Ташҡын ҡурҡынысы кәмемәй әле

Ташҡын ҡурҡынысы кәмемәй әлеТашҡын - 2017

Йылға-күлдәр боҙҙан әрселде. Күп йылғалар ярҙарынан ташып, кире үҙәненә ҡайтты. Әммә тынысланырға иртәрәк: ташҡын ҡурҡынысы кәмемәй әле.

2017 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында 41 оператив төркөм эшләй.

Ташҡын кимәленә ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа факторҙар йоғонто яһай. Уҙған ҡышҡа килгәндә, яуым-төшөм норманан уртаса алғанда 70 процентҡа күберәк булған. Айырыуса республиканың үҙәк райондарында ҡар күп яуған.


Ташҡын ваҡытында нимәләр эшләргә

Һыу эсендә ҡалған кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтегеҙ;

Тәү сиратта балаларға, оло йәштәгеләргә, сирлеләргә ярҙам итегеҙ;

Эвакуация мәлендә кәмәгеҙ, башҡа йөҙөү сараларығыҙ менән бүлешегеҙ.


Ташҡындан һуң нимәләр эшләргә

Һыу ҡайтҡас:

Өҙөлгән, һәленеп торған электр сымдарынан һаҡ булығыҙ;

Һыу тейгән аҙыҡ-түлекте ҡулланмағыҙ;

Санитар тикшереү үткәрмәйенсә, эсәр һыуҙы тотонмағыҙ.

Торлаҡҡа ингәс:

Тәҙрә һәм ишектәрҙе асып, өйөгөҙҙө елләтегеҙ;

Йортто ныҡлап елләтмәйенсә ут, газ менән ҡулланмағыҙ;

Электр сымдарын тикшермәйенсә электр утын һәм приборҙарҙы тоҡандырмағыҙ.

Яҙғы ташҡын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән http://www.bashinform.ru/longread/polovodie2017/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.


Теги: Ташҡын - 2017




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook