Samiya һеҙҙе көтә!

Samiya һеҙҙе көтә!Модалы, юғары зауыҡлы мосолман кейеме күптәрҙә илаһилыҡ хисе уята. Ул мосолман ҡыҙының матурлығына үҙенә күрә бер һаҡлыҡ, нескәлек, сафлыҡ өҫтәй, әйтерһең. Samiya магазиндары дизайнер-модельеры, эшлекле һәм иманлы башҡорт һылыуы Оксана Ямурова гүзәлдәребеҙҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, күҙҙең яуын алырҙай ҡупшы ла, уңайлы ла, затлы ла мосолман кейемдәре тегеп һөйөндөрә.

Оксана яңыраҡ Ҡаҙанда уҙғарылған мосолман кейемдәре дизайны фестивалендә ҡатнашып ҡайтты. Көндәлек кейеүгә, никах һәм туй тантанаһы өсөн әҙер милли күлдәктәрҙең генә 120-нән ашыу төрө бар. Алтын ептәр менән нағышлап сигелгән ҡашмау-таҫтар, түбәтәйҙәр, аксессуарҙарҙың күңелең теләгәнен һайлап алырға була. Samiya ательеһында эксклюзив туй күлдәгенә заказ да ҡабул итәләр. Хаҡтар – 2500-ҙән 20 мең һумға тиклем. Ә ошо мәҡәлә баҫылған «Башҡортостан ҡыҙы»н күрһәткән кешегә 10 процент ташлама яһаласаҡ. Оҫталар кейемдәрҙе шунда уҡ бушлай ҡыҫҡартып бирә. Райондарҙа һәм сит өлкәләрҙә йәшәүселәргә интернет аша һатыу һәм почта йәки транспорт компанияһы аша ебәреү яйы ла ҡаралған.

Samiya һеҙҙе көтә!Тән һомғоллоғон, йөҙ һылыулығын сағылдырған юғары сифатлы тауарҙарҙы, елферҙәп торған ебәк туҡымаларҙы ғына ҡуллана алдынғы ҡарашлы дизайнер. Әйткәндәй, Samiya хужабикәһе – юғары белемле гүзәл ханым – үҙе лә дүрт бала әсәһе! Ислам ҡағиҙәләренә таянып, күңел һалып башҡарған һәр ҡул эше һатып алыусыға һөйөнөс һәм бәхет юрай!

Samiya магазинына рәхим итегеҙ!

Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 137-се йорт, ХБК, 3-сө ҡат, Samiya.
Телефон: +79603934793
https://vk.com/samiyaufa
https://vk.com/nikah.samiya




Теги: Samiya




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook