Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың “тура линия”ла халыҡ менән һөйләшеүе

Бөгөн, 13 апрелдә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 19.00 сәғәттән «Рәсәй-24 Башҡортостан», Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Вся Уфа”, “РБК-Уфа” телеканалдары һәм “Спутник FM”, “Рәсәй радиоһы Башҡортостан” радиостанциялары буйынса тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Быйыл тура элемтә яңы форматта ойошторолдо. Журналистар менән бергә студияға төрлө өлкә эшмәкәрҙәре саҡырылғайны. Эфир башланғансы туғыҙ меңдән ашыу һорау ҡабул ителде. Һорауҙарҙың 37 проценты торлаҡ-коммуналь хужалығы, юлдар торошона, төҙөлөшкә, 23 проценты һаулыҡ һаҡлауға, социаль яҡлауға, 17 проценты иҡтисадҡа, туғыҙ проценты мәғарифҡа, мәҙәниәткә, спортҡа, биш проценты экологияға һәм төҙөкләндереүгә ҡағыла.

“Былтырғы тура эфирҙа һөйләшеүҙән һуң бер йыл үтте. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан нисек үҙгәрҙе? тигән беренсе һорауға яуап итеп, Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлгә ҡыҫҡаса ғына баһа бирҙе. – Дөйөм алғанда, республика һәр йәһәттән үҙен ышаныслы тоя. Беҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр юҡ, тип әйтә алмайым, улар байтаҡ. Әле тап шулар хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Республикабыҙҙың Рәсәйҙә ҡеүәтле, ныҡлы, көслө төбәк булыуын билдәләргә тейешбеҙ. Бөгөн беҙ ҡулдан килгәндең

барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ. Былтыр беҙ ярайһы уҡ яҡшы эшләнек. 2017 йылдың башы ла ыңғай булды. Сәнәғәт етештереүе үҫеше лә республикабыҙ өсөн насар түгел, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, һалым килемдәре лә арта. Һалым йыйыу буйынса 2016 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда 15 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Республикала инвестиция йәлеп итеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы бара. Инвестициялар – ул яңы предприятиелар, төҙөлөштәр, өр-яңы мөмкинлектәр. 2016 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ – 2015 йылға ҡарата 4,5 процентҡа үҫеш менән. Волга буйы федераль округында иң яҡшы һандар беҙҙә, – тине ул.

.Иң борсоулы һорауҙар, моғайын, һаулыҡ һаҡлау хаҡында булғандыр. Телевизор ҡараусыларҙың Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә поликлиника төҙөү, Бәләбәйҙә бала табыу бүлексәһендә ҡасан ремонт бөтөүе хаҡындағы һорауҙарына яуап биреп, Рөстәм Зәки улы шулай уҡ республиканың йөҙ йыллығына ҡарата йөҙҙән ашыу объект һалынасағын белдерҙе. Онкология диспансерының яңы корпусы, кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы, заманса поликлиникалар төҙөләсәген әйтеп үтте. Күп балалы ғаиләләргә тейешле льготалар, уларҙың адреслы буласағы хаҡында ла ентекле һүҙ барҙы.




Теги: Тура линия




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook