Ниндәй плита һайларға?

Замана кухняһының йөрәге ул – газ йә электр плитаһы. Ризыҡ әҙерләү бурысыбыҙҙы үтәүе еңелерәк булһын өсөн, эш урынын – аш-һыу бүлмәһен уңайлы итеп йыһазландырыу фарыз.

Хәҙер кухня гарнитурҙарына ҡулайлаштырылған техника модала. Плита ризыҡ әҙерләгән өҫтәл өҫтөнә урынлаштырыла. Ә духовкаһын айырым, теләгән урынға, теләгән бейеклеккә ҡуялар. Плита менән духовканың айырым булыуы бәләкәй кухняларҙы үҙеңсә планлаштырырға мөмкинлек бирә. Ҡулайлаштырылған плиталар бешеренеү панеле тип атала. Бешеренеү панелы газға тоташтырылһа ла, духовканың электрҙа эшләгәнен ҡуйырға була. Электр духовкаһының эҫене өҫтән дә, аҫтан да, хатта дүрт яҡлап та өрҙөрә торғандары бар. Унда ҡамыр ризыҡтары һәр ваҡыт уңа. Көйөп китер йә бысый булыр тип ҡурҡмайһың. Духовканың электрлыһын һайлаһағыҙ ҙа, газ үткән йортҡа электрлы бешеренеү панеле ҡуйып мәшәҡәтләнмәгеҙ, сөнки уның өсөн махсус өс фазалы сымдар талап ителә, һәм уны үҙ фатирыңа ғына айырым үткәреп ҡуйыу хәүефһеҙ түгел, өҫтәүенә ҡиммәтҡә төшә. Газ үткәреү тыйылған, туғыҙ ҡаттан бейек йорттарҙа ғына электр плиталары өсөн махсус сымдар һәм арзаныраҡ түләү тарифы ҡуйыла.

Газ менән эшләгән бешеренеү панелдәренең ниндәйе генә юҡ! Иң арзандары – күнегелгән дүрт «ҡоймаҡ» конфоркалы, эмалле плиталар. Әммә улар электрҙы нығыраҡ «ашай». Тағы ла суйын, быяла керамика һәм сыныҡтырылған быялалы ҡулайлаштырылған газ панелдәре була. Суйындың таҙартҡанда эмаль һымаҡ һыҙырылмауы йәтеш. Быяла керамика матур күренһә лә, газ менән әллә ни һыйышмай, йыш боҙола. Шуға уға алмашҡа сыныҡтырылған быялалыһын уйлап тапҡандар. Әгәр күнегелгән газ плитаһы урынына ҡулайлаштырылғанын ҡуйғығыҙ килһә, һуңғыһын һайлаһағыҙ, отолмаҫһығыҙ.
Заманса газ плиталары бүләк иткән рәхәтлектәр – таймер (уны ҡуйып, аштың бешкәнен көтмәй, ташыуынан ҡурҡмай ҡалдырырға мөмкин), газ-контроль (ялҡын һүнһә лә, газ сығып тормаясаҡ), электрлы тоҡандырғыс (шырпы кәрәкмәй) һәм башҡалар – хужабикәнең тормошон еңелләштерә. Газ электр утына ҡарағанда тиҙерәк бешерә тип һанала, әммә һуңғы модель электр плиталары бер секунд эсендә кәрәкле эҫелеккә етә. Тағы бер кәңәш: сыныҡтырылған быяланан эшләнгән панель алырға булһағыҙ, өҫтөнә ҡуйыла торған рәшәткәһенең тояҡ аҫтары резиналанғанын һайлағыҙ, юғиһә тимер яйлап быяланы һыҙырасаҡ. Һуңғы осор өс рәтле ялҡын сығарған WOK газ конфоркалары сыҡҡан, улар бешереүҙе йәһәтләй, кәстрүл табанын тигеҙ йылыта. Ҡулайлаштырылған плиталарҙың бөтә төрҙәрендә лә берҙән алып, кәрәк булһа, мәҫәлән ашханалар өсөн, унға тиклем конфорка булыуы мөмкин.
Ә инде электр плитаһына туҡталырға ҡарар итһәгеҙ, унда һайлау ҙур. Иң таралғаны – быяла керамикалы электр плиталары. Улар «ҡоймаҡ»лы плиталарҙан тиҙ ҡыҙыуы менән айырыла, энергияны 30 процент самаһына кәм ашай, сөнки быяла керамикалы плиталарҙа кәстрүл тейеп торған майҙан ғына ҡыҙа. Уның конфоркаларының бер нисә ҡыҙыу майҙаны була, шул түңәрәккә яраған кәстрүл ултыртаһың да, вәссәләм. Әйтергә кәрәк, быяла керамикаға алюмин, быяла һәм эмалле һауыт-һаба бармай.

Быяла керамикалы ҡулайлаштырылған плиталарҙың тотҡа менән, сенсор йә пульт аша идара ителгәндәре була. Ҡулайлаштырылған электр плиталарының төрҙәре бихисап, конфоркалары, нисәү булыуға ҡарамаҫтан, бер рәткә теҙелгәне, мәҫәлән, тар аш-һыу бүлмәләрендә уңайлы.
Йылытыу элементтарына ҡарап, быяла керамиканы стандарт, hi-ligt, галоген, индукциялы һәм, алда яҙғаныбыҙса, газ менән ҡыҙҙырылғандарға айыралар. Беренсе осраҡта ишел­мә(спираль) эшләй һәм 8-12 секунд эсендә ҡыҙҙыра, hi-ligt булһа – 3-6 секундта ҡыҙа, балдаҡлы галоген лампалар торһа, эҫелек кәрәкле кимәлгә секундында етә, индукциялыларында индукцион кәтүк тә кәрәкле температураны секунд эсендә ала, әммә башҡа төрҙәрҙән айырмалы рәүештә, кәстрүлде генә ҡыҙҙыра, ә плита өҫтө һалҡын килеш ҡала. Һурпа ташып китһә, кәстрүлде генә күтәреп, плитаны һөртәһең дә кире ултыртаһың.

WOK конфоркалы йә махсус уйым булған плиталарҙа ғына төбө тигеҙ булмаған, ҡаҙан рәүешендәге һауыттар­ҙы ҡулланып була. Ә былай электрлы быяла керамика өсөн аҫты тип-тигеҙ һауыт-һаба ғына бара. Юғиһә, плита тоҡанмаясаҡ. Индукциялы плиталарҙа төбө магнитлы кәстрүл менән генә бешеренеп була. Магнитлы тимер булмаһа, конфорка ҡабынмай. Индукциялы төрҙә плиталағы түңәрәктең радиу­сынан бәләкәй кәстрүл ҡуйһаң да плита конфоркаһы тоҡанмай. Бындай плита алһағыҙ, алюмин, еҙ таба-кәстрүлдәрегеҙ менән хушлашырға тура киләсәк. Сөнки ундай һауыттан электрлы быяла керамикала таҙартып булмаҫлыҡ тап ҡала, ә индукциялы плита ҡабынмай ҙа. Йәки магазиндан магнит йәбештергән махсус ҡулайлама – тимер адаптер диск һатып алырға кәрәк буласаҡ. Индукциялы плита конфоркаһында шул диск ятһа, өҫтөнә ниндәй кәстрүл йә таба ҡуйһаң да, плита уны «күрә­сәк». Ә эмалле һауыттарҙың күбеһе индукцияла ла яҡшы эшләй.

Ҡулайлаштырылған плиталарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә ҡайнауҙы тойоу функцияһы бар, ризыҡ ҡайнағас та ул температураны кәметә, тимәк, таштырмай, көйҙөрмәй. Индукциялы төрҙөң тағы ла бер ҡыҙыҡ яғы – ул уртаса режимда торғанда, күпме бешеп ултырһа ла, аҙыҡ көймәй.
Быяла керамикалы электр плиталарының кире яғы: унда сироп, йәғни шәкәрле шыйыҡлыҡ түгелһә, тиҙ ҡата һәм таҙартҡанда быяланың да аҡтарылыуы мөмкин.

Шулай итеп, бөтә быяла керамикалы плита төрҙәре араһында иң аҡыллыһы – индукциялыһы, әммә ул башҡаларынан ҡыйбатыраҡ. Тағы ла ике конфоркаһы – электр йылыһынан, икеһе индукциянан ҡыҙған плиталар була. Индукцияға бөтә төр һауыт-һаба бармауҙы өнәмәүселәр шундай төрҙө һайлай.
Техника мөмкинлектәре көндән-көн камиллаша, һәм уларҙы белеп ҡулланған ҡатын-ҡыҙ ота ғына.
Гөлнара ӘХМӘҘУЛЛИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook