“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына (2017) күҙәтеү

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының ғинуар һанына (2017)  күҙәтеүҒинуар һаны баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның 2017 йылда ла журнал менән дуҫлыҡтарын дауам итеүсе уҡыусыларға арнаған йөкмәткеле яҙмаһы менән асыла. “Ҡыуаныс, бәхет менән яҡтыра һәм башҡаларҙы ла йылыта белеү – кешеләрҙең бер-береһенә илткән иң ҙур бүләгелер. Яңы йылды ла “Башҡортостан ҡыҙы” менән ҡаршылауығыҙ, баҫмабыҙға т оғро ҡалыуығыҙ беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ”, – тип яҙа ул.
Ғинуар һанының тышлығын биҙәгән юғары категориялы табип, психиатр-нарколог, көслө шәхес Рәмилә Ғүмәр ҡыҙы Әбделғужинаның (Ноғоманова) фәһемле лә, матур ҙа тормош юлы, үҙенсәлекле фекерҙәре һәм һоҡланғыс булмышы хаҡындағы мәҡәлә уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш булыр, тип ышанабыҙ.

“Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” рубрикаһында Гөлдәр Яҡшығолованың йырсы Резида Әминева менән ҡорған ҡыҙыҡлы әңгәмәһе тәҡдим ителә.
Азалия Мирзаеваның билдәле яҙыусы Мәүлит Ямалетдиндың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән китабы донъя күреү айҡанлы сыҡҡан автор менән интервьюһында һүҙ әҙәбиәт һәм ижад ҡына түгел, Ислам дине һәм уның йөрәктәрҙе таҙартыр ҡөҙрәте хаҡында ла бара. Фәйләсүф яҙыусының фекерҙәре уйға һала, иманға, яҡтылыҡҡа әйҙәй.

“Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ” рубрикаһы бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ эшен асҡан, күптәр өсөн эш урындары булдырған егәрле гүзәл заттар менән таныштырыуын дауам итә. Бүлек мөхәррире Альмира Кирәева әҙерләгән “Йыһан ҡануны – изгелек” тип аталған мәҡәлә – “Домовенок” кафе селтәрҙәре хужабикәһе Римма Еникеева хаҡында.

Альбина Ғөбәйҙуллина алып барған “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” рубрикаһында был юлы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының сағыу йондоҙо Фаягөл Дәүләтйәрова менән уның әсәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Гөлнур Йәнбирҙина-Дәүләтйәроваларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, ғаиләләге тәрбиә һәм уңыш серҙәре менән танышырһығыҙ.

“Әҙәби балҡыш” рубрикаһында шағир Хәсән Назарҙың һоҡландырғыс ижад емештәре, шулай уҡ баҫмабыҙ үткәргән Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең былтырғы төбәк өлөшөндә дәртләндереү призына лайыҡ булған “Әсәй күбәләге – тауискүҙ” хикәйәһе урын алған, авторы – Тамара Искәндәриә.

“Сәнғәт нуры” рубрикаһында иһә журналист Гөлнара Хәлфетдинованың “Үҙ-үҙеңә тоғролоҡ” тип аталған мәҡәләһе бөгөнгө башҡорт театр сәхнәһенең йәш һәм сағыу йондоҙо Римма Ҡаһармановаға арналған.

“Беҙгә килгән хаттарҙан” битендә Мәскәү башҡорттарының “Аҡ тирмә” фольклор төркөмөнөң алыштырғыһыҙ етәксеһе Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы Батыршина хаҡында һүҙ бара.

Фәнирә Ғайсина алып барған, уҡыусыларыбыҙ яратып өлгөргән “Аллаһ бәрәкәте” рубрикаһында аҙан һәм намаҙ талаптары хаҡында мөһим мәғлүмәттәр бирелгән.

“Ебәк тирмә”ләге “Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше” тигән мәҡәләһендә Альмира Кирәева димселек йолаһы хаҡында бәйән итеп, был өлкәлә әүҙем эшмәкәрлек алып барған Әлфиә Килмөхәмәтованың тәжрибәһе тураһында һөйләй.

Тарих серҙәрен асҡан “Көнсығыштың бөйөк ҡатындары” рубрикаһында Гөлнара Хәлфетдинова хәҙерге Иран, Ираҡ ерҙәрендә урынлашҡан Аҡҡуйлылар дәүләтенең XV–XVI быуаттарҙағы батшаһы Оҙон Хәсәндең әсәһе, Көнсығыштың беренсе ҡатын-ҡыҙ дипломаты Сара Хатундың шул төбәктәге төрки халыҡтар яҙмышын хәл итеүҙәге ролен тасуирлай.

Журналдың ғинуар һанында шулай уҡ миҙгел өсөн көнүҙәк Гонконг киҙеүе тураһында файҙалы мәҡәлә урын алған.

“Милли биҙәк “тә башҡорт милли биҙәүестәренең тарихын һәм үҙенсәлектәренең нескәлеген төрлө яҡлап асҡан мәҡәләләр циклынан тәүге яҙма тәҡдим ителә.

“Камиллыҡҡа ынтылыш” рубрикаһында дизайнер Сәймә Хәсәнова ижад иткән, үҙебеҙҙең башҡорт милли биҙәктәре менән байытылған зауыҡлы сәхнә кейемдәре күрһәтелгән. Моделдәр – билдәле сәхнә йондоҙҙары.

“Тәмлекәс”тә донъя көтөү серҙәре бүлеген алып барған Гөлшат Ҡунафина тәмле ҡамыр аштары бешереү оҫталығы менән бүлешә.

Шулай итеп, яңы йылды асып ебәргән был һаныбыҙ ҙа уҡыусылар күңелен яулар, тип ышанабыҙ. Ә кем дә кем ниндәйҙер сәбәптәр менән журналға яҙылылрға онотҡан икән, почтаға ашығығыҙ, хәҙер яҙылһағыҙ, журнал киләһе айҙан килә башлаясаҡ.




Теги: Күҙәтеү Журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook