"Башҡортостан ҡыҙы" журналының 6-сы һанына күҙәтеү

"Башҡортостан ҡыҙы"  журналының 6-сы һанына күҙәтеүТәүге ярты йыллыҡты йомғаҡлаған журналдың 6-сы һаны төрлө мауыҡтырғыс мәғлүмәттәргә һәм файҙалы кәңәштәргә бай булыуы, тема төрлөлөгө менән айырылып тора. Быны баҫманы ҡулығыҙға алғас та тойорһоғоҙ.

Журнал Гөлназ Ҡотоеваның йәш режиссер һәм ижадсы Таңсулпан Ильясова тураһындағы матур, йылы яҙмаһы менән асыла.

“Аһ был ҡатын ҡыҙ!” рубрикаһында был юлы журналист Альмира Кирәева аҡтан-аҡ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер буйы изгелеккә хеҙмәт итеүселәрҙең береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, байтаҡ ғүмерен етем ҡалған сабыйҙарға бағышлаған Лилиә Рәйес ҡыҙы Ғәлимованың матур ҙа, һоҡланғыс та яҙмышы хаҡында бәйән итә.

Гөлнара Хәлфетдинованың Экология йылына арналған “Ҡыйҙы ҡалай итәбеҙ?” тигән мәҡәләһендә бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба һәм полиэтилен шешәләрҙең кеше һаулығына һәм еребеҙгә килтергән зыяны тураһында һөйләнелә, был афәттән нисек ҡотолоу юлдары эҙләнелә.

“Халҡым гәүһәре” рубрикаһында баҫылған “Үкенерлек түгел был ғүмер” тигән мәҡәләһендә Гөлдәр Сәлихова уҡыусыларҙы бар ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Ямал Шакирйән ҡыҙы Исхаҡованың хәтирәләре менән таныштыра.

“Әҙәби балҡыш”та билдәле яҙыусы, ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшен билдәләгән Гүзәл Ситдиҡованың атаҡлы әҙибә Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап яҙған өр-яңы поэмаһы урын алған. Аяныс яҙмышлы мәшһүр милләттәшебеҙҙең ғүмер юлын һәм күңел кисерештәрен тасуирлаған был әҫәр, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Рубрикала шулай уҡ билдәле урыҫ яҙыусыһы Иван Буниндың әхлаҡ, тәрбиә темаһын күтәргән “Еңел һулыш” тигән хикәйәһенең тәржемәһе лә бирелгән.

Уҡыусыларыбыҙ һәр ваҡыт көтөп алған “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында авторыбыҙ Фәнирә Ғайсина көндәргә бәйле ырымдарҙы динебеҙ күҙлегенән аңлата.

Ә “Йөрәк дәрестәре” рубрикаһында Альмира Кирәева республикабыҙҙа даими эшләп килгән балалар өсөн ышаныс телефоны, уның ниндәй осраҡтарҙа файҙалы булыуы хаҡында һөйләй.

“Сихәт” рубрикаһы аҫтында баҫылған “Көтмәгәндә йыға торған сир” тигән яҙмаһында табип-невролог Гүзәл Булатова заманыбыҙ бәләһе – инсульт һәм унан һаҡланыу юлдары хаҡында бәйән итә.

“Ебәк тирмә” рубрикаһында автор Гүзәл Ғүмәрованың “Ҡатын-ҡыҙға ни кәрәк?” тип аталған ҡыҙыҡлы кәңәштәргә бай материалы урын алған.

“Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова уҡыусыларҙы себерҙең аҫаба төрки халҡы – сыбырҙар менән таныштыра һәм уларҙың тарихында мөһим роль уйнаған Күсем хандың илһөйәр һәм ҡаһарман ҡатыны – Сузге ханбикәнең тетрәндергес яҙмышын асып һала.

“Ҡулыңдан һөйөн” рубрикаһында билдәле оҫтабикә Асия Ғәйнуллина сираттағы серҙәре менән уртаҡлашып, милли кейемдәребеҙ маңлайса менән елкәлек тегергә өйрәтә. Ә “Шәп баҡсасы” рубрикаһы өсөн Гөлшат Ҡунафина “Сидерат – йәшел ашлама” тигән бик тә актуаль һәм мәғлүмәткә бай мәҡәлә әҙерләгән.

Журналдың иң сағыу рубрикаларының береһе – “Тәмлекәс”тә халыҡ һөйөүен яулаған үҙешмәкәр йырсы Бибисара Азаматова үҙенсәлекле һәм үҙе яратып бешергән һый-тәғәм төрҙәре тәҡдим итә.

Редакция хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларына яңы, бай йөкмәткеле журнал һаны тәҡдим итеү менән бергә икенсе ярты йыллыҡта ла журнал менән дуҫлыҡты өҙмәй, бергә ҡалыуҙарына ҙур ышаныс белдерә. 50 йыллыҡ юбилейы етеп килгән, ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә өсөн сығарылған “Башҡортостан ҡыҙы”нан айырылмағыҙ, дуҫтар!


Теги: Күҙәтеү журнал подписка




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook