MIRRAL тәҡдим итә

MIRRAL тәҡдим итә
«Мосолман күлдәктәре – ул минең ижад емешем, тормошом, һәр таңды матур сатҡыларҙа яратып ҡабул итеүем ошо күлдәктәрҙең бай төҫмөрлөгөндә сағыла. Мин уларҙы уйлап сығарам, тетрәнәм, һөйөнәм. Һәр гүзәл зат ғүмеренең иң мөһим көнө – никах туйында үҙен ысын батшабикәләй ҡәҙерле, мөхәббәтле, бәхетле тойһон өсөн бар оҫталығымды һәм иң гүзәл хистәремде һалам», – ти MIRRAL мосолман ҡатын-ҡыҙҙар кейеме фирмаһы стилист-дизайнеры Римма Байтимерова.
Эйе, MIRRAL – ул мосолман кейеме модаһы өлкәһендә билдәле бренд ҡына түгел, ә ысын ҡатын-ҡыҙҙың ҡабатланмаҫ булмышын, нескә тәбиғәтен, наҙлы һәм үҙенсәлекле зауығын асырға ярҙам иткән оло бер мәктәп тә. Туҡымаларҙың сифаты, нәзәкәтле тегелеше, ҡулдан башҡарылған зауыҡлы биҙәлеше, төҫтәр балҡышы йәһәтенән улар хатта бик талапсан һатып алыусыларҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала. Хаҡтар ҙа әллә ни юғары түгел. Интернет аша ла заказ ҡабул итәләр. Бигерәк тә, ебәк ептән нағышлап сигелгән күләмле итальян селтәрҙәре, атлас менән ҡаймаланған, затлы туҡымаларҙан башҡарылған «Бөйөк быуат» коллекцияһы ҡупшылығы һәм гөлләмәләй сағыулығы менән күңелде арбай.


MIRRAL тәҡдим итәҺеҙҙе ошо адрес буйынса көтәбеҙ:
Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 137-се йорт, ХБК, 2-се ҡат, 78-се бутик.
Телефон: +79874888470
Instagram: com/mirralofficial
Сайт: www.mirral.ru
https://vk.com/mirral




Теги: MIRRAL




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook