“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанына күҙәтеү“Башҡортостан ҡыҙы” журналының август һанын буйынан- буйына һыҙып үткән тема – ҡатын-ҡыҙ күңеленең үтә лә нескә һәм өрфөйә, шул уҡ ваҡытта һиҙгер һәм ҡаһарман да була алыуы.
Һанды асып ебәргән Гөлназ Ҡотоеваның “Рух тәрбиәсеһе” исемле мәҡәләһендә баҫмабыҙҙың тышлығын биҙәгән Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинова киләсәк быуынды тәрбиәләү мәсьәләһен күтәрә. Һүҙ шулай уҡ гимназия, мәктәптәргә заман ҡуйған талаптар һәм мөмкинлектәр хаҡында бара.

“Юлдар саҡыра” рубрикаһында Ырымбур ерендә үткән “Тере шишмәләр” фестиваленән репортажда редакция хеҙмәткәрҙәренең Туҡ-Соран буйҙарына эшлекле сәфәренән йылы һәм онотолмаҫ тәьҫораттар менән танышырһығыҙ.

Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, фәһемле, тормошсан тарихтарға һәм байтаҡ донъяуи серҙәргә туҡталып үтә баҫмабыҙ.“Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикаһында Альбина Ғөбәйҙуллина йәшләй генә оло һынауҙар алдында ҡалып, селпәрәмә килгән тормошон инде ялғап алдым тигәндә, тағы ла ҙурыраҡ юғалтыуҙар менән осрашып та, һынмаған, бирешмәгән, үҙендә бөгөн матур һәм бәхетле булырҙай көс тапҡан Роза Әҡсән ҡыҙы Вәлишинаның ҡатмарлы һәм фәһемле яҙмышы хаҡында бәйән итә.

Ә “Ауыл һулышы”нда журналист Гөлшат Ҡунафина Ғафури районы Сәйетбаба ауылында үҙ көстәре менән ҙур уңыштарға өлгәшкән фермарҙар ғаиләһе Минзәлә менән Ғәбделхай Лоҡмановтарҙың ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бәрәкәтле лә көнитмешен һүрәтләй.

Даими авторыбыҙ Фәнирә Ғайсина Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә байрамы тураһында яҙа, Ғәшүрә кисен нисек үткәреү фарызлығы тураһында аңлата. Мәхәррәм айын Ҡөрьән уҡып, туған-тыумасаны ҡыуандырып, ураҙа тотоп үткәрергә ҡушыла. Баҡтиһәң, ураҙа тотҡан өсөн үткән һәм алдағы йылдарҙың гонаһтары ғәфү ителә. Ураҙаны Мөхәррәм айының 9-сы, 10-сы, 11-се көндәрендә тотоу, шулай уҡ хәйер-саҙаҡа таратыу хуплана. Әгәр ҙә кемдер бер бөртөк хәйер бирһә, Аллаһ Тәғәлә уға шул бөртөк өсөн Ухуд тауы хәтлем сауап яҙа икән.

“Әҙәби балҡыш”та Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә чечен яҙыусыһы Муса Әхмәдовтың “Телефон” тип аталған моңһоҙҙар ҙа һиҫкәнерлек хикәйәһе урын алған. Биш йәшлек кенә етем малайҙың йөрәк кисерештәре күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, тәрән хистәр уята, илата.

“Сихәт” рубрикаһында Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире Рәүфә Йәнтилина күрем циклының ҡатын-ҡыҙ кәйефенә, эшкә һәләтлелегенә, үҙен тотошона йоғонтоһо хаҡында һөйләй.

Журналда урын алған тағы бер ҡыҙыҡлы материал: халҡыбыҙҙың боронғо имләү ысулы – һарыҡ тиреһе менән дауалау серҙәре күптәр өсөн көтөлмәгән асыш булыр, моғайын.

Мөғжизәле көскә эйә булған, ябай кеше күрмәгәнде күрә, тоймағанды тоя алған үҙенсәлекле кешеләр бар беҙҙең арала, халыҡ имсеһе Маргарита Зыя ҡыҙы Дауытова – тап шундайҙарҙың береһе, Уның фәһемле яҙмышы хаҡында “Халҡым гәүһәре” рубрикаһында Азалия Мирзаеваның мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.

“Йөрәк дәрестәре”ндә табип-психотерапевт Резеда Нагаева оҙаҡ йылдар иренән йәберләнеп тә, түҙеп йәшәгән ҡатындың, балалары буй еткергәс, тормошон яңынан башларға нисек көс табыуын тасуир итә, оҡшаш хәлгә тарыусыларға аныҡ кәңәштәр бирә.

“Милли биҙәк” рубрикаһынды халыҡ кейемендә, биҙәнеү әйберҙәрендә урын алған мәрүәттең шифалы көсө хаҡында мәҡәлә урын алған.

“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһы аҫтында баҫылған Асия Ғәйнуллинаның сираттағы оҫталыҡ дәресендә ҡашмау тегеү серҙәрен асырһығыҙ.

“Ризыҡ юллап” журналыбыҙ был юлы уҡыусыларҙы хозур Бөрйәнгә алып китә, Иҫке Собханғолдан Рәмилә ханым Салауатова халҡыбыҙҙың боронғо һәм затлы ризыҡтары күбекмай һәм ҡорот эшләү нескәлектәрен өйрәтә.

Республикала 3Д техникаһында эшләп күҙ бәйләй белгән, рәсемдәре ысын күренештән айырылмаған бер оҫта бар. Уның ижады менән “Рәссам оҫтаханаһында” рубрикаһында таныша алаһығыҙ.

Бына шулай, баҫма һәр ваҡыттағыса, төрлө юҫыҡтағы, файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла материалдар тәҡдим итә, журналдың төп геройҙары – һеҙҙең эргәлә йөрөгән ябай кешеләр. Баҫма менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар! Кемдәр яҙылыуҙы икенсе ярты йыллыҡҡа оҙайтырға онотҡан, почта бүлексәләренә йә редакцияға килеп, оҙайтып ҡуйығыҙ, ул саҡта инде журнал икенсе айҙан йәнә һеҙҙең ҡулда буласаҡ!




Теги: журнал подписка Күҙәтеү




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook