбәктәге һайлауҙарҙың үҙенсәлеге лә шунда тине ул, әгәр ҙә һайлау алды кампанияһы күберәк урындағы мәсьәләләргә иғтибар итһә, халыҡ тағы ла дәррәүерәк булыр ине, тип белдерҙе. Киләсәктә ҡанундар сығарыу һәм уларҙы үтәүсе власть структураларының эше халыҡҡа нығыраҡ яҡтыртылһын ине, тигән теләген дә еткерҙе.

Политолог Сергей Николаевич Лавреньтев яңы парламентҡа күберәк йәштәр һайланыр, урындағы етәкселек журналистарға асыҡ булыр тигән ышаныста ҡалам, сөнки матбуғат менән ныҡлы бәйләнешһеҙ сәйәсәтте халыҡҡа еткереү мөмкин түгел, журналистар эшенә лә тейешенсә баһа һәм иғтибар булһын ине тип белдерҙе.




Теги: республикатвоихвозможностей ВыбирайБашкортостан




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook