Һәр көнө балҡый яңыса

Һәр көнө балҡый яңысаУның пейзаждарында һағыш шундай яҡты, өҫкә ауып килгән ҡарағайҙар ҙа ҡурҡытмай, киреһенсә, йәнгә ышыҡ һымаҡ. «Ҡосаҡлашыуҙар» циклы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың бер-береһенә тартылыуы арҡаһында ерҙә йәшәү артабан да дауам итә икәненә ышандыра. Милли нағыштарҙан үрелгән
«Сүрәләр» серияһы, биҙәктәре араһына өмөт йәшерелгәндәй, серле һәм арбауыс. Концептуаль эштәрендәге фәл­сәфә халҡыбыҙҙың донъяны, уның ҡоролошон нисек күҙаллауын, ҡабул итеүен асыуы менән ҡыҙыҡлы.

Бына «Арҡайым» картинаһында тәгәрмәсте икәүләп тәгәрәткән егет менән ҡыҙ образдары – Уралда тыуып үҫкән һәр кем унда үҙен күрәлер, сырамыталыр, моғайын.

Һәр көнө балҡый яңыса«Аҙан» картинаһында диндар бабай ауыл өҫтөн аҙанға күмә. Уның шифаһын хатта анау туңҡанбаш эленгән өйҙәгеләр ҙә тоя кеүек. Йөрәккә тыныслыҡ эйәләй. «Намаҙ» тигән рәсеме иһә бәхеттең, йән тыныслығы табыуҙың сере ни хәтлем ябай булыуын күрһәтә. «Көтөү» тигән эшендәге ҡыҙҙарҙың түңәрәк сулпылары, йомро сәк-сәктәр, тирмә һәм ҡояш, донъялағы камиллыҡты, ғәҙеллектең барлығын иҫләтеп, йәнде имләй. Атлы арбала килгән егетте ҡыҙҙың толомо ҡамсылап барғандай тойола. Анауы баштүбән торған йорттар ҙа, ер ҙә, ҡыҙҙарҙың ҡарашы алыҫҡа түгел, ә аяҡ аҫтына төбәлеүе лә халҡыбыҙҙың сабыр аҡылын асып һала. Был картиналағы һылыуҙарҙың прототиптары – рәссамдың әсәһе менән ҡыҙы. Олонона ишек уйылған йөҙйәшәр ағас төбөндә ейәненә китап уҡыған бабай төшөрөл­гән «Оялар» картинаһы иһә йөрәктә нәҫелеңә, шәжәрәңә ҡарата иң йылы хистәр уята. Был ғәжәйеп һүрәттәрҙең авторы – Өфө ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе рәссам, Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, картиналары бик күп сит ил галереяларын һәм шәхси коллекцияларҙы биҙәгән һәләтле лә, үҙенсәлекле лә ханым Раушания Бәҙретдинова. Ханым тигән һүҙ уға килешмәй ҙә һымаҡ. Йәш сырайлы, һомғол буйлы Раушанияны дүрт бала әсәһе тип уйламаҫһың да.

Раушания Башҡортостанда ғына түгел, ә, бәлки, донъяла беренселәрҙән булып картиналарын туҡымаға күсереп, үҙе уйлап сығарған кейемдәр коллекцияһын булдырыуы менән дә һоҡлан­дыра.

Һәр көнө балҡый яңыса«Һатыуҙа матур блуза эҙләнем, оҡшағаны булманы. Шунда башыма килде был фекер. Тәүге коллекциямды «М телевижн» каналының бер сараһында күрһәттеләр һәм кейемдәр, ҡыйбатлылығына ҡарамай (ә ҡул эше осһоҙ була ла алмай), йәһәт һатылып бөттө. Был хәл мине дәртләндереп ебәрҙе», – ти рәссам-модельер. Мин дә автор менән шул күлдәктәрҙең берәүһен билдәле сәхнә йондоҙонда күргәс, ҡыҙыҡһынып киткәйнем шул.
«Ғаилә ҡиммәттәрен ижадтан һәм башҡа нәмәнән өҫтөн күрәм. Картинала­рымдың күбеһе яҡындарыма арналған. Балалар менән мәж килеп, арыу ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әммә тормошомда ниндәй генә осор булма­һын, ҡылҡәләмемдән айырылманым. Киреһенсә, ул гел минең ярҙамсым да, икмәк табышыусым да булды», – ти ул.

Раушания Стәрлебаш районы Йә­шергән ауылында тыуған. Бала сағы Ишембай ҡалаһында үткән. Ата-әсәһе тәү ҡарамаҡҡа ябай хеҙмәткәрҙәр. «Лә­кин улар икеһе лә тәбиғәткә, сәнғәткә ғашиҡ. Атайым шиғырҙар яҙа, тарих менән ҡыҙыҡһына, бал ҡорттары тота, әсәйем һөнәре буйынса бухгалтер булһа ла, һәр ваҡыт үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашты, бейене, әле хаҡлы ялда, ул халыҡ табибәһе, шуға бер минут та буш ваҡыты юҡ. Олатай-өләсәй тәр­биәһе лә тейҙе, Аллаһҡа шөкөр, уларҙан дини тәрбиә алып, эпостар, әкиәттәр тыңлап үҫтек. Ағайымдың, ҡалала үҫһә лә, дини белем алып, мулла булып китеүенә лә уларҙың йоғонтоһо ҙур. Атайым болоттарҙың ғәҙәти булмаған һындарына, япраҡтарҙағы ғәжәйеп нағыштарынаса иғтибарымды йүнәлтеп, тәбиғәттең ни тиклем мөғжизәле икә­нен күрһәтеп үҫтерҙе. Рәссамлыҡҡа бәләкәйҙән ынтылдым, тап шулай килеп сығырына бер ҙә икеләнмәнем. Тормошомда төрлө хәлдәр булды. Бәләкәй бала менән яңғыҙ ҡалғанда ла, 90-сы йылдарҙағы юҡлыҡ мәлендә лә аптырап ултырманым. Шәхси йорттарҙа диуар­ҙарға, түбәләргә һүрәт төшөргән, интерьерҙарын биҙәп эшләгән аҡсама 2000 йылда тәүге фатирымды алдым. Шулай уҡ быялаға ла һүрәт төшөрөү менән мауығып киттем. Иренмәһәң, рәссам кешегә аҡса эшләү юлдары табылып тора. Ғүмерлек йәремде осрат­ҡас, барлыҡ донъя мәшә­ҡәттәрен ул үҙенә алды. Миңә, бала ҡарап ҡына ултыр, тиһә лә, бер ижад ене ҡағылған кеше тик тора аламы инде, бушаған арала барыбер ҙә ҡәләмгә тотондом. Йортомдо ла үҙ ҡулдарым менән биҙә­нем. Эштәремдә һәр ваҡыт тойғоларым, хистәрем, тормош тәжрибәмде сағылдырырға тырышам. Журнал уҡыусылар­ға ла әйтер инем: әгәр саҡ ҡына ҡәләм тота беләһегеҙ икән, тәүәккәлләп, өй эсен үҙ зауығығыҙға яраҡлы гөлдәй итеп ҡуйырға була. Хәҙер магазиндарҙа төрлө буяуҙар ҙа, трафареттар ҙа етерлек.
Әлеге заман миңә шул тиклем оҡшай. Ҡатындар күп итеп бала ла таба, йәмғиәттә лә әүҙем, яратҡан эштәре менән дә шөғөлләнә, бизнеста ла уңышлы, кем нисек теләй, шулай бәхетле.

Һәр көнө балҡый яңысаНиндәй әсәйменме, белмәйем, улдарымдан һорар кәрәк (көлә – Г.Х.). Рәүеф әле Санкт-Петербургта – дизайнерға, Асҡар Мәскәүҙә архитекторға уҡый, Әйшә ҡыҙым художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, ҡустыһы Әхәт менән һүрәт төшөрөргә яраталар, бигерәк тә стенала.
Йәш күренәмме? Күптәр шулай ти, быға, моғайын, мөхәббәт «ғәйеплелер». Беҙ танышҡан саҡта Илдар, суйын сүкеп, төрлө әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә ине, ғаилә ҙурайғас, эш­ҡыуарлыҡҡа күсте. Шулай уҡ «Башҡортостан – Афғанстан дуҫлыҡ йәмғиәте»н етәкләй, үҙ көсө менән ойошманың баҫмаһын сығара.

Ысынлап та, картиналарымдың бик күбе сит илгә китте. Һатырға иғлан биргәнем юҡ, сарафан радиоһы ярҙам итә. Әле һүрәттәрем күсерелгән кейемдәргә лә заказдар килеп тора, бигерәк тә мосолман ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә, яулыҡтарға ихтыяж ҙур. Туҡымаға рәсемде төрлө техника ярҙамында күсерәм, принт, батик һәм башҡалар, иң мөһиме – күп тапҡыр йыуғас та төҫө китмәй.

Хыялыммы? Тормош шул хәтлем ҡыҙыҡ, бушамайым, йоҡо туйҙырырға хыялланам, әммә ул йәһәт кенә тормошҡа ашмаҫ, ахырыһы, сөнки эшем менән, ғаиләм менән бәхетлемен һәм әлегә бөтә ваҡытымды шуларға арнайыљ», – тип үҙе менән таныштырҙы Раушания Бәҙретдинова.
Ошо көндәрҙә «Республика Башкортостан» гәзите менән «Башкомснаббанк» ойошмаһының мәҙәниәт йылына арналған уртаҡ проекты тормошҡа ашты. «Башавтотранс»ҡа ҡараған Өфөнөң 69-сы маршрут автобусы пассажирҙары хәҙер юл ыңғайы Раушания Бәҙретдинованың картиналары менән дә таныша ала. Үҙенсәлекле проектҡа тап беҙҙең геройыбыҙҙы һайлауҙары уның заман менән бергә атлауын, яңылыҡтарға һәр саҡ асыҡ булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Ғаиләһенә лә, ижадҡа ла иғтибарын йәлләмәгән егәрле рәссамдың үҙ ҡулдары менән биҙәгән өйөн: тәбиғәт төшөрөлгән диуарҙы, аппликациялы балалар карауаты япмаһын, диуарҙарға өңөлгән бәләкәй мәмерйәсектәрҙәге сувенирҙар һәм башҡа матурлыҡты күреп, күңел күтәрелә. Донъяны биҙәп, уға үҙ нағыштарыңды өҫтәп йәшәй алыу ҡайһылай ҙа ҡыуаныс икән ул, үҙеңә генә түгел, илһамлы ижадыңа ҡағылыу­сылар өсөн дә!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook