“Башҡортостан ҡыҙы” журналының июль һанына күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының июль һанына күҙәтеүИюль һанын асҡан һүҙендә баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева бер аҡыл эйәһенең йәш һылыуға биргән һабағын бәйән итә. “Ни эшләп яҡшылығым һәр ваҡыт ергә һалып тапала икән?” – тип һорай икән ҡыҙ ҡарттан. “Сәскәләр ҙә көнгә таждарын ҡапыл ғына асмай, яйлап-яйлап ҡына ҡояшҡа үрелә. Һин дә шулай бул. Барлыҡ кешегә лә эс сереңде асма”. – Ҡыҙ аҡыл эйәһенән шундай яуап ала. “Һеҙ ҡулығыҙға алған журнал да барлыҡ кешеләр өсөн түгел. Йөрәктәре асыҡ, миһырбанлы, тормошҡа, милләтебеҙ яҙмышына, балаларының яҡты киләсәгенә битараф булмағандарҙың ғына ҡулдарына килеп эләгә ул. Заманыбыҙ йылъяҙмаһы, гүзәл заттарыбыҙҙың йөрәк тибеше, күңел яраһы, ынтылыштары йыйылмаһын туплаған матур баҫмабыҙ менән ҡалған һайланма кешеләребеҙгә – “Башҡортостан ҡыҙы”н алдырыусыларға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”, – тип яҙа баш мөхәррир үҙенең уҡыусыларға мөрәжәғәтендә.

Йәйҙәй сағыулығы, томрап торған наҙы менән журналыбыҙ тышын биҙәүсе һылыу – республика халҡының һөйөүен яулаған йырсы Римма Амангилдина. “Римма Амангилдина тигәндә, күңелдә ул тыуҙырған моң даръяһы хасил иткән хис, рух, һағыш айҡашы аша әллә ниндәй сөңгөлдәр аҡтарыла. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы тигән юғары исемгә лайыҡ булыуы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ике тиҫтә йылдан артыҡ фиҙакәр хеҙмәт емеше”, – ти Гөлназ Ҡотоева уның хаҡындағы яҙмаһында. Башҡорт моңон танытып, ҡайһы илдәрҙә генә булмаған ул! Ҡырғыҙстан, Германия, Төркиә, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәре, Франция, АҠШ, Куба – үҙенә тиклем булған башҡорт йырсылары хыяллана ла алмаған моңло сәйәхәттәр уның яҙмышына төшкән өлөшө. “Һин – минең байрамым!” тигән мәҡәләлә һандуғас моңона эйә йырсының тәрән күңел донъяһы бөтә балҡышында асыла.

Зарланмай, һәр нәмәнән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ таба белгән сабыр холҡо ағинәйҙәр, сая рухлы апайҙар, ихлас күңелле ханымдар меннән көслө ауылдарыбыҙ. Гөлдәр Яҡшығолова “Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл зат” тигән сәхифәһендә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөкмәткеле, бәрәкәтле тормошо менән таныштыра, уларҙың ихласлығы, эшһөйәрлеге, киң күңеллелеге менән һоҡланыуын еткерә.

“Арыш бешкән, мең йондоҙло күктә нәжәғәй уйнаған август таңында бер ҡыҙ бала донъяға килә. Ул тәүге ауазын һалғанда ҡапыл күк ҡабағы асылып китә лә бар ғәләм аҡ нурға ҡойона. "Ошолай аҡ нурлы, бәхетле, ырыҫлы бала булыр, иншалла!” – ти кендек инәһе. Бәхетле, ырыҫлы ғына түгел, изгелекле ил ҡыҙы тип белерҙәр күк ҡабығы асылғанда тыуған ҡыҙҙы киләсәктә, халҡы сәләмәтлеген һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән табип итеп танырҙар”. – Был юлдар БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш фтизиатры, Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы урынбаҫары Миңнур Азаматова хаҡындағы мәҡәләнән. “Ғүмер – балҡыған нәжәғәй” тигән яҙмала Альмира Кирәева республикала ҡурҡыныс социаль сир – туберкулезға ҡаршы көрәште өр-яңы кимәлгә күтәргән табибәнең аҡ нурҙан туҡылған яҙмышын һүрәтләй.

“Ҡайһы саҡта яҙмыш әҙәм алдына уйламаған ерҙә һынау ҡала. Нәргизәләре донъяға килгән саҡта табип хатаһы арҡаһында ғәрипләнә. ДЦП тигән аяуһыҙ диагнозды ишеткән әсәй башта хәлде тулыһынса аңлап та етмәй, ҡыҙының ыҙалауҙары ваҡытлысалыр тигән өмөтө йыһанынан да ҙур була”. – Сабыйы ҡаты сиргә дусар Гөлнара Сәлихованың кисерештәрен, уның өсөн тауҙай ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуын тетрәнмәйенсә уҡыу мөмкин түгел. Гөлнара Хәлфетдинованың “Батырлығы – бала хаҡына” тигән яҙмаһы – әсә ҡаһарманлығына мәҙхиә.

“Йөрәктәрҙә йондоҙ ҡабыҙып” ¬– Альбина Ғөбәйҙуллина үҙенең шулай тип аталған мәҡәләһендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Нурия Ирсаеваның ижад юлын байҡап ҡына ҡалмай, әсәй һәм өләсәй булараҡ, йөрәк кисерештәрен дә барлай. Тормошта ла иҫ киткес ябайлығы, кешелеклеге һәм сабыр аҡылы менән арбаусы Нурия Исхаҡ ҡыҙының исеме, ул башҡарған ролдәр, йырҙар мөхәббәт көсөнә ышаныс уята, йәшлек образын мәңгеләштерә. Сәхнәлә иң күркәм һәм күп ҡырлы, ҡабатланмаҫ ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙырған легендар актрисаның кәңәштәрен бәхетле булырға теләүсе гүзәл зат айырыуса фәһемле тип ҡабул итер.

Сәсмә әҫәр һәм шиғриәт һөйөүсе уҡыусылар был юлы Гөлнара Мостафинаның “Тимер лейка” тигән хикәйәһен һәм Әсхәл Әхмәт-Хужаның яңы шиғри шәлкемдәрен уҡып, күңел байрамы кисерер.

“Уның кеүектәрҙе ут шикелле, тиҙәр”, – тип һүрәтләй Гөлдәр Яҡшығолова Силәбе өлкәһе Сосновка районында йәшәүсе рухлы милләттәшебеҙ Рабиға Бикбулатованы. “Арғаяштың аҫыл ҡыҙы” тигән яҙмала Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән замандашыбыҙҙың тарихыбыҙға, асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлау, рухи тамырҙарыбыҙҙы ҡоротмау йәһәтенән алып барған ғәйәт ҙур эше тасурлана.

Ул барыһының да күңеленә үтеп инерлек фильмдар ижад итергә хыяллана. Әммә бөгөн өлгәшкән ҡаҙаныштары ла милли кино сәнғәтендә, ил кимәлендәге ижади бәйгеләрҙә ҙур баһаға лайыҡ булған. Гөлнара Буранҡаеваның “Хыялдарҙың тотоп ялынан” тигән мәҡәләһе – йәш режиссер Дилә Мөхәмәйәрова һәм уны ҡанатлы иткән хыялдары хаҡында.

Даими авторыбыҙ, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире Рәүфә Йәнтилинаның “Кәйефебеҙҙең бер сере” тигән яҙмаһы үҙебеҙҙе тойоуға, эшкә һәләтлелеккә, матдәләр алмашыныуына йоғонто яһаусы гормональ үҙгәрештәрҙе яҡшыраҡ аңларға, кәйефте көйләргә – бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәтебеҙ асылын төшөнөргә ярҙам итер.

Июль һанында йорт һалыу өсөн ағас алыу тәртибе хаҡында мәғлүмәт урын алған. Өйлө булырға теләүселәр өсөн ул файҙалы булыр. Ағас кемдәргә, ниндәй күләмдә, ниндәй шарттарҙа бирелә? – ул турала Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте ентекле аңлатма бирә.

Был һанда шулай уҡ журналыбыҙ иғлан иткән “Аллы-гөллө, селтәрле” бәйгеһенә уңған сигеүселәр ебәргән алъяпҡыстар күҙҙе иркәләй. Уңғанбикәләр ҡышҡылыҡҡа Гөлшат Ҡунафинаның йәшелсә-емештән төрлө тәмләткестәр рецептарын да бик яратып ҡулланыр, тигән уйҙабыҙ. Хужабикәләр матур, сыҙамлы, иң мөһиме – зыянһыҙ кәстрүл-табаларҙы нисек һайлау хаҡындағы кәңәштәрҙе ҙә, һис шикһеҙ, күңеленә һалып ҡуйыр.




Теги: журнал Күҙәтеү подписка




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook