2018 йылдың 2-се ярты йыллығына “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу башланды!

2018 йылдың 2-се ярты йыллығына “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу башланды!
Хөрмәтле дуҫтар! Ҡәҙерле әхирәттәр!

Бөтә почта бүлексәләрендә 2018 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Шуныһы һөйөнөслө: “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу хаҡы артманы, шулай булғас, беҙҙең менән бергә булырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

П2719 индексы буйынса 6 айға яҙылыу хаҡы – 598 һум 32 тин. Был индекс буйынса баҫмабыҙға Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайты аша өйҙән сыҡмай ғына онлайн яҙылырға мөмкин.

50606 индексы буйынса 6 айға яҙылыу – 604 һум 62 тин.

Бынан тыш rbsmi.ru сайты аша “Башҡортостан ҡыҙы”ның электрон вариантына яҙылыу мөмкинлеге бар: 6 айға 552 һум тора.

Өфөлә йәшәүсе дуҫтарыбыҙ журналдың һәр яңы һанын редакциянан килеп алыу шарты менән 6 айға 510 һумға яҙылыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ предприятие һәм ойошмаларға, уҡыу йорттарына ла ошо хаҡ менән яҙылыу ойошторабыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ!




Теги: журнал подписка




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook